Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2023, 09:36

Ямғыр теләнек

Ҡоҙаштарға рәхмәтле булырбыҙ, әгәр ҙә ямғыр яуһа

Ямғыр теләнек
Ямғыр теләнек

Ямғыр теләү йолаһы - халҡыбыҙҙың борондан килгән йолаларының береһе. Кешеләр тәбиғәттең, һәр тәбиғәт күренешенең эйәһе һәм көсө булыуына ышанған, табынған. Борон-борондан,быуындан-быуынға, әбей-бабайҙарҙан атай-әсәйҙәргә, атай-әсәйҙәрҙән балаларға үҙҙәренең боронғы байрамдарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын юғалтмайса тапшырып килгән, һәм улар, күпмелер дәрәҗәлә үҙгәреп, беҙҙең көндәргә лә килеп еткән.
Ямғыр, яу, яу, яу!
Яу, ямғырым, яу, яу!
Ҡара тәкә һуйырмын,
Башын һиңә ҡуйырмын,
Майын үҙем ашармын,
Тояғын һыуға һалырмын,
Ямғырҡайым, яу, яу!
Майлы бутҡа бирермен,
Тәтәй ҡашыҡ бирермен,
Ямғырҡайым, яу, яу!
Беҙ булайыҡ һау, һау!
Яу иләктән,
Яу силәктән! Яу! Яу!
Шундай теләктәр менән башланып китте Ҡоҙаш ауылында ямғыр теләү байрамы. Йолаға тура килтереп,  аяттар уҡылды, Аллаhтан ямғыр яуыуҙы һорап теләктәр теләнек. Аҙаҡтан табын ҡороп, бутҡа ашап, күстәнәстәр менән самауыр сәйҙәре эстек.
Төрлө уйындар уйнап, йырлашып, бейешеп ,һыу һибешеп,бүләктәр алып, күтәренке кәйеф менән таралыштыҡ.
Хоҙайҙан шифалы ямғырҙар биреүен көтәбеҙ!
Тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ килһен, һалдаттарыбыҙ иҫән-һау тыуған ерҙәренә аяҡ баҫһын, ямғырҙар яуып донъя йәшеллеккә күмелһен!

 Гүзәл Рәхмәтуллина, Ҡоҙаш ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: