Яйыҡ
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2023, 08:53

“Маҡсатыбыҙ бер – Еңеү!”

Бер кемегеҙҙә лә шөбһә ҡалмаһын – фронттың теге яғында ысын, яуыздан яуыз дошмандар!

“Маҡсатыбыҙ бер – Еңеү!”
“Маҡсатыбыҙ бер – Еңеү!”

“Маҡсатыбыҙ бер – Еңеү!”

 

“Ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә – ҡатын”, - тигән мәҡәлебеҙ ирекһеҙҙән башҡа килә. Дөйөм алғанда ла, Ҡоҙаш ҡатын-ҡыҙҙары бик әүҙем һәм төплө. Берҙәм йәшәйеш бәләкәй ауылдарҙа айырыуса әһәмиәткә эйә бит ул – фәҡәт йәмәғәт эше алып барыла икән, ултыраҡҡа йән өрөлә, ҡот  килә. Иң әүҙем йәмәғәтселәр һанында – Илзидә Шаймарданова, Фәнүзә Сиражетдинова, Сәлихә Ҡобағошева, Гөлнара Хөснөтдинова, Розиля (Нурсилә) Юнысова, Минзәлә Иҫәнбаева һәм башҡалар.

Китапханасы Гүзәл Рәхмәтуллина ойошторған был осрашыу ҙа бик  йылы мөхиттә, ихлас үтте.  

 

Ҡоҙаш – яугирҙәр ауылы

 

Байрам табына артында барыһы ла батыр. Яу сыҡҡанда ундайҙар кәмей торған.  Ҡоҙаш ирҙәре тыныс тормошта сәлешлек-еңмешлек, мин-минлек йәһәтендә ҡалғандарҙан ҡалыша буғай, ә бына дары еҫе аңҡый башлаһа, уларға тиңләшеү анһат түгелдер. Үҙегеҙ генә ошо һандарға ҡарап һығымта яһағыҙ: Бөйөк Ватан һуғышына 61 кеше китеп, 41-е батырҙарса баштарын һала; 13 егет Афғанстанда хәрби бурыстарын үтәне; ә әле, дүрт йөҙҙән дә кәм кеше йәшәгән ауылдан, 12 азамат хәрби операцияла ҡатнаша.  Ҡара иҫәп менән самалап ҡараныҡ, Ҡоҙаштағы 400 кешенән 12 яугир пропорцияһы буйынса алғанда, бөтә Рәсәйҙән 4,5 миллион граждан операцияла ҡатнашырға теләк белдергән булыр ине! ....Ҡоҙаштан Айгиз Закиров йыл самаһы элек батырҙарса һәләк булды, ике Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ була ул. Хәҙер ҡустыһының үсен ағаһы ҡайтара... Бар халыҡ дәһшәтле ваҡиғаларҙы бик яҡын ҡабул итте. Кешеләр үҙ инициативалары менән аҡса йыя ла, һалдаттарына гуманитар ярҙам ебәрәләр. Улай ғына ла түгел, меңәр-меңәр саҡрым алыҫ сәфәрҙән, хәүеф-хәтәрҙән һис тә ҡурҡып тормайынса, үҙ машиналарында үҙҙәре үк илтергә күнектеләр. Һәм ирҙәр генә түгел бит әле! Был хаҡта түбәндә.

 

Ҡарҙа ҡаҙан ҡайнатыр

 

Эйе, тап ошо әйтемде йыш иҫкә алдылар Алия  ханым тураһында һүҙ сыҡҡанда. Ете бала әсәһе бала бағырға ла, йорт эштәрен башҡарырға ла, йәмәғәт тормошо менән янып йәшәргә лә өлгөрә. Өҫтәүенә депутат, ситтән тороп юридик белем ала. Ошондай дәрт-дарманлы ҡатынға, Аллаһҡа шөкөр, сирҙәр ҙә ныҡлап йәбешә алмаған:һаулыҡ менән проблемалар башланып та, кире ҡаҡсылалар. Ошо көндәрҙә Алия ханым  Луганск яҡтарынан да йөрөп  ҡайтты. 19 йәшлек улы һәм Силәбе өлкәһенән бер ҡатын менән өсәүләп үҙ белдектәре менән сыҡҡандар ҙа киткәндәр.

Тормош иптәше хәрби операция башланғанға тиклем контракт буйынса әрмелә хеҙмәт иткән була. Бер элекке дуҫ-хеҙмәттәше һәләк булғанлығы тураһында ишеткәс тә, йәнә ғариза яҙа. Әлбиттә, ете бала атаһы үҙе теләк белдермәһә, бер кем дә мобилизацияламаҫ ине. Алия кире һүреп тормай, сөнки яҡшы төшөнгән – төрлө ваҡ мәсьәләләрҙә ире менән еңешергә, өгөтләргә-инәлергә мөмкин, ә бына етди ҡарар талап ителгәндә барыһын да тик үҙе хәл итәсәк.  Кескәй малай ғына, ә һине унда үлтермәҫтәрме, тип бошона башлағас, ҙурыраҡ сабыйҙар ауыҙын йәһәт ябалар – “Ул хаҡта уйларға ла ярамай! Беҙҙең атай иң ҡыйыу һәм көслө, бар дошмандарҙы еңәсәк!”

- Ауылдаштарға, Көсөк һәм Сораман халҡына рәхмәт! – ти ул. – Күмәкләгән көс менән тепловизор алдыҡ. Украинала төндәр һәләк ҡараңғы, был прибор булмаһа, дошмандың яҡынлашҡанын абайламай ҡалырға мөмкин. Рациялар, танк өсөн огнетушитель (хәләл ефете – танкист), ремонт өсөн асҡыстар комплекты,балта, кувалда, көрәктәр – ни кәрәк, барыһын да илтергә тырыштыҡ.

-Нисек тәүәклләгенеҙ?

-Заманы шул бит. Кемгә кәрәк булды был һуғыш, ҡотолғоһоҙ инеме-юҡмы, кемгә ниндәй бурыс йөкмәтелә кеүек темаларға ләстит һатырлыҡ ваҡыттар артта ҡалды, бөтәбеҙгә лә тегеләй йә былай һуғыш ялҡыны ҡағылды инде. Берҙәм, ҡыйыу һәм эшлекле булмаһаҡ, үҙ өйҙәребеҙгә килеп етеү ҡурҡынысы  юҡ түгел. Әлеге ваҡытта бер генә һорау урынлы: “Бына мин үҙем яу ҡырындағыларға нисек ярҙам итә алам?” Ата-әсәмә рәхмәт инде, балаларыбыҙҙы ышанып ҡалдырырлыҡ кешеләр (өс бала мәктәп йәшендә булһа, өсөһө балалар баҡсаһына йөрөйҙәр).

-Юл ҡыйынға төштөмө?

- Эйе, юл ауыр. Ярар ҙа блокпостар күп,  ҡайһы юлдан барыу хәүефһеҙерәк икәнлеген күрһәтеп торалар. Ошо алты көндә ғүмерҙә булмағанса йонсоноҡ. Тик беҙҙең талсығыу иремдең, уның яуҙаштарының шатлығы менән сағыштырғанда ваҡ мәсьәлә ул! Эйе, кәрәк-яраҡты килтереү ҙә бик мөһим, ә унан да мөһимерәк – алғы һыҙаттағы яҡындарыбыҙ семтем дә шөбһәләнмәҫкә тейеш – һәр береһе беҙҙең өсөн ныҡ  ҡәҙерле, беҙ ҙә улар өсөн йән атып торабыҙ. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, фәҡәт беҙ тыныс йәшәһен, һуғыш ялҡыны беҙҙең тыуған яҡтарҙы өтмәһен, баш өҫтөндә күгебеҙ аяҙ булһын өсөн улар көн дә ғүмерҙәрен ҡурҡыныс  аҫтына ҡуя, үтә ауыр һалдат бурысын башҡаралар... Унда күргән-ишетәндәрҙән  һуң,  мөмкин булһа, үҙем дә ҡатын-ҡыҙҙар батальонына барыр инем! Барыһы ла шул фекергә киләлер.  Бына туған тейеш кеше ике тапҡыр “гуманитарка” алып барҙы ла, түҙмәне, үҙе лә ирекмән булып фронтҡа йүнәлде. Ағайым (позывнойы – “Шәйех”) Чечен батальоны составында алышты, декабрь айында контрактын тултытырып ҡайтҡайны, йәнә талпына....  Бер кемегеҙҙә лә шөбһә ҡалмаһын – фронттың теге яғында ысын, яуыздан яуыз дошмандар!

 

                «Кузен» - ике туған

Ҡоҙаш китапханаһында осрашыуға “Кузен” позывнойы йөрөткән 28 йәшлек яугир ҙә саҡырылғайны. Кузен башҡортсаға ике туған ағай йә ҡусты тип тәржемә ителә.  Үҙе ни уйлап был атаманы алғандыр, әммә мәғәнәле килеп сыға: рустар аша башҡорттар украиндарға   нәҡ ике туған була торғандарҙыр. Ҡойроҡтарын һыртҡа һалып Көнбайышҡа ни тиклем  һыпыртмаһындар, рустар менән украиндарҙың бер әсә балалары икәнлеге бәхәсһеҙ. Манҡортлоҡтан дауалауҙа беҙҙең Кузендың ярҙамы һис тә артыҡ түгел!

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, тәжрибәле хәрби ул. 2015 йыл әрмелә сроклы хеҙмәтен тамамлау менән контракт буйынса ҡала. Махсус хәрби операцияла  тәүге көндән ҡатнаша. Контракт ваҡыты үткәс, былтыр сентябрь өйөнә ҡайта. Әммә башҡалар алышҡанда профессиональ һалдат өйҙә ултырып сыҙай алмай. Декабрь айында уҡ Салауат Юлаев исемендәге ирекмәндәр батальонына яҙыла. Әле отпускка ғына ҡайтҡан.

-Һуғыш тамам ялҡытманымы ни!?

-Һәр кемдең үҙ тәҡдире. Мин - яугир, һуғыш барғанда минең урыным яу ҡырында! Тыныс дәүерҙә погон тағып йөрөгән кешегә, хәрби конфликт ҡупҡанда ситтә ҡалырға ынтылыу икеләтә килешмәҫ ине, тип уйлайым. Ир-егет бурысы, хәрби туғанлыҡ, илһөйәрлек -  тыныс шарттарҙа ғына кемгәлер тапалған һүҙҙәр булып тойолоуы мөмкин, ә баш өҫтөндө пулялар һыҙғырғанда был төшөнсәләрҙе тәү асылдарында  бар йөрәк менән ҡабул итә башлайһың.

-Сирияға барырға ла ныҡ ынтылғайны, ул саҡ нисектер тотоп ҡала алдыҡ, - тип әңгәмәгә ҡушыла батырҙың әсәһе. – Исмаһам, былтыр көҙ, контрактты тамамлап ҡайтҡас, иркен тын алып, һәр телефон шылтыратыуынан тертләмәй башлағайныҡ, саҡ ҡына ял итте лә, йәнә фронтҡа ашыҡты. Бөтә өгөтләүҙәребеҙгә яуабы бер: “Мин – һалдат, иптәштәрем ҡан ҡойғанда бер нисек тә ситтә ҡала алмайым”.

Йәнә Кузенға мөрәжәғәт итәбеҙ:

-Теге етмәй, был етмәй, тигән әллә ысын, әллә буш хәбәрҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Тәьминәт яғы нисек?

-Һәр хәлдә лә беҙҙең С.Юлаев батальонында барыһы ла яҡшы, барыһы лә етә. Башҡортостаныбыҙ юғары кимәлдә хәстәрләк күрә. Аҡса ла һис тотҡарлыҡһыҙ ваҡытында күсерелә. Был ныҡ әһәмиәтле, әммә иң мөһиме түгел. Иң мөһиме – бар фронтташтар ҙур ғаиләгә әйләндек, һәр кем һәр кемебеҙҙе үҙ тәне менән ҡапларға әҙер. Ҡайһы милләттән йә ниндәй дин тотаһың, тыныс тормошта бай булғанһыңмы, ҡаҙаныштарға ирешкәнһеңме, юҡмы – был бер кемебеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырмай. Күмәгебеҙгә  бер генә маҡсат  – Еңеү яулау. Ошондай саҡта ғына, юғары маҡсаттар хаҡына ғүмереңде фиҙа ҡылырға әҙер булғанда,   ғүмерҙең ысын ҡәҙерен тулы мәғәнәлә тойоп булалыр буғай.

P.S.Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов Кузенға “За боевые отличия” миҙалы тапшырҙы. Ғорурланабыҙ, ҡотлайбыҙ!

 

Әнисә ЯНБАЕВА, Илфат Янбаев

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: