Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июнь 2023, 14:54

“Тамаҡ – тамуҡ”,

...Сыбаркүл ҡалаһында көн күргән егет (1996 йылғы), үҙе аңлатыуынса, ҡыҫалаларҙы магазинда ғына күргән. Ашап ҡарайһы килә, әммә ҡиммәт хаҡы өркөтә. Йәш кеше әмәлен таба – 4 дана ҡыҫала тотоу ҡоролмаһы һатып ала, был йәнлектәр Өргән күлендә күп икәнлеген интернеттан асыҡлай.

“Тамаҡ – тамуҡ”,
“Тамаҡ – тамуҡ”,

Бик күп тапҡыр иҫкәрттек инде: ыуылдырыҡ сәсеүгә бәйле 5 апрелдән 15 июнгә тиклем балыҡсылыҡ кәсебе тыйылды. Һәүәҫкәр балыҡсыларға ярҙан тороп һәм бер ҡармаҡ менән генә тоторға мөмкин. Тәүлегенә иң күбендә – 5 килограмм.
Балыҡ тиһәк тә, был сикләүҙәр бөтә һыу биоресурстарына ҡағыла. Шул иҫәптән ҡыҫалаларға. Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе майор Динара Фәсхетдинова сираттағы браконьерлыҡ осрағы тураһында бәйән итте.
...Сыбаркүл ҡалаһында көн күргән егет (1996 йылғы), үҙе аңлатыуынса, ҡыҫалаларҙы магазинда ғына күргән. Ашап ҡарайһы килә, әммә ҡиммәт хаҡы өркөтә. Йәш кеше әмәлен таба – 4 дана ҡыҫала тотоу ҡоролмаһы һатып ала, был йәнлектәр Өргән күлендә күп икәнлеген интернеттан асыҡлай, 15 май көнө ике иптәше һәм ике туған апаһы менән районыбыҙға ҡунаҡҡа киләләр. Күл буйында палатка ҡуйып кәйеф-сафа ҡоралар, кисләтеп егет резина кәмәлә ҡоролмаларын урынлаштыра. Төн төшкәс йәнә йөҙөп барып, ике биҙрә табышҡа һөйөнә, автомобиль багажнигына ултыртып, үҙе серем итергә ята. Әммә йоҡо туйҙыра алмай, иртәнге биштә автомобиль тәҙрәһенә полицейҙар шаҡыйҙар. Егет ғәйебен таный, иҫәпләй башлағас – 268 баш икәнлеге асыҡлана, тәбиғәткә зыян 61 640 һум тип нәтижә яһай һуңынан БР буйынса Һыу биологик ресурстарына контроль, надзор һәм һаҡлау бүлеге белгестәре. Һыҙыҡ өҫтөнә алайыҡ – был зыянды ҡаплауҙан тыш, браконьергә РФ Енәйәт кодексының 256-сы статьяһы буйынса яуап тоторға тура киләсәк. Яза - 300-500 мең һум штраф, 2 йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре йә шул уҡ ваҡытҡа иректән мәхрүм ителеү. Ошо енәйәт вазифа хәлен файҙаланып йәки төркөм составында башҡарыла икән, 500 мең – 1 миллион һум штраф, 2-5 йылға иректән мәхрүм ителеү. Ташҡа үлсәйек – ҡыҫалалар шундай имәнес һәм бәләкәй, нисек кенә ерәнмәй ашарға йыйынған икән? Әйткәндәй, Исламда ла, христиан динендә лә ҡыҫалалар – харам (тәңкәле балыҡтар ғына хәләл). 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: