Яйыҡ
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2023, 08:46

Аҡ эт, ҡара эт – барыһы ла эт

Электрон түләү саралары  менән мутлашыусыларға кәртә ҡуйыу юлы анһат -  банк картаһын, кеҫә телефонын бер кемгә лә бирмәҫкә, ә юғалттығыҙ икән – шундуҡ банкка мәрәжәғәт итеп ғәмәлдән сығартырға. Ә был һәм башҡа төр енәйәттәргә ҡаршы көрәшергә теләк бар икән, эске эштәр министрлығына тәфтишселәр талап ителә, рәхим итегеҙ (йә яҡындарығыҙға кәңәш бирегеҙ).  Хеҙмәт тынғыһыҙ һәм яуаплы булһа ла, әүрәткес яҡтары ла юҡ тгел бит!

Аҡ эт, ҡара эт – барыһы ла эт
Аҡ эт, ҡара эт – барыһы ла эт

Банк карталары менән ҡылынған енәйәттәр уғата йышайған. Әйтәйек, яҡташтарыбыҙ

бергәләп эсәләр, енәйәтсе шешәләшенең картаһын сәлдерә, кодты хәйләләп белешә алмаған осраҡта ла, магазиндарға ҡат-ҡат инеп, 1 мең һумға тиклем аҡсаһын тота ( айырым магазиндарҙа код индермәйенсә  күберәк суммаға ла тауар алырға мөмкин).

  Мут әҙәм танышының кеҫә телефонын ваҡытлыса алып тороп (йәнәһе лә,  ҡайҙалыр шылтыратырға), “мобиль банк” сервисы аша аҡсаһын шыпырып алыуҙары булғылай. Ярар, был осраҡтарҙа бурлыҡ бурлыҡ икәнлеге лә, тотоласаҡтары ла алдан билдәле. Икенсе йыш күҙәтелгән төр енәйәттәр – кемдер ҡайҙалыр банк картаһы таба ла, магазиндарға ваҡ-төйәк (башлыса хәмер, тәмәке) аларға йүгерә. Кеҫәгә төшөп түгел, табып алғас,  шул уҡ бурлыҡ икәнлегенә бәғзеләр һаман төшөнөргә теләмәй әле!  ( Аҡ эт, ҡара эт – барыһы ла эт, тигән башҡорт әйтемен онотоп маташалар).

Ни генә уйлайҙарҙыр инде!? Һәр магазинда видеокамералар тора бит, һәр карта буйынса кем ҡасан күпме аҡса тотҡанлығы теркәлә бара.Бик тиҙ арала хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре бурҙың ҡойроҡона баҫаса.

-Эйе, был төр енәйәттәрҙе асыҡлау проценты апаруҡ юғары, - тип билдәләне Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе Лия Фәттәхова. – РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 3”г” пунктына ярашлы, электрон түләү сараларынан башҡарылған уғрылыҡ өсөн  енәйәтсегә 500 мең һумға тиклем штраф һалыныуы, 6 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе лә мөмкин.

Электрон түләү саралары  менән мутлашыусыларға кәртә ҡуйыу юлы анһат -  банк картаһын, кеҫә телефонын бер кемгә лә бирмәҫкә, ә юғалттығыҙ икән – шундуҡ банкка мәрәжәғәт итеп ғәмәлдән сығартырға.

Ә был һәм башҡа төр енәйәттәргә ҡаршы көрәшергә теләк бар икән, эске эштәр министрлығына тәфтишселәр талап ителә, рәхим итегеҙ (йә яҡындарығыҙға кәңәш бирегеҙ).  Хеҙмәт тынғыһыҙ һәм яуаплы булһа ла, әүрәткес яҡтары ла юҡ тгел бит!

Талаптар: 39 йәшкә тиклем, РФ гражданлығы, юғары юридик белем, сәләмәтлек эске эштәр органдарында хеҙмәт итергә ирек биреүе, хөкүмгә таттырылмау, ир-ат өсөн – РФ Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү.

Эш хаҡы – айына 41 мең һумдан һәм юғарыраҡ. Төп отпуск кәмендә 40 көн.  Йылына бер тапҡыр ял итеү урынына бушлай барыу (бындай хоҡуҡ бер ғаилә ағзаһына ла ҡаралған). Торлаҡ яллаған өсөн компенсация түләнә, 10 йыл хеҙмәт иткәндән һуң бер тапҡыр торлаҡ төҙөүгә йә һатып алыуға социаль түләү алырға мөмкин. Ғүмер һәм сәләмәтлек страховкалана, ведомство учреждениеларында медицина һәм санаторий-курорт хеҙмәтләндереүе бушлай башҡарыла, барыу хаҡы компенсациялана һәм башҡа.

Эш көндәрендә 9.00-18.00 сәғәттәрҙә БР буйынса Эске эштәр министрлығының Баш тәфтиш идаралығына 8 (347) 279 -47-83, 8 (347) 279 -42-21 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: