Яйыҡ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2023, 08:58

Ҡармаҡ етер, яҡташтар!

Хаттин ашмаған урындағы кешеләрҙе ныҡ йәл, әммә закон закон инде, уның алдында барыһы ла тиң.

Ҡармаҡ етер, яҡташтар!
Ҡармаҡ етер, яҡташтар!

Таҡын да ыуылдырыҡ сәсеү осоронда браконьерлыҡ тураһында. Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе майор Динара Фәсхетдинова йәнә бер осраҡ тураһында һөйләне.  Балбыҡ ауылында көн күргән олпат ағайҙың баҡсаһы артында ғына Уй йылғаһы аҡҡас, түҙмәй, бер туғанынан резина кәмә алып, кисен, бер кем күрмәгәндә, ике ау ҡуя. Иртән иртүк табышҡа шатланып та өлгөрмәй, ярға сыҡҡанында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡаршы ала. Полиция барыһын да күрә-белә бит ул.... Фотонан ҡараныҡ, әллә ни маҡтанырлыҡ та  түгел 15 балыҡ (алабуға, суртан, сабаҡ, ротан, ҡарабалыҡ), әммә ыуылдырыҡ сәсеү мәлендәге арттырылған такса менән  зыян 13  400 һумға баһалана. Өҫтәүенә, судья ни әйтә инде.... Эйе, хаттин ашмаған урындағы кешеләрҙе ныҡ йәл, әммә закон закон инде, уның алдында барыһы ла тиң. Шуға ла ҡармаҡ менән кәсеп итеүҙән башҡаһына тәүкәлләмәгеҙ! Юғиһә, тамаҡ – тамуҡ, тигән әйтемдең хаҡлығына инанырға тура килер.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: