Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2023, 09:01

"Ҡара бригадалар" тураһында хәбәр итегеҙ!

Нәрәле һыртына ла тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын биреү тәҡдиме яңғыраны. Был һорау ҙа һәр яҡлап тикшерелә, тик әлегә ни буласағы билдәле түгел. Хафаланыуҙың сәбәбе сер түгел инде, төбәгебеҙҙе алтын менән кәсеп итеүселәр апаруҡ  аҡтара.

"Ҡара бригадалар" тураһында хәбәр итегеҙ!
"Ҡара бригадалар" тураһында хәбәр итегеҙ!

Район хакимиәтендә Әүешкүл буйынса фекер алышыу барышында (был хаҡта алдағы хәбәрнамәлә ҡарағыҙ) Нәрәле һыртына ла тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын биреү тәҡдиме яңғыраны. Был һорау ҙа һәр яҡлап тикшерелә, тик әлегә ни буласағы билдәле түгел. Хафаланыуҙың сәбәбе сер түгел инде, төбәгебеҙҙе алтын менән кәсеп итеүселәр апаруҡ  аҡтара. Был һорау буйынса һуңынан бер хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмтәкәре беҙгә ентекле аңлатма бирҙе:

-Бик йыш ҡына ҡара эттең бәләһе аҡ эткә  япһарыла. Алтын эҙләүселәрҙе шартлы рәүештә 3 төркөмгә бүлер инем, юғиһә, халыҡ айырып еткермәй. Алтын сәнәғәтселәре – рәсми рәүештә эш иткәс, контроль аҫтында тотолалар, тәбиғәт һаҡлау ҡанундарын күҙәтмәйҙәр икән, иртәме-һуңмы, уларға ҡарата закон менән ҡаралған саралар ҡулланыла. Икенсе төркөм -  шәхсән рәүештә йөрөүсе граждандар  ( күберәген металл күрһәткес аппарат менән)  . Улар һуңғы арала ишәйҙе, ҡомарҙарын контроль аҫтында тоторға тырышабыҙ, әммә бер көрәк менән генә тәбиғәткә әллә ни зыян да килтерә алмайҙар, күберәген элекке сәнәғәт майҙансыҡтарында соҡоналар. Ә тәбиғәттең иң яуыз дошмандары – “ҡара бригадалар”. Билдәһеҙ кешеләр 4-5 дана ҡеүәтле техника менән кинәт ябырылалар ҙа, бер-ике көндә ерҙең аҫтын өҫкә килтереп, юҡ булалар. Сабынлыҡ, йылға буйы, урман йә тау бите – уларға айырма юҡ.  Әлбиттә, бер ниндәй рөхсәт ҡағыҙҙары юҡ, тотолһалар – яуапҡа тарттырылалар. Бар ғиллә – кинәт пәйҙә булалар ҙа, эште боҙғас, бик шәп ҡасалар.  Шуға ла урындағы халыҡҡа үтенес бар ине – “ҡара бригада”ны шәйләү менән, “02”, “112” номерҙары буйынса полицияға шылтыратығыҙ! Юғиһә, һәр туғайға пост ҡуйып булмай бит инде... Тик шуныһы ла бар  – ул тарафтарҙа шәхсән эйәлектә экскаваторлы техника байтаҡ, килмешәктәр алтын ятырлыҡ урындарҙы, йәшерен юлдарҙы белмәй, тимәк, урындағы бәғзе кешеләрҙең үҙҙәренең дә ҡағылышы бар тип фараз итерлек. Нисек кенә булмаһын, һуңынан    кемгәлер дәғүәләр теҙер урынына, закон боҙолоу тураһында оператив хәбәр итеү зарур.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: