Яйыҡ
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2023, 11:36

Беҙҙең әкиәтсе

Гөлшат Әбдиева: Аллаһ бойорһа, киләһе йыл тиҫтәнән ашыу китабым иҫәпләнәсәк. Шулай уҡ “Бельские просторы”, “Мурзилка”, “Вверх тормашками”, “Шалтай-Болтай” һәм башҡа журналдарҙа баҫылып торам.

Беҙҙең әкиәтсе
Беҙҙең әкиәтсе

Өфө өс көнгә бөтә Рәсәйҙең китап баш ҡалаһына әйләнгәнен телевидениеан күргәнһегеҙҙер инде – шаулап-гөрләп  “Китап-байрам” халыҡ-ара китап йәрминкәһе барҙы. Ғорурлыҡ менән билдәләйек – яҡташыбыҙ СССР һәм Рәсәйҙең иң билдәле нәшриәт – “Детская литература”ны ( тәүләп –“Детиздат”-“Детгиз”)  вәкилләп, айырым бүленгән павильонда яңы китабы менән таныштырҙы.

 Яҡташыбыҙ менән әңгәмә ҡорорға форсат таптыҡ - Гөлшат Әбдиева (Хакимова) 1989 йыл Учалы ҡалаһында донъяға килә. 1-се Башҡорт лицейын, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалын (филология/инглиз теле) тамамлай.  Пресс-хеҙмәт редакторы булып эшләй, һуңғы йылдарҙа тик яҙыусылыҡ менән шөғөлләнә. Теүәл әйткәндә, дүрт йәшендә тәүге әкиәтен яҙа ла, шунан алып туҡтағаны ла юҡ.

-Гөлшат Ғаяз ҡыҙы, шундай мәртәбәле сарала хөрмәт күрһәткәстәре, әһәмиәтле уңыштарығыҙ барҙыр инде, ошо хаҡта һөйләп китегеҙ.

-Төрлө конкурстарҙа йыш ҡатнашам, байтаҡ тапҡыр еңеүсе йә призер булдым. Бына яңыраҡ, мәҫәлән, “ПрофДетЛит” конкурсында еңеп, Мәскәүҙә премияны Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһы рәйесе В.А.Фетисов тапшырҙы. Әйткәндәй, легендар хоккейсы Вячеслав Александрович бик тә мөләйем һәм әҙәпле кеше икән. Әлбиттә, иң мөһиме – яҙған китаптар. Бөгөнгө көн ике баҫмам сауҙаға сығарылды - «Однажды в Капустине» (“Нигма” нәшриәте) һәм  «Шебуршарик Вася с планеты Синехвостиковая» (“Детская литература”). Июль башында «Зачем корове крылья» (“Просвещение”) сығарыла, йәнә ике аҙна үтеүгә «Мозаика Kids» нәшриәтендә ике балалар детективы донъя күрәсәк (терпе Геннадий, ярҙамсыһы сысҡан Гуашь тураһында). Август башында “Просвещение” нәшриәтендә ике әкиәттән йыйынтыҡ планлаштырылған. Шулай уҡ төрлө нәшриәттәрҙә баҫмаға әҙерләнәләр: “Инкаба”  һәм “Шкатулка Шульгана”– икеһе лә фэнтези жанрында, йәғни әкиәт-легендаларға нигеҙләнгән  фантастика,  «Лев Дикий и чудовищный контрабандист» һәм минең айырыуса ғорурлығым -  «Четверка из Трясины: исчезновение миссис Ларс» детективы, “Эксмо” нәшриәте заказы буйынса был әҫәрҙең дауамын да яҙа башланым, киләһе йыл башында икеһе бергә донъя күреүҙәре планлаштырылды. Дөйөм алғанда, Аллаһ бойорһа, киләһе йыл тиҫтәнән ашыу китабым иҫәпләнәсәк. Шулай уҡ “Бельские просторы”, “Мурзилка”, “Вверх тормашками”, “Шалтай-Болтай” һәм башҡа журналдарҙа баҫылып торам.

-Әкиәтселеккә нисек тотоноп киттегеҙ, балалар өсөн әҙәбиәттә танылыу айырыуса ҡатмарлы бит инде?

-Һәр кемдең тәҡдире маңлайына яҙыла, тигәндәй, кескәй саҡтан белдем – мин мотлаҡ яҙыусы буласаҡмын һәм бик яҡшы яҙыусы булыр өсөн көсөмдө лә, ваҡытымды ла йәлләмәйәсәкмен. Эйе, ололарҙан айырмалы, балалар кеше күңелен уйлап, оҡшамағанды оҡшай тип әйтмәйәсәктәр, улар өсөн ижад итәң икән – ниндәйҙер яһалмалылыҡ, “ҡалай ҙа бата” тип тотоноу һис тә мөмкин түгел!

-Ә ҙур, олпат нәшриәттәр менән нисек хеҙмәттәшлек итә башланығыҙ?

-Баштан уҡ үҙемә һүҙ бирҙем, “үҙнәшер”, йәғни үҙ аҡсаңа, бағымсылар ярҙамы менән китап сығармаясаҡмын. Юҡ, яңылыш аңлап ҡуймағыҙ, “самиздат” буйынса ла иҫ китерлек әҫәрҙәр донъя күрә, ләкин мин профессиональ яҙыусы юлына баҫҡанмын икән, мотлаҡ хеҙмәтем өсөн китап уҡыусы аҡсаһын түләп, теләп алырға тейеш. Ижадыңа иң объектив баһа нәҡ шул бит! Эйе, ҙур нәшриәттәр менән хеҙмәттәшлек булдырыу күп көс һәм ваҡыт, үҙ өҫтөмдә эшләү һәм сабырлыҡ талап итте.  Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә – кемдеңдер блаты бар, кемдер дәрәжәле кешеләргә оҡшай белә, кеүек имеш-мимештәр тулыһынса нигеҙһеҙ. Заман талап иткәнсә яҙа белмәйһең икән, бер ниндәй  танышлыҡтар ҙа, ришүәттәр ҙә ярҙам итмәйәсәк – федераль кимәлдәге нәшриәттәрҙә  тик профессиональ конкуренция ғына хөкөм һөрә.

-“Заманса яҙыу” тигәндә нимәне күҙ уңында тотағыҙ?

-Элекке дәүерҙәрҙең балалар әҙәбиәте баһалап бөткөһөҙ гүзәл, әммә улар ғына хәҙер ихтыяжды ҡәнәғәтләндермәй. Заман балалары заман әҙәбиәте аша ғына әлеге заман менән таныша, оло тормошҡа әҙерләнә ала. Рәсәйҙә балалар әҙәбиәте күтәрелеш кисерә, береһенән-береһе яҡшыраҡ авторҙар ишәйә бара. Бер генә бәлә, күп ата-әсәләр Ксения Горбунова, Катя Матюшкина, Екатерина Земляничкина, Наталья Александровская, Елена Хоружая  кеүек ғәжәп һәләтле авторҙарҙы белеп еткермәй, балаларына ни тура килде, шул китапты алып бирә йә, быныһы тамам хөрт, сабыйға смартфон тоттора ла, бар эстетик, әҙәби тәрбиә шуның менән вәссәләм... Тыуғандан алып ата өйөнән сығып киткәнсе бала алдында һәр саҡ китап күп булырға тейеш, “Кеше китап уҡыуҙан туҡтаһа, уйлай белеүҙән дә туҡтай” әйтеме буш урында килеп сыҡмаған! Шөкөр, был тәңгәлдә эштәт йәнләнә бара. Бына үҙем былтыр көҙ РФ Тәрбиә институты һәм Рәсәй балалар, үҫмерҙәр яҙыусылары союзының берлектәге проектына үтә алдым. Ҡулъяҙмалар 3 төп критерий буйынса һайлап алынды – әлеге заманды һүрәтләү, яҙыу оҫталығы һәм хаҡ рухи-әхлаҡи йүнәлеш. Башта, отчет өсөн үткәрелгән сираттағы сара түгелме, тип тә уйлағайным, һис юҡҡа бошонғанмын – шундай ихлас, эскерһеҙ, маҡсатлы кешеләр проект менән шөғөлләнә! Тап ошо сиктә  «Шкатулка Шульгана» тигән китабым сығасаҡ та инде. Был әҫәрҙә Учалы районының Иманғол ауылы, Өфө тирәләре байтаҡ һүрәтләнә. Ауыр һынауҙарға тарыған һәм тормош имтиханын лайыҡлы үткән үҫмерҙәр тураһында  легендалар һәм ысынбарлыҡ буталған фэнтези. Нигеҙендә – олатай-өләсәйҙәрҙең һәм ейән-ейәнсәрҙәрҙең мөнәсәбәттәре. Һөйгән ҡартинәйем Ләлә Имаметдин ҡыҙы Янбаеваға бағышланым. Беҙ уның менән рухи игеҙәктәр булдыҡ, хәҙер инде баҡыйлыҡҡа күсһә лә, рухи бәйләнеш һаман һаҡлана.... Иҫ киткес, бик яҡты һәм көслө кеше ине ул, ундайҙар донъябыҙға һирәк килә.

-Башҡортса ҡалай матур һөйләшәһегеҙ, әсә телендә ижад итергә теләк юҡмы?

-Киләсәктә, бәлки, иждиһад итеп ҡарармын. Ә әлегә милләтем алдында төп бурысым – башҡорт халҡы, башҡорт фиғеле, башҡорт мәҙәниәте һәм ауыҙ-тел ижады менән мөмкин тиклем күберәк кешене фәҡәт рус телендә таныштырыу. Әйткәндәй, “Тамыр” телестудияһы хеҙмәткәрҙәре менән танышып, хеҙмәттәшлек мөмкинлеге тураһында һөйләшкәндә, уларға ҡарап ныҡ һоҡландым – шундай дәртле, йүнсел, заманса эш иткән ҡыҙҙар.  Ундай ҡурсалаусылар булғанда, телебеҙҙең дә, мәҙәниәтебеҙҙең дә киләсәге бар!

-Әҫәрҙәрҙең идеяһы, образдар ҡайҙан һәм нисек килеп сыға?

-Сәйер булып яңғыраһа ла,  иманым камил: ысын тормошто тулы үлсәмдә иң дөрөҫ һүрәтләгән әҙәби алым – фәҡәт әкиәттәр. Һәр әҫәрем теге йә был кимәлдә үҙемдең тормош тәжрибәһенән, ишеткән-күргәндәрҙән тамыр ала. Ә образдар.... Тормош иптәшем Илдар Әбдиев ғалим, инженер, шуға ҡарамаҫтан, улыбыҙ Тимур менән уйнағанында яңынан-яңы һүҙҙәр уйлап табырға әүәҫ. Мин ни, ҡолаҡты ҡарпайтып йөрөйөм дә, уйлай башлайым – ә  минең ирҙәр телгә алған Шебушарик йә Чуть-Чудище нәмә икән? Күпмелер ваҡыттан күҙ алдына ла килеп баҫалар. Тиҙ генә компьютер артына ултырып, һүҙ менән тасуирлай башлайым. Ҡыҫҡаһы, ижадта ниндәйҙер ҡалып булмай инде ул, илһам ҡайҙан һәм нисек төшөрөлөүен Хоҙай үҙе генә белә. Ысын мәхәббәт кеүек.

-Йәш авторҙарға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

-Яҙырға, яҙырға һәм тағын да бер тапҡыр яҙырға! Яҙмаҫҡа хәлдән килә икән, тимәк, ундай кешеләргә башҡа өлкәләрҙә көс һынап ҡарарға кәрәктер, асылың яҙыусы икән, яҙмай булдыра алмайһың! Дан-шөһрәт ҡаҙаныу, кемгәлер нимәлер иҫбатлауҙы  маҡсат итеп ҡуйырға кәрәкмәҫ, кеше ошо юҫыҡҡа ынтыла икән, байтаҡҡа еңелерәк юлдар ҙа табырға мөмкин. Һәм, әлбиттә, төп шарт – бер туҡтауһыҙ камиллашырға, яңынан-яңы образдар, стиль һәм сюжеттар эҙләргә, заман китаптарын күберәк уҡырға. Балалар әҙәбиәте менән шөғөлләнәгеҙ икән, фәҡәт балалар менән мөмкин тиклем күберәк аралашырға, эс серҙәре, уй-фекерҙәре менән ихлас күңелдән ҡыҙыҡһынырға. Өгәт-нәсихәт уҡыу йә авторҙың үҙенең бәләкәй сағын һүрәтләү менән генә бөгөнгө көндә уңышҡа өлгәшеп булмай. Беләһегеҙ килһә, нәшриәттәр меңәрләгән ҡулъяҙмалар менән күмелгән, бихисап кешеләр үҙҙәренең балалары, ейәндәре йә йорт йәнлектәре тураһында  көндәлек рәүешендәрәк яҙып килтерә лә, балалар өсөн китап әҙер, тип яңылыша. Ә балалар өсөн китап ололарҙыҡы менән сағыштырғанда ла күберәк һәләт, хеҙмәт, күңел ялҡыны талап итә.  Ҡабатлап әйтәм, ҙур нәшриәттәрҙә бер ниндәй “брат-сват-блат” кеүек йәмһеҙ күренештәр юҡ, әҫәрең кешеләргә оҡшарҙай икән, мотлаҡ ҡабул итәсәктәр. Шатланып алып ҡаласаҡтар.

-Ҡәләм тирбәтеүселәр һеҙҙең менән нисек бәйләнешкә сыға ала?

-Теләге булғандар интернет аша рәхим итеп мәрәжәғәт итә ала, һәр кемгә шатмын: https://vk.com/abdeevawriter,  сайт - Abdeeva.com. 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: