

Башҡорт дәүләт филармонияһында «Башҡортостан гүзәле - 2023» Бөтә Рәсәй матурлыҡ һәм традициялар конкурсының финалы уҙҙы. Финалда бөтәһе 18-35 йәшлек 17 гүзәл зат ҡатнашҡан.
Үҫмерҙәр араһында икенсе урынға Учалынан Алтынай Әхмәтова лайыҡ була. Алтынайға 29 июндән 2 июлгә тиклем Мәскәү ҡалаһында уҙасаҡ “Йәш Рәсәй мисы - 2023” конкурсында ҡатнашыу өсөн махсус сертификат тапшырғандар.
Алтынай Әхмәтова сығышы менән Әбйәлил районы Үрге Әбдрәш ауылынан. Талантлы ҡыҙыҡайға 18 йәш, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының бейеү бүлегендә белем ала, бер үк ваҡытта “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләргә лә өлгөрә икән.
Алтынайҙың атайым Фәрит Мөхәмәйән улы 22 йыл Әбдрәш ауыл клубында мәҙәниәт хеҙмәткәре булып эшләй, ә әсәһе Фәриҙә Нәғим ҡыҙы Сиҙәм мәҙәниәт йортонда бына инде 3 йыл мөдир вазифаһын башҡара, унан алда24 йыл Әбдрәш мәктәбендә эшләгән.
- “Башҡортостан гузәле” конкурсында ҡатнашыуыма сикһеҙ шатмын. Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты, тиһәм дә була. Конкурс минең өсөн ауыр булманы, сөнки эргәмдә ата-әсәйемдең, Ынйы апайымдың, Фәнүр ағайымдың, Раян ҡустымдың булыуы, уларҙың йылы һүҙҙәре, ихлас теләктәре ныҡлы терәк булды. Тәүге уҡытыусым Лира Фәйзрахман ҡыҙына бик рәхмәтлемен. Уның яҙған шиғырҙары, биргән кәңәштәре конкурста ныҡ ярҙам итте. Шулай уҡ рәхмәттәремде “Ләйсән” халыҡ бейеү ансамбле коллективына һәм етәкселәре Гүзәл Рәшит ҡыҙына, Венера Тимерғәле ҡыҙына,
Миҙәхәт Мөхәмәт улына юллайым.
Конкурста үҙең менән таныштырыуҙа атайым менән сәхнәгә сыҡтым, ул минең турала һөйләне. Икенсе һынауҙа Башҡортостандың данлыҡлы урындары хаҡында һөйләп, реклама яһау һәм саҡырыу эшләнек. Мин Әбйәлил ҡыҙы булһам да, Учалы ҡалаһында уҡып-эшләгәс, Учалы ҡалаһын тәҡдим иттем, Әүлиә шишмәһе хаҡында һөйләнем.
Артабан ҡыҙҙар менән Зэйнетдин Заһирзын йыры аҫтында бейеүгә төштөк. Был төр һынауҙа һәр конкурсанттың бейеү һәләтен ҡаранылар, иң аҙаҡтан дефиле булды - сағыу күлдәктәрҙә сәхнә буйлап йөрөнөк. Ярыш һөҙөмтәһе буйынса, мин 2 се урын алдым һәм Мәскәү ҡалаһына саҡырыу ҡағыҙы менән бүләкләндем.
Конкурс бик оҡшаны. Шатлыҡлы ла, мөһим дә мәлдә ярҙам ҡулы һуҙған, терәк булған яҡындарыма, дуҫтарыма, етәкселәремә ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Алтынай Әхмәтова.
Беҙ ҙә һылыуҡайға Мәскәү ҡалаһында уҙасаҡ конкурста уңыштар ғына теләйбеҙ. Бар яҡтан да килгән башҡорт һылыуҡайы менән һоҡланыуыбыҙҙы йәшермәйбеҙ!