

1 июль Хәрби хәрәкәттәр ветераны көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Бөтә Рәсәй “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе республиканың байтаҡ ҡала-райондары буйынса (15 нөктә) автопробег үткәрә.
29 июнь Учалыға килеп еттеләр, Афғансылар скверында митинг үтте. “Был акция шулай уҡ махсус хәрби операцияла тап әле ҡатнашҡан егеттәргә теләктәшлек күрһәтеү”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды бүлексә етәксеһе Альбер Шаһиморатов.
Сәстәренә сал төшкән, әммә әле лә ныҡ ирҙәр сафҡа теҙелеп, байраҡтар күтәреп атланы, ялҡынлы телмәрҙәр яңғыраны.
“Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы” Учалы ҡала һәм район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәис Ҡасимов республика ойошмаһының почет грамотаһы менән билдәләнде. Һуңынан Альберт Нияз улы әйтеп китте – районыбыҙҙағы берекмә Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килә, ағзалар һаны һәм әүҙемлек менән айырылып тора.
Ватан өсөн баштарын һалған яугирҙәр хөрмәтенә тынлыҡ минуты иғлан ителде, һәйкәлгә сәскә гөлләмәләре һалынды..
...Наурыҙ ауылынан Әхмәҙей Мөхмәҙиев хәҙер Межозерный ҡасабаһында йәшәй, ситтә, “Алрос” компанияһында эшләй. Шулай ҙа, был сараға үҙе генә килеү менән сикләнмәгән, Илдар һәм Арслан атлы ике ейәнен дә килтергән. “Бар тәрбиә башлыса ғаиләлә барырға тейеш!”, - тип иҫәпләй 1984-1986 йылдарҙа Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән уҙаман. Бик хаҡ һүҙҙәр! Олаталары, уның яуҙаштары араһында ғорур торған малайҙар ысын ир булып үҫәсәктәренә семтем дә шик юҡ. Тик бына, исмаһам, киләһе быуынға ҡулдарына ҡорал тоторға яҙмаһын инде...
Хәрби хәрәкәттәр ветераны көнө әлегә рәсми рәүештә теркәлмәгән. Сөнки 15 февраль Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйлеләр хәтере көнө үткәрелә. Тик бына йәмәғәтселәрҙе был ғына ҡәнәғәтләндермәй. Беренсенән, Төньяҡ Кавказдағы конфликттарҙы бер нисек тә “Ватандан ситтә” тип баһалап булмай бит. Икенсенән, 15 февраль башлыса совет контингентын Афғанстандан сығарыуға бәйле. Ә бит совет һәм Рәсәй хәрбиҙәре ҡайҙа ғына Ватан мәнфәғәттәрен һаҡлап алышманы – Корея, Ҡытай, Вьетнам,Венгрия, Чехословакия, Ангола, Молдова, Сирия һәм башҡа күп.
“Алыҫтарҙан, ай, күренгән[]
Ирәмәлкәй тауҙың аҡ ташы.
Ҡайҙа бармай, ниҙер күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы”.
Нәҡ шулай! 1 июль көнө бар яугирҙәрҙе ҡотларға онотмайыҡ. Барығыҙға ла рәхмәт, бар йәрәктән ҡоростай һаулыҡ, имен тормош һәм илгә тоғролоғоҙға лайыҡ ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелеп оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!