

“Юлдаш” йәмғиәтенең ҡымыҙ бешеү оҫтаһы Лилиә Нәдим ҡыҙы Сәғәҙәтова нисә тапҡыр район һәм республика конкурстарында еңеүе, призер булыуыҙарының осона сығыуы ла анһат түгел – бик күп тапҡыр. Һәм бына тағы – үткән йыл эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса йәнә “Башҡортостанда иң яҡшы ҡымыҙ оҫтаһы” тип рәсми рәүештә танылды.
БР профсоюздары федерацияһы советының XI ултырышында ике тиҫтәнән ашыу һөнәр вәкиләдеренең республикала иң оҫталары билдәләнә (слесарь, уҡытыусы, инженер, токарь, табип һәм башҡа), ошо хөрмәтле исемлектә яҡташыбыҙ ҙа булыуы барыбыҙ өсөн дә ғорурлыҡ!. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, имен тормош теләйбеҙ, артабан да хеҙмәт ҡаҙаныштары үҙегеҙгә лә, “Юлдаш” йәмғиәтенә лә юлдаш булһын!
...Ә Лилиә ханымдың әле иң ҡыҙыу эш мәле – йөҙҙән ашыу бейәнән һауылған һөттән ҡымыҙ бешә. Кем әлегә тиклем ауыҙ итмәгән, мотлаҡ татып ҡарағыҙ – оҫтабикәләргә юғары дәрәжәләр юҡҡа ғына бирелмәүен шундуҡ аңларһығыҙ.