Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
6 Июль 2023, 03:13

Евразия йөрәге һәм йәме

Беренсенән, “Доньяла иң күп кеше милли кейемдәрҙә түңәрәктә бейегән әйлән-бәйлән” рекорды ҡуйыла. Өс меңләп кеше ҡатнаша бит! Ҡырҡ кешелек делегация Учалы районын вәкилләне. Күҙҙең яуын алған башҡорт милли кейемдәрендә әүҙемлек һәм оҫталыҡ күрһәткәндәре өсөн район мәҙәниәт бүлеге Миндәк, Уральск, Ҡунаҡбай, Иманғол мәҙәниәт йорттары коллективтарына, балалар сәнғәт мәктәптәренә  рәхмәт белдерҙе. Икенсенән, “Байыҡ” конкурсының Гала-концертында Уральск ҡасабаһынан  “Ирәмәл” ( етәкселәре Фәнис һәм Гөлли Кәримовтар) һәм Ҡунаҡбайҙан “Сулпылар” (Ләйсән Юлдашбаева)  лауреат булдылар. Өсөнсөнән, Уральск сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән Алтынай Килмөхәмәтова (Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан) 3-15 йәшлек бейеүселәр араһында иң юғары баһа – Гран-при яуланы.

Евразия йөрәге һәм йәмеЕвразия йөрәге һәм йәме
Евразия йөрәге һәм йәме

26-28 июндә Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X форумы уҙҙы. Беларусь Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының парламент-ара, сауҙа-иҡтисади, фәнни-мәғариф, мәҙәни бәйләнештәрен нығытыу, эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтеү, ике яҡлы хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәрен үҫтереү был форумдың төп маҡсаттары булып торҙо.

Халыҡ-ара масштабтағы сара эшлекле аралашыу менән генә сикләнмәй. Бай мәҙәни программа әҙерләнә: “Дуҫтар күҙенән Башҡортостан” рәссамдар арт-пленэры, “Дуҫлыҡ урамы” милли мәҙәниәттәр фестивале, “Байыҡ” конкурсының Гала-концерты, “XXI быуат славяндары”, “Дуҫлыҡ тирмәһе” майҙансыҡтары, “Евразия йөрәге” Халыҡ-ара сәнғәт фестивале һәм башҡа күп. Учалылар ҙа был әһәмиәтле ваҡиғаға лайыҡлы өлөш индерҙеләр. Шул иҫәптән:

Беренсенән, “Доньяла иң күп кеше милли кейемдәрҙә түңәрәктә бейегән әйлән-бәйлән” рекорды ҡуйыла. Өс меңләп кеше ҡатнаша бит! Ҡырҡ кешелек делегация Учалы районын вәкилләне. Күҙҙең яуын алған башҡорт милли кейемдәрендә әүҙемлек һәм оҫталыҡ күрһәткәндәре өсөн район мәҙәниәт бүлеге Миндәк, Уральск, Ҡунаҡбай, Иманғол мәҙәниәт йорттары коллективтарына, балалар сәнғәт мәктәптәренә  рәхмәт белдерҙе.

Икенсенән, “Байыҡ” конкурсының Гала-концертында Уральск ҡасабаһынан  “Ирәмәл” ( етәкселәре Фәнис һәм Гөлли Кәримовтар) һәм Ҡунаҡбайҙан “Сулпылар” (Ләйсән Юлдашбаева)  лауреат булдылар.

Өсөнсөнән, Уральск сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән Алтынай Килмөхәмәтова (Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан) 3-15 йәшлек бейеүселәр араһында иң юғары баһа – Гран-при яуланы.

Төбәгебеҙҙең яҡшы данын тартҡан яҡташтарыбыҙҙың үҙҙәренә һүҙ бирәйек:


“Ирәмәл” ижад үҙәге директоры Динара   Мөжәүирова:

-Гала-концертта 750 самаһы йәш артист ҡатнашты, Татарстан, Дағсттан, Чечен, Төньяҡ Осетия-Алания республикаларынан, Рәсәйҙең төрлө башҡа тарафтарынан килгәндәр ине. Улар араһында балҡыу – әлбиттә, барыбыҙ өсөн дә оло ғорурлыҡ! “Ирәмәл” яңы бейеү ҡуйҙы – “Ҡулъулығым – бүләгем” (ҡуйыусылар – Кәримовтар, Илгиз Йомағужиндың көйө).   Ҙур композиция һалып, Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарға данлыҡлы Учалы еренең үҙенсәлекле бейеү алымдары күрһәтелгән сағыу тамаша бүләк итте.Тегенсе Илмира Маликова бик йылдам яңы сәхнә костюмдары тегеп өлгөрттө. Костюмдар өсөн туҡыма табыуҙа спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән Учалы тегеү фабрикаһы директоры, район Советы депутаты Фәйрүзә Степаненко ханымға ныҡ рәхмәтлебеҙ. Фәнис Кәримов, Гөлиә Кәримова, Ләйсән Шөғәйөпова етәкләгән “Ирәмәл”  ансамбле өсөн 2023 йыл бик уңышлы бара. Учалы, Өфө, Туймазы, Екатеринбург ҡалаларында республика  һәм халыҡ-ара кимәлендәге конкурстарҙа яҡшы сығыш яһанылар. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел – быйыл “Ирәмәл” ансамбленең 35 йыллыҡ юбилейы бит. “Башҡортостан Республикаһының өлгөлө коллективы” дәрәжәһен алған районда беренсе коллектив икәнлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алам.

Розалия Абдрахманова, Уральск балалар сәнғәте мәктәбе уҡытыусыһы:

 -Kуптан күңҽлҽмда йөрөткән хыялым тормошҡа ашты: башҡорт бҽйҽуҙәрҽ буйынса "Байыҡ" республика телевизион  конкурсында ҡатнаштыҡ. Был ысынында  ла яҙмыш бүләгҽ! Мин "Байыҡ"тың конкурсына заявка ҽбәргәндә утҽрбҽҙ тип уйламағайным, әммә ләкин Гала-концҽртҡа утҽп, Гран-при яулауға ирештек! Шуға мин бик шатмын, шатлығым күңҽлҽмә һыймай, сөнки үҙҽбҽҙҙҽң зирәк, матур, сая,  дәрт-дарман һәм башҡорт рухы ташып торған башҡорт ҡыҙҙары һәм малайҙары араһында ҡатнашыу айырыуса кинәнес һәм ғорурлыҡ!

Быйылғы йылда “Байыҡ» конкурсы "Уҡытыусы һәм остаз" тҽмаһына бәйлҽ булғас, бындай кимәлдә еңеү – юғары дәрәжәлә танылыу ҙа, һөнәри ҡаҙаныш та. Минҽм уҡыусым  Алтынай Килмөхәмәтова финалға үтҽп, көслө, һәләтленән-һәләтле  бҽйҽусҽләр мҽнән бҽр рәттән, баш ҡалабыҙҙың ҙур сәхнәһҽндә тал сыбығындай һығылмалы, берсә яғымлы, берсә сая булып  “Самауыр менән бейеүҙе” башҡарғанда бөтә халыҡ хайран ҡалды.

Алтынай бҽҙҙҽң "Наҙлыҡай" ансамбленең солисткаһы. Быйылғы йыл, Аллаһҡа шөкөр,  бик уңышлы бара. Куп конкурс-фҽстивалдарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланыҡ.  Силәбе ҡалаһында үткән Бәтә Рәсәй  DREAM FEST-2023 хореография фестивалендә “Наҙлыҡай” 2-се дәрәжә лауреаты булһа, Алтынай 1-се дәрәжәгә лә иреште.  Шундай уҡ күрһәткескә Магнитогорск ҡалаһында “Сыңлы үксә – 2023” башҡорт халыҡ хореографияһы конкурсында ла ирештек. “Һинең талант” Халыҡ-ара конкурсында “Наҙлыҡай” 2-се дәрәжә лауреаты булды. Шулай уҡ Алтынай “Алтын даға” һәм республика сәнғәт мәктәптәренең хореография конкурстары дипломанты ла булып өлгөрҙө. Күҙ генә теймәйһен, бигерәк тә һәләтле балаҡай!

“Байыҡ” ҙур, масштаблы проҽкт булғас, уҙҽбҽҙҙҽң гҽнә түгҽл, ә сит ҽрҙән килгән ҡунаҡтарҙы матур итҽп ҡаршы алдылар. Уларҙың, мәҫәлән, Чҽчҽн рҽспубликаһының "Амал" коллҽктивы барабандарҙа уйнап бҽйҽуҙәрҽ һоҡландырҙы. Түбәнге Новгородтан килгән "Жар-птица" коллҽктивы лирик рус әйлән-бәйләнен (хороводын) иҫ киткес тигҽҙ, талғын башҡарыуҙары таң ҡалдырмауы мөмкин түгел

Ғәжәйеп тәьҫораттарға байып, күңҽлдәрҙҽ йәмгә тултырып , яңы  маҡсаттар ҡуйып, илһамланып, арып-талып булһа ла, , бик ҡәнәғәт ҡайтып төштөк. Аллаһ бирһә, "Байыҡ"та тағы ла ҡатнашырға тырышасаҡбыҙ,  яңы, ҡыҙыҡлы, матур,  бҽйҽуҙәр мҽнән менән барырға өмөттәбҽҙ! Был конкурстың  көслө, талантлы, татыу  командаһына, ойоштороусы һәм алып барыусы Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаеваға ихлас күңелдән рәхмәт!

Алтынай Килмөхәмәтова:

-Бәләкәйҙән бейергә яраттым, ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһау тураһында хыялландым. Хыялым тормошҡа ашып,  Өфө сәхнәһендә бейеп, Гран-при алғанда белһәгеҙ икән минең нисек шатланғанды – күктең етенсе ҡатына менгәндәй булдым! Ошо ғына етмәгән тиерһең, бүләккә телефон да тапшырҙылар бит әле. Сығыш яһарға килгән байтаҡ йәш артистар менән танышыу, бергәләп фотолар төшөү ҙә бик оҡшаны. Ошондай сағыу, ҙур байрам ойоштороусыларға, остазым Розалия Азамат ҡыҙына, атай-әсәйемдәргә, Ленара, Ләйсән апайҙарыма, мине ҡаршы алып торған Гөлнара Айрат ҡыҙына, класташтарыма, ауылдаштарыма – был бәхетле минуттарыма булышлыҡ иткән бар кешеләргә ҙур рәхмәтемде белдерәм, йәшәһен, үҫһен, яңғыраһын “Байыҡ”!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас