

Учалыла иң һылыу ҡатын-ҡыҙҙар йәшәгәнлеге аксиома инде, йәғни, күҙгә күренеп торғас, иҫбатлауҙы ла талап итмәгән хәҡиҡәт. Өҫтәүенә был ваҡыты-ваҡыты менән рәсми рәүештә лә танылып тора.
Балтас районының Иҫке Балтас ауылында «Табынфест — 2023» Төбәк-ара йәштәр фестивале үтте.
Сараның маҡсаты - быуын-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, йәштәрҙе ырыу тарихы, милли йолалар менән менән таныштырыу, әүҙемлеккә өндәү.
Быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелгән сарала Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Тәтешле, Балтас, Дәүләкән, Салауат райондарынан, күрше Ырымбур, Силәбе өлкәләренән килгән делегациялар спорт ярыштарында, халыҡ кәсебе һәм шәжәрәләр күргәҙмәһендә, «Табын һылыуы», «Табын батыры» конкурстарында һәм концерт программаларында ихлас ҡатнаштылар.
“Табын һылыуы” конкурсында Учалы районының данын яҡлап, Илсеғол ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Миләүшә Баязитова ла һынау тотто.
Ойоштороусылар ҡыҙҙарға ҡыҙыҡлы турҙар әҙерләгәндәр — улар үҙҙәре менән дә таныштырҙы, аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫталыҡтарын күрһәтте, йоланан өҙөк тә әҙерләп, башҡорт милли кейемдәрендә дефилела, ижади номерҙар менән дә сығыш яһаны.
Һөҙөмтәлә, Миләүшә бар һынауҙарҙы уңышлы үтеп сығып «Табын һылыуы» тажына лайыҡ булды! Ҡотлайбыҙ, афарин!
Белешмә: Миләүшә Наил ҡыҙы Баязитова 1997 йылдың 25 июлендә Мулдаҡай ауылында тыуған. Әлеге көндә Әүешкүл ауылында йәшәй. Һөнәре буйынса хореограф. Гөлнәзирә исемле ҡыҙ тәрбиәләй.
-Әлбиттә, ғорурлыҡ кисерәм һәм яуаплылыҡ тоям – ошондай дәрәжәгә артабан да тура килер кәрәк бит! Ошо еңеүгә булышлыҡ иткәндәре өсөн бар коллективыма, бөтә кешеләргә рәхмәт тойғоһо кисерәм, - ти һылыу.