Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
12 Июль 2023, 06:14

Ҡобағош ҡыҙҙары ҡайта ауылға.

Йылдар үткән һайын үҙенә тарта Ауылымдың саңлы урамы, Ҡурташымдың текә ҡаялары Тәпәй баҫҡан Миндәк буйҙары...

Ҡобағош ҡыҙҙары ҡайта ауылға.Ҡобағош ҡыҙҙары ҡайта ауылға.
Ҡобағош ҡыҙҙары ҡайта ауылға.

Ҡобағош ҡыҙҙары ҡайта ауылға.

   Мин йәш саҡтан сәйәхәт итергә яраттым, шуға хаҡлы ялдағы коллегам Әсмә Хәйретдинованың тыуған ауылында үтәсәк"Ҡобағош ҡыҙҙары ҡайта ауылға

Кендек ҡаны тамған ер тартып" байрамына саҡырыуын ихлас ҡабул иттем. Әсмә Ишмырҙа ҡыҙы 1972 йылда Белорет педучилищеһын бөткәс, Ғафури районына юллама менән килеп бына ярты быуат инде Сәйетбаба ауылына килен булып төшөп, таш булып батҡан.

   Ул  37 йыл буйы башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләп, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Әсмә апай һис бер өйөндә генә тора торған кеше түгел, әүҙем ағинәй ауылдың бөтә байрамдарында ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа Октябрьскийҙа дин буйынса белем ала, Ҡөрьән-Кәримде ғәрәпсә уҡырға өйрәнә. Иптәше Ибраһим Наҡиулла улы ла бик тырыш, ғәҙел һәм талапсан, физкультура уҡытыусыһы ине.

   Сәфәребеҙ гүзәл Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан башланды. Бик күп йылдар элек ул төбәккә ҡунаҡҡа барған саҡтар иҫкә төшөп, бик тулҡынландым. Яҡшы машинала, көҙгөләй ялтырап ятҡан асфальт юлда, самолетта осҡан һымаҡ талғын ғына китеп барабыҙ. Тыуған яҡтарына ҡанатланып ҡайтып барған Әсмә апайҙың йөҙө саҡрымдар артта ҡалған һайын нурланғандан нурланып, йәшәреп киткәндәй булды. Ҡобағошома саң ҡундырмай ҡайтып торһам да, һағынып та өлгөрҙөм, ти ул моңһоуланып.

Уралтау - төйәгебеҙ,

Ҡобағош - ауылыбыҙ,

Күбәләк - ырыуыбыҙ,

Ҡарағас - ағасыбыҙ,

Ҡарағош - ҡошобоҙ,

Ҡурташ - тауыбыҙ,

Миндәк - һыуыбыҙ,

Ҡобағош - атлыбыҙ, тип илһамланып ауылының төпкөлгә киткән сал тарихы, ер-һыу атамалары менән таныштыра.

   Белорет районына кереү менән тауҙар теҙмәһе башлана. Тау битләүҙәре ҡайын, йүкә ҡатыш киң япраҡлы һәм ылыҫлы урман менән ҡапланған. Ә мин үҙ-үҙемде белгәндән бирле тауҙарға ғашиҡ кеше булараҡ, табиғәттең шундай илаһи бер мөғжизәһенә иҫем китеп барам. Ысынлап та, легенда-риүәйәттәрҙә һөйләнелгәнсә Башҡортостаныбыҙ Аллаһы Тәғәләнең яратҡан төбәгелер, тип уйлап ҡуям. Әсмә апай һәр иҫтәлекле урындарҙың, тау-һырттарының исемдәрен, уларҙың тарихтарын ҡыҫҡаса һөйләп килә. Юл буйында ғына ағып ятҡан шишмәләренән балдай татлы һыу эсәбеҙ, тәбиғәт ҡомартҡыларына иғтибар итәбеҙ. Ял итергә туҡтап, Инйәрҙағе Рафаэль Байдәүләтов төҙөткән иҫ киткес матур мәсет эсенә инеп өйлә намаҙын уҡып сығабыҙ. Тауға бер артылып, бер төшөп бара торғас, Елмерҙәктәге бер аҙ ҡурҡыныс та, ғәжәп матур күренеш тә булған "Ҡәйнә телен“ уҙабыҙ, өҫкө бер нөктәһендә туҡтап иҫтәлеккә фотоға төшәбеҙ. Белорет ҡалаһына етәрәк Әсмә апай дәртле, шау-шыулы студент йылдарын, төркөмдәштәрен хәтергә төшөрөп барҙы. Атайым бигерәк бала йәнле ине, ниндәй көн торошо булһа ла, Биләртикә  һәр ваҡыт аты менән алып барыр ине. Ауылға урман аша оло юлға ла, станцияға ла берләм һуҡмаҡ була торғайны, хәҙер үлән баҫып бөткән инде, тип йәшлек эҙҙәре буйлап йөрөп килә (атаһы - Шакиров Ишмырҙа Шакир улы, әсәһе - Шакиров Миңзифа Шаһиәхмәт ҡыҙы, "Байрамғол" совхозында эшләп, хаҡлы ялға сығалар).

   Ҡобағошто юлдан ҡырҙа ятҡан төпкөл ауыл тигәс, бәләкәй генәлер, тип күҙаллағайным. Беҙҙе балҡып торған мәсете, яңы фельдшер пункты, мәктәбе, икмәк бешереү цехлы, китапханалы, балалар баҡсалы, ҙур магазинлы төҙөк ауыл ҡаршы алды. Хатта  бик матур шәхси ял итеү үҙәге лә бар икән. Ауылда уңған, тырыш кешеләр йәшәгәне күҙгә күренеп тора.

   Әсмә апайҙы тыуған өйөндә киң ҡапҡаны шар асып ҡаршы алалар. Ул ҡустыһы Шәриф ағай ҡайтып, тыуған нигеҙҙе ҡоротмағанына, ҡайтыр ере булғанғына сикһеҙ рәхмәтле. "Ошо йортта алты малай араһында бер бөртөк ҡыҙ булып наҙланып үҫтем мин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәфис ҡустым Афғанстанда хеҙмәт иткәндә һәләк булды, мәктәптә уға таҡтаташ ҡуйылған", - тип әсенеп хәтерләп ала Әсмә апай. Кисен саң туҙҙырып көтөү ҡайтты. Малдарға беҙҙә иркенлек, тик бына быйыл ямғыр яуманы тиерлек, һыу һибеп кенә нәмә үҫтереп буламы ни, бесәнгә лә ҡытлыраҡ булыр инде, тип уфтана өй хужаһы..

  Иртән халыҡ билдәләнгән ваҡытҡа мәҙәниәт усағына ағылды. Мәҙәниәт йортоноң төҙөклөгө, зауыҡ менән биҙәлеше күңелемә хуш килде. Бер-береһен нисәмә йылдар дауамында күрешмәгән апай-инәйҙәр шатлыҡлы күҙ йәштәре аша ҡосаҡлашалар, ҡайһы берҙәре, хата, ҡабаттан "танышалар". Араларында ошо ауылда тыуып үҫкән һәм  олатай-өләсәйҙәренә килеп йөрөгән йәш ҡатын -ҡыҙҙар ҙа бар. Осрашып-һөйләшеп бер аҙ тын алғас, ауылдың үҙэшмәкәр артистары мәктәп балалары менән берлектә бай йөкмәткеле концерт күрһәтте. Һуңынан һүҙ Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Белорет район-ҡалаһының  "Урал" гәзите баш мөхәррире Сатура  Жәүәт ҡыҙына бирелде. Ул ауыл өсөн янып эшләп йөрөгән әүҙемселәрҙе Маҡтау ҡағыҙы менән ҡотланы. Һуңынан атаһы, 47 йыл буйы Ҡобағош мәктәбенең башланғыс синыф уҡытыусыһы  Жәүәт Хәләф улы Минһажетдиновтың исемен мәңгеләштереп,  йыл һайын уҡыу йылы аҙағында   иң яҡшы уҡыған, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға "Жәүәт Минһажетдинов исемендәге премия"ны тапшырасаҡбыҙ, тип мәктәпкә тәүге премияһын бүләк итте. Шунан ауылдың уртаһында торған обелискка тере сәскәләр һалып, һуғыш ҡаһармандарын иҫҡә алдылар. Батырҙарын онотмаған халыҡтың киләсәге бар, тиҙәр. Бөтәһе лә Украинала барған һуғыштың тиҙ арала туҡтауын, ир-егеттәребеҙҙең имен-аман ҡайтыуын теләне. Аҙаҡ барыһы ла мәктәпкә юлланды. Мәктәптең бай тарихы, педагог, ғалим М. Минһажетдиновтың күркәм музейы менән танышҡас, кластарға инеп парта артына ултырып, бала саҡ мажараларын иҫләп көлөшөп-мәрәкәләшеп алдылар. Ә мин  бәләкәй генә ауылдан шундай иҫ киткес шәхестәр сығыуына хайран ҡалып йөрөйөм. Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Абдулла Солтанов, ғалим Марат Минһажетдинов, профессор Әхмәт Аҙнабаев, шағир- публицист Вил Ғүмәров тураһында ауылдаштары эске бер ғорурлыҡ менән һөйләй.  Мәғрур тауҙар, ҡуйы урмандар араһында, саф шишмә-йылғалары һыуын эсеп үҫкән төбәктә башҡаса мөмкин дә түгелдер тим. Бындағы халыҡҡа тәбиғәт үҙе көс, илһам бирәлер. Беҙ артабан саф шишмә һыуы менән һыйланғас, ауылдың әллә ҡайҙан нурланып торған мәсетенә юлланабыҙ. Ул мәсетте ауылдың эшҡыуары Рәшит Ҡауев әсәһе Фәрхибанат рухына бағышлап һалдырған. Ауылдың хөрмәтле оло ағинәйе Кинйәһылыу Рәхматуллина әреүахтарға бағышлап доға ҡылды. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамды ял итеү үҙәгендә мул табын артында дауам итте. Байрам ауылдаштарҙың үҙҙәре сығарған шиғыр, йәшлектәге йыр-моң, баян көйө аҫтында рәхәтләнеп бейеү, шаян һүҙҙәр, ауыл мәҙәктәре менән үрелеп кискә тиклем дауам итте. Вәлиева Азалияның шиғыры күптәрҙе бала саҡ йылдарына алып ҡайтты.

Ҡобағошом,Ҡобағошом,

Тыуған ауыл(ы)м, ғәзиз тупрағым,

Ниндәй генә үргә артылһам да

Һиндә генә минең уйҙарым...

Йылдар үткән һайын үҙенә тарта

Ауылымдың саңлы урамы,

Ҡурташымдың текә ҡаялары

Тәпәй баҫҡан Миндәк буйҙары...

   Ҡатын-ҡыҙ - донъя ҡото шул. Улар йәшлектаренә ҡайтып, тыуған ауылы һауаһын һулап, көс-ҡеүәт алып йылы тәьҫораттар менән таралышты. Миңә Учалы ҡатын-ҡыҙҙарының ихласлығы, ябайлығы, эшһөйәрлеге, аш-һыуға оҫталығы бик оҡшаны. Был осрашыу ауылдаштарының күңелендә оҙаҡ һаҡланыр бер байрам булып ҡалыр тигән ышаныста ҡалам.

Гөлназ Нафиҡова-Ғәбитова, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Ғафури районы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас