

Апалы-һеңлеле йырсылар
Ауырғазы районының Талбазы ҡасабаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә ғаилә менән халыҡ йырҙарын башҡарыу буйынса республика фестивале үтте. “Бергәләп үҙ йырҙарыбыҙҙы йырлайбыҙ – 2023” проекты мәҙәни инициативаларға булышлыҡ итеү буйынса президент фонды ярҙамында ойошторола.
Финалистар араһында Учалы вәкилдәре – апалы-һеңлеле Светлана Косякова һәм Альбина Шәмсетдинова. Гитарала уйнап “Сыбай ҡашҡа”ны башҡаралар, сығышты Булат Пирғәлин әҙерләй. Сағыу тамашалары “Милли мәҙәниәт үҫешенә, халыҡ йолалаларын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға индергән өлөш өсөн” Дипломы менән баһалана.
Светлана Анатольевна - нисәмә йылдар инде Комсомольск мәҙәниәт йортонда хеҙмәт итә, мөдир. Төҫ-ҡиәфәте, собханаллаһ, ҡыҙҙарса булһа ла, мәҙәниәт өлкәһендә 27 йыл стажға эйә икән! Ә Альбина, башҡаһынан тыш, киң билдәле “Башҡорт улына” йырының авторы! Туңғатар ауылында тыуған, мәктәп йылдарында уҡ апаһынан өйрәнеп гитарала уйнай һәм йырлай. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлағас, Өфөлә биш йыл уҡытыусы булып эшләй. Декрет ялынан һуң һөнәрен ҡырҡа үҙгәртә, хәҙер ул – стилист-парикмахер. Әммә ижадын һис тә туҡтатмай. 2012 йыл “Ҡош юлы” фестивалендә лауреат булғас, һуңғы йылдарҙа үҙе лә был бәйгенең ойоштороусыһы һәм жюри ағзаһы. Шулай уҡ “Ҡош юлы.Балалар” проектында үҫмерҙәр өсөн остаз вазифаһын башҡара. Төрлө ҡаҙаныштары бихисап, ләкин уның турала бәйән итеүҙе тап “Башҡорт улына” йырының тексы менән тамамлайһы килә, бигерәк тә актуаль яңғырай бит!
Йөҙөңә бысраҡ ташлап, йөрәгең ярылһа,
Онотма тамырҙарыңдан башҡорт ҡаны аға.
Көслө рухлы халыҡтың уланы һин, онотма.
Милләтеңде алға әйҙә, саҡыр һин көрәшкә,
Онотма үҙ тарихыңды, юғалтма һин, һаҡла.
Заман афәттәренә, башҡортом, бирешмә.
Көс-ғәйрәт, түҙемлек бир, Аллам.
Башҡортмон тип күкрәгемде ҡағам!
Үткәнеңә күҙ ташла, ярһыймы йөрәгең,
Күпме ҡырылды һинең аҡыллы йөҙҙәрең,
Тартып алдылар күпме һорамай ерҙәрең.
Яҡты уйҙар менән генә тик алға һин атла,
Һынып ҡалма бер ниҙән, Башҡорт илен данла.
Көслө-рухлы халыҡтың уланы һин, онотма.
Тура баҫып, ғорур атла, һин бит үҙ ереңдә.
Олтан булма, ә солтан бул һин Тыуған илеңдә.
Намыҫыңды тапарға бер ҡасан ашыҡма.
Телеңдең киләсәге лә тик һинең ҡулыңда,
Ул бит беҙҙең хазинабыҙ, һин шуны онотма.
Әсә телен ултереүгә, башҡортом, юл ҡуйма.
Комсомолдарса дәртле һәм дәррәү
Исеменә есеме тура килергә тейеш инде, Комсомольск моделле ауыл мәҙәниәт йорто һүлпән эшләһә, бөтөнләй килешмәҫ ине. Шөкөр, клуб хеҙмәткәрҙәре тап комсомолдарса дәртле, дәррәү һәм иҫ китерлек һәләтле.
Былтыр “Йәшлек” гәзите «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә «Йыл мәҙәниәт йорто» конкурсы иғлан иткәйне. Бөтә Башҡортостандың клубтары ярышында Комсомольск моделле ауыл мәҙәниәт йорто (Әбйәлилдең Байым клубы менән бер рәттән) беренсе урын алыуы күп нәмә тураһында һөйләй.
Төп эшмәкәрлек йүнәлештәре – театр һәм фольклор. Барлығы 13 ижад коллективтары ойошторолған. Өс коллективтары “халыҡ” дәрәжәһен йөрөтә: Светлана Косякова етәкселегендә “Уйташ” һәм балалар өсөн өлгөлө “Балапан” театрҙары, Булат Пирғәлин етәкселегендә “Ирәндек” халыҡ инструменттары фольклор ансамбле.
Ололар өсөн дә, йәштәр өсөн дә, балалар өсөн дә бихисап саралар ойошторола. Концерттар, байрамдарға бағышланған тантаналар, спектаклдәр, күңел-сафа ҡороу һәм өйрәнеү программалары, сәхнәләштерелгән милли йолалар, спорт саралары, төрлө уйындар һәм мастер-кластар.
Ҡалғандарҙы күңелле һәм файҙалы ваҡыт үткәреүгә йәлеп итеү менән бер ыңғайы, клуб хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре лә фестиваль-конкурстарҙа ҡатнашыу форсатын ысғындырмаҫҡа тырыша. Ижад кешеләренә үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап ятыу килешмәй бит ул, туҡтауһыҙ камиллашыу, яңы алымдарҙы отоу, тәжрибә уртаҡлашыу зарур.
Методист Роза Кинйәбаева “Веселые ладошки” ҡул эштәре түңәрәге алып бара. Балалар ихлас шөғөлләнә, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашалар. Шулай уҡ “Нәфис һүҙ” әҙәби түңәрәге етәксеһе. Һәм өйрәтерлеге бар уның: һуңғы ара ҡаҙаныштары тураһында һүҙ сығарғанда, Роза Сарим ҡыҙы 2022 йыл “Тере һүҙ” республика конкурсында I дәрәжә дипломы менән бүләкләнде, ә быйыл ошо шиғри оҫталыҡ бәйгеһендә “Автор ҡарашы” номинацияһында иң яҡшы тип таныла.
Маргарита Ибәтуллина - хореограф, уның етәкселегендә “Ҡояшҡай” бейеү коллективында өс төркөм шөғөлләнә. Комсомольск мәҙәниәт йорто һәм мәктәбе үткәргән бар концерттарҙың алыштырғыһыҙ ҡатнашыусылары һәм ысынында ла ҡояштай сағыу сәхнә йондоҙҙары улар. Байтаҡ конкурс лауреаттары һәм дипломанттары.
Илдус Аҡҡужин – рәссам-ҡуйыусы. Сәхнә өсөн төрлө реквизиттар, декорациялар, битлектәр, төрлө һындар яһау оҫтаһы. “Шул тиклем талантлы, алтын ҡуллы, тип әйтеүҙән башҡа баһа юҡ!”-ти уның турала Светлана Анатольевна.
Илнур Солтанморатов – йәш ҡурайсы. Төп эш урыны балалар сәнғәт мәктәбе булһа ла, клубтың бөтә сараларында үҙе лә, ҡурайсылар ансамбле лә әүҙем ҡатнаша. “Яуаплы, эшһөйәр, сәхнә өсөн яратылған һәм бик һәләтле”, - тип ихлас маҡтайҙар үҙен.
Ә мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Булат Пирғәлинды белмәгән кеше юҡтыр. “Ағалы-ҡустылы Пирғәлиндар” проекты һәм шиғри блогерлыҡ менән интернет даръяларында киң билдәлелек яуланы бит ул. Үҙешмәкәр композитор, аранжировкалаусы, музыкант, шағир, нәфис һүҙ оҫтаһы – заманса “виртуаль аҡын”. Быйыл Булат Марат улы БР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды, шулай уҡ ул етәкләгән “Йыуаса” этно-төркөмө “Юлдаш” радиоһы үткәргән “Кейек ҡаҙ юлдары” конкурсында 3-сө урын яуланы.
Светлана Косякова үҙе тураһында һөйләргә яратмай, һүҙҙе тиҙерәк хеҙмәткәрҙәренә күсерергә генә ынтылып тора. (“Балбыҡ ауылы апайҙарының “Йәнбикә” ансамбле менән шөғөлләнәм. Иҫ китерлек кешеләр! Барыһын да атап булмай, әммә популяр “Аҡ ҡалпаҡ” төркөмө йырсылары Ринат Сәитов, Әмир Ҡаһарманов,Нәүфил Фазылов, Ринат Сиражетдинов, дәрт-дарман ташып торған үҙешмәкәр артистар Рәмилә Яҡупова, Мәҙинә Хәлиуллина, Заһира Турамановалар клубтың таянысы. Моделле мәҙәниәт йорто филиалдар менән тығыҙ эш итеүен күҙ уңында тотҡанда – ысын мәғәнәлә халыҡ артистары беҙҙә бихисап”, - тигәнен дә яҙып китәйек ) Шулай ҙа уның үҙенең һуңғы дәүер ҡаҙаныштарын әйтмәй ҡалыу һис тә килешмәҫ.
“Уй-таш” халыҡ театры былтыр “Сағылыш” төбәк-ара эстрада жанрҙары фестиваль-конкурсында I дәрәжә дипломын яуланы. Быйыл иһә Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына бағышланған район театр коллективтары смотр-конкурсында II дәрәжә лауреаттары булдылар. Былтыр Светлана Анатольевна “Һөнәр буйынса иң яҡшы” район конкурсында үҙ йүнәлешендә Гран-при яуланы, йәғни иң яҡшы тип таныла. Шулай уҡ “Бренд саралары” номинацияһында Башҡортостандың иң яҡшы сценарийҙары конкурсында III дәрәжә дипломына лайҡ була. 2023 йыл да Светлана Косякова өсөн уңышлы: “Голос подвига” Бөтә Рәсәй илһөйәрлек фестиваль-конкурсында I дәрәжә дипломы, Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына бағышланған Бөтә Рәсәй “Три звезды” конкурсында III дәрәжә дипломы, Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына бағышланған район театр коллективтары смотр-конкурсында “Икенсе пландағы иң яҡшы актер” исеме бирелеү һәм башҡа.
....Ҙур ҡалаларҙа фатирыңда бикләнеп ултырыуға ҡарағанда, ауылда, ошолай тулы рухи тормош менән, ижад, мәҙәниәт алҡынында ҡайнап көн үткәреү күпкә өҫтөндөр буғай. Тормош бер генә бит, тәмен татып, йәмен күреп өлгөрөр кәрәк. Бының өсөн Комсомольск ҡасабаһында кеүек “мәҙәниәт усаҡсылары” күберәк булһын ине, тип теләргә генә ҡала.