

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнап, ҡала-районыбыҙҙың “Ғаилә” хеҙмәте йәмле Ҡалҡан буйында “Ғаилә түңәрәгендә” тип аталған фестиваль уҙғарҙы. Унда үҙәк ҡарамағындағы күп балалы, аҙ тәьмин ителгән 26 ғаилә ҡатнашты.
“Ғаилә” үҙәге белгесе Лилиә Имашева бәйән итеүенсә, әлегә тиклем бындай сара йыл һайын ойошторолған булған, тик быйыл ул тематика йәһәтенән дә, ғаиләләрҙең күплеге менән дә алдағы йылдарҙағынан айырылып торған.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү өсөн, ә улар туҡһан кешегә яҡын йыйылған, тренер Альбина Хәкимова “Беҙ бергә” тип аталған флешмоб уҙғарып, сараға кәйеф һәм дәрт өҫтәп ебәрә. Артабан ғаиләләрҙе дүрт командаға бүләләр. “Моряктар”, “Бал ҡорттары”, “Азалия” һәм “Дуҫлыҡ” тип аталған командаларға дүрт этапта һынау тоторға тура килә. Тәүге һынау музыкаль викторинанан ғибәрәт була. Тәҡдим ителгән ребус-йомаҡтар аша йырҙарҙы асыҡлай уйынсылар. Тыуған яҡты өйрәнеүгә ҡағылған һынау төрө, әлбиттә, иң элек ҡалабыҙҙың 60 йыллыҡ юбилейы менән бәйле була. Билдәләргә кәрәк, ғаиләләр тыуған ҡалабыҙҙы, уның тарихын ярайһы уҡ яҡшы белә булып сыға. Шулай уҡ районыбыҙға, Башҡортостаныбыҙға ҡағылышлы заданиелар ҙа бик ҡыҙыҡлы итеп уйланылыуы ҡыуандыра. Өсөнсө төр һынау медицина өлкәһе менән бәйләнә. Бында командаларға тәүге ярҙам күрһәтергә тура килә һәм шифалы үләндәрҙе белеү-белмәүҙәрен тикшерәләр. “Турист һуҡмағы” тип аталған сираттағы һынауҙы ҡалабыҙҙың Туризм, экскурсиялар һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге уҙғара. Барлыҡ һынауҙарҙы ла үтеп бөткәс, фестиваль еңеүсеһе тип “Моряктар” командаһы табыла.
Артабан “Ғаилә” үҙәгенең ашнаҡсылары фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн эҫе төшкө аш ойоштора. Тәм-том алыуҙа ҡала эшҡыуарҙары һәм ҡала хакимиәте бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе бүләктәр алыуҙа ярҙамлаша. Шулай уҡ мәрхәмәтле учалылар “Ғаилә” үҙәгенә ҡорбанлыҡ һарыҡ та бүләк иткән булған, фестивалгә килеүселәр ошо ҡорбан итенән усаҡта бешерелгән былауҙан ауыҙ итә лә инде.
Төштән һуң иһә Ольга Холина балалар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы конкурстар, уйындар ойоштороп, уларҙың күңелен аса. Ә был мәлдә ата-әсәләр үҙе күп бала әсәһе Айгөл Фазылова ойошторған “Эстән балҡы” тип аталған тренингта ҡатнаша. Нисек үҙеңә бәхетле булырға һәм балаларҙы бәхетле итергә, күп бала тәрбиәләүҙең ауырлыҡтары, тәрбиә алымдары – ошо темаларға арналған йәнле һәм йылы әңгәмә, кәңәштәр һәм тәҡдимдәр ата-әсәләрҙең күңеленә хуш килә.
Беҙгә “Бал ҡорттары” командаһында ярышыусы Альбина Нусратуллина менән аралашырға форсат эләкте. Альбина Ғәлим ҡыҙы – туғыҙ бала әсәһе. Ҡалабыҙҙа икмәк бешереү заводында эшләй, ире Денис Петрович “Учалы - Һөт” предприятиеһында хеҙмәт итә. Ғаилә Ҡунаҡбай ауылында төпләнгән. Ҡаҙ, өйрәк, тауыҡтар аҫрап, баҡса үҫтереп татыу ғүмер итәләр. Иң өлкән балаларына 17 йәш тулһа, бәләкәстәренә әле ни бары өс кенә йәш икән. Ғаилә бәхете нимәлә, тигән һорауыбыҙға бәхетле ата-әсә уны бер-береңде аңлап, бар хәстәрҙе лә уртаҡ бүлешеп, бер-береңде ихтирам итеп йәшәүҙә, тип аңлатты.
- Фестиваль беҙгә ныҡ оҡшаны. Балаларға айырыуса. Ғаиләләр менән аралашыуҙан ләззәт алдыҡ, үҙ-ара дуҫлаштыҡ та. Сара барышындағы йылы мөнәсәбәт күңелгә ятты. “Ғаилә” хеҙмәтенә ошо фестивалгә саҡырғандары, күп балалы ғаиләләргә иғтибарлы булғандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Альбина Ғәлим ҡыҙы.
Сара һуңында ғаиләләр бергәләп Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн символлаштырыусы аҡ сәскәне эшләп, флешмобта бейеп, үҙ-ара дуҫлашып, тағы ла осрашырға һүҙ бирешеп таралышты.