Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
14 Июль 2023, 05:35

Беҙ тамырҙарыбыҙ менән көслө

«Нәҫел ағасыбыҙ нығынды, туғанлыҡ көсө арта төштө. Ә был иһә – ин мөһиме. Беҙ бит тамырҙарыбыҙ менән көслөбөҙ».

Беҙ тамырҙарыбыҙ менән көслөБеҙ тамырҙарыбыҙ менән көслө
Беҙ тамырҙарыбыҙ менән көслө

«Нәҫел ағасыбыҙ нығынды, туғанлыҡ көсө арта төштө. Ә был иһә – ин мөһиме. Беҙ бит тамырҙарыбыҙ менән көслөбөҙ».

Эйе, нәҫел ағасыбыҙҙың тамыры ни тиклем тәрәндә, ни тиклем ныҡ икән, бөгөнгөбөҙ ышаныслы, киләсәгебеҙ өмөтлө тигән һүҙ.

Өләсәйем Рәйлә Ишнияз ҡыҙы (Ғәбдиева) һәм олатайым Шаһибал Шакамал улы Зариповтарҙың туғандары быуындар араһындағы бәйләнеште, туғанлыҡты нығытҡан, нәҫел тармаҡтарын барлаған байрамға әүҙем йыйылды. Осрашыу йәмле Оло Ирәндек буйындағы аҡланда үтте.

Сараға төрлө тарафтарҙағы туғандар менән яҡыныраҡ танышырға, күрешергә тип ҡунаҡтар ашҡынып ҡайтты. Зариповтар нәҫеленән барлыҡ туғандарҙы яҡшы белгән иң оло ағайҙары Шамил Шаһибал улы һәм уның хәләл ефете Зөлфирә Мостафа ҡыҙы байрамды асып, барлыҡ туғандар менән таныштырып үтте.

Сәхнәгә бер-бер артлы күтәрелеп, һәр ғаилә матур сығыштары менән байрамды биҙәне. Саранын икенсе өлөшөндә бер-береһе менән яҡындан танышып, аралашып, күңелдәре булғансы уйнап-көлөп, йырлап-бейеп, рәхәтләнеп ял иттеләр. Ә балалар зирәклектә, сослоҡта, етеҙлектә ярышып, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды, бер-береһе менән танышып, дуҫлашып өлгөрҙө.

Байрам бик күнелле үтте. Бының өсөн барлыҡ ойоштороусыларға, бигерәк тә Шамил һәм Зөлфирә, Нил һәм Ләлә, Илшат, Гөлназ Зариповтарға рәхмәтлебеҙ. Шундай ҙур, яуаплы эш атҡарып сыҡты улар.

Туғандар менән осрашып нәҫел ағасыбыҙ нығынды, туғанлыҡ көсө арта төштө. Ә был – иң мөһиме. Беҙ бит тамырҙарыбыҙ менән көслөбөҙ!

Гөлназ ЗАРИПОВА,

Туңғатар ауылы.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас