

Рәхмәт тауы
Бынан 35-40 йылдар самаһы элек урманыбыҙ әлеге көндәгеләй машина юлдары тапап бөткән, аҫтыртын рәүештә ағастарын киҫеп, уңға-һулға таратып, әләф-тәләф ителеп теткеләнгән, ауылдан да, ҡаланан да машиналарҙа килеп, әйләнгән һайын мәжлестәр ҡороп, уттар яғып йөҙәтелгән хәлһеҙ урман түгел ине. Ул дәүерҙәрҙә урман ныҡ ҡараулы һәм ҡәҙерле ине. Арба юлдары ла һирәк. Урманда тағы ташландыҡ арба юлдары була торған ине. Уларҙың өҫтөн кескәй генә йомшаҡ үлән баҫып китә лә, күренер-күренмәҫ булып ҡала. Халыҡ ундай юлдарҙы “йөнтәфи юл” тиә ине. Кеше урманға бесән ваҡытында һәм емеш ваҡытында ғына аяҡ баҫты. Ҡышын – утынға.
Урманда йөрөү тайгала йөрөү менән бер: аҙашмай йөрөп ҡайтыу иң беренсе маҡсат, икенсеһе – емеш килтереү. Әсәйемдең урманда “теше” сыҡҡан, шуға ла Дерсу Узаланан кәм түгел, – әллә ниндәй билгеләренә ҡарап, йөрөй белә. Ул мине урманға бер ерҙән алып инә, көнө буйы ҡайҙа ғына йөрөтмәһен, тап шул урынға килтереп сығара ине. Уның үҙе туплаған урман ҡағиҙәләре бар ине: “Урманда саҡта һине ишетмәһендәр, үҙең урманды ишет”; “ҡоро-һары өҫтөнә баҫма…”; “кискә ҡарай ҡарағай араһы алдаҡсы була, ваҡытты билдәләп булмай”; “урманға ингәндә кояш – һул ҡолаҡта, ҡайтҡанда ла – һул ҡолаҡта”; “Шүрәлелә” ҡоҙғон ҡысҡырһа, яҡшыға түгел…”
Был ҡағиҙәләр ятлап бөтөлгән булһа ла, ололарһыҙ урман ҡурҡыныс: бүре, һеләүһен, йылан… Шуға күрә иптәшкә әбейҙәр кәрәк. Сөнки апай, әсәйҙәр эштә, улар ял көнө генә бара ала. Еләк, көртмәле осоронда әбей-һәбейҙең баҙары оторо үҫә. Һин ялынып-инәлеп һорағас та, алып барыр алдынан төрлө шарт ҡуя әле: “Һыуһаным, тип мыжымаһаң, арыным, тип жилаға үтмәһәң, самауырға күркә (тубырсыҡ) күтәрешеп ҡайтһаң…” Эйәртһә, эйәртеп алып китә, теләмәһә, үҙенең ейәнсәрен йәки берәй ҡыҙын ғына алып, һөйләшкән ваҡыттан күпкә алдан тороп урманға һыҙа. Аҙаҡ йоҡлап ҡалдың, тип үҙеңде ғәйепләй әле.
Бер көн Хәмиҙә менән Тәскирә әбейҙәр бер төркөм күрше-тирә бала-сағаһын көртмәлегә эйәртергә булды. Мин улар араһында аймаҡ ҡыҙҙары Мәрйәм менән Әминә барлығын ғына хәтерләйем. Көнө буйы йөрөһәк тә, ырамлы көртмәле тапманыҡ. Әбейҙәр беҙҙе ара-тирә ташлап, разведкаға сығып китә, юҡ, тип аһ-малға төшөп, кире килә. Емеш юҡ, силәк төбөндә генә күпмелер тәгәрәй…
Ҡайтыр саҡта бер тауға юлыҡтыҡ. Бына ҡайҙа ятҡан икән беҙгә тигән бәрәкәт! Бына ҡайҙа икән дәүләт! “Һә” тигәнсе көртмәле йыйып ташланыҡ. Биҙрәләр тулғас, әбейҙәр ҙурыраҡ ҡыҙҙарға көйәнтә (ул оҙон ғына таяҡ булып, ике яҡ осона емешле силәктәр эленә, елкә ауыртмаһын өсөн әбейҙәр үҙ алъяпҡысын урап бирә) әтмәләне, вағыраҡтар, ҡарағай күркәләре йыйып алды. Ҡуҙғалыр алдынан беҙҙең “босстар” ултырышып, урманға рәхмәт әйтеп, фатиха ҡылды.
-Ҡалай ырыҫлы тау булды, – тиештеләр.
-Ә уның исеме нимә? – тип һораныҡ.
-Әллә, исеме юҡ та ул… – Ҡарсыҡтар бер-береһенә ҡарашты.
– Әйҙә беҙ ҡушайыҡ уға исем, – тине Хәмиҙә әбей. – Бынау гонаһһыҙ сабыйҙарҙы ҡыуандырған, шул хәтлем емеш биргәне өсөн, беҙ уны Рәхмәт тауы тип атайыҡ!
Йылдар үтте. Мин дә оҙаҡ йылдар сит тарафтарҙа йәшәп ҡайттым. Бер көн ишетәм, ауылда Рәхмәт тауы тип һөйләйҙәр. Ниңә улай атағандар, тип һораған булдым. Белмәйҙәр.
Бына шулай, кемдер йыр сығара, унан ул йыр халыҡ араһына китеп, халыҡ йыры булып китә. Авторын аҙаҡ бер кем дә хәтерләмәй. Беҙҙең миҫалда ла шулай: ҡасандыр исемһеҙ тау хәҙер исемле булып ҡуҡырайып ултыра. Бәрәкәте менән һаман бүлешә, емеш йыйыусыларҙы ҡыуандыра. Моғайын, һирәк-һаяҡ булһа ла: “Рәхмәт һиңә, тау, буш итмәнең!” – тигән һүҙҙәрҙе ишеткеләйҙер.
Шәүлиә Зөлҡарнәева, Учалы ҡалаһы