

Район-ара дәүләт янғын күҙәтеүе бүлеге хеҙмәткәре Нәзифә Шаһиеванан алған мәғлүмәт буйынса, быйыл районда 145 янғын теркәлә, былтырғы ошо осорҙан 11,6 процентҡа кәмерәк. Ут бәләләрендә 4 кеше вафат була, 5 яҡташыбыҙ имгәнә. Төп сәбәптәр – ут менән һаҡһыҙ тотоноу (87 осраҡ), электр ҡоролмалары (19), мейестәргә (16) бәйле янғындар. Һәм 10 осраҡта – яуыз ниәттә ут төртөү, былтырғы ошо осорҙан ике тапҡыр күберәк!
Һуңғы ике аҙнала түбәндәге осраҡтар теркәлә: Сәфәр, Учалы, Илсеғол, Туңғатар ауыл Советтарында үлән йә сүп-сар яна, Мансур биләмәләрендә матрас төтәй, Учалы ауылында – веранда һәм Туңғатарҙа ташландыҡ йорт зыян күрәләр.
Ә иң оло бәлә, әлбиттә, Октябрьскта. 13 июль Октябрьский ауылының Йәшел урамында янғын ҡубып, 3 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды. 2 өй (береһе ике ғаиләгә иҫәпләнгән), 4 мунса, 4 аҙбар, утын һарайы, келәт, йәйге йорт, күгәрсен кетәге ныҡ зыян күрә йә тулыһынса тәләф була, тип хәбәр ителде. Көслө ел торғас (секундына 18 метр), биналар тығыҙ урынлашҡас, ут ҡотороп өлгөрә, ти. Тикшереү бара, хәл-ваҡиғалар асыҡлана.
Ут менән һаҡ булығыҙ, иптәштәр!