

Барыһы ла хәтерләйҙер инде, Учалы менән Илсе ауылдары араһында, юл буйында ҡара ҡайын үҫә ине. Төбиғәт ҡомартҡыһы булғас, кәртәләп тә ҡуйылды, кеше бында йыш туҡтала ине. Башлыса изге ниәт менән килһәләр, йәшереп-батырып тормайыҡ, иҫке-моҫҡонан шомло төйөндәрҙе лә күрмәнек түгел, кемдер ҡурҡыныс ғонаһ алып, сихыр менән булышҡандыр, тип уйларға урын бар. Һәр хәлдә лә, берҙе туҡтағанда, ҡарт менән ҡарсыҡты тап иттек, нимә менән булағыҙ, тип ипле генә һораша башлағайныҡ, йән-фарман сығып ҡастылар... Тиҫтәгә яҡын йыл элек ҡара ҡайындың ҡырҡылыуы ла төрлө хөрәфәттәрге бәйлелер буғай. Урмансылар браконьерҙың кем икәнлеген асыҡлай алманы ул тапҡырҙа, әммә шуныһы мәғлүм – кемдер ярһыуына сыҙаша алмай балта менән тумырған да, тумырған. Бәғзе ҡыҙ менән егет бында туй ваҡытында туҡтап таҫма бәйләгәндәр, никахтары тарҡалғас, йәш ир ҡара ҡайынға үс төшөргән, тип фараз итә халыҡ.
Нисек кенә булмаһын, интернет селтәрендә биология фәндәре докторы, профессор, Рус географик йәмғиәтенең ғәмәлдәге ағзаһы Валерий Путенихиндың ҡара ҡайыныбыҙға ҡағылышлы яҙмаһына тап булдыҡ. Түкмәй-сәмәй тәржемә итеп бирәйек:
“Урмандарыбыҙҙа үҫкән ҡара ҡайындар тураһында күптәр ишеткәне бар. Үҙ күҙҙәре менән күреүселәр байтаҡҡа әҙерәк, сөнки һирәк күренеш. Фән теле менән әйткәндә, ҡара ҡайын айырым ботаник төр түгел, ҡәҙимге аҡ ҡайындың таксономик формаһы - “Һалынған (һөйәлле) ҡайындың ҡара ҡабыҡлы формаһы” (“Береза повислая (бородавчатая), чернокорая форма”).
1985 йыл Көньяҡ Урал буйынса экспедиция башҡарғанда миңә лә Учалы районында бындай “ҡараһылыуҙы” күрергә насип булды. Илсе янындағы ағасты дуҫым Юлай Янбаев күрһәтте (ул саҡта аспирант ине, әле биология фәндәре докторы, профессор). Ҡара ҡайынды урындағы халыҡ хөрмәт итә ине,матур итеп кәртәләп алынғайны. 3 йылдан һуң Илсе ҡара ҡайынының бер-нисә ботағы Өфөгә биотехнологик эксперимент башҡарыу өсөн илтелде. Генетика һәм ағас үҫемлектәренең морфогенезы лабораторияһы башта СССР Фән академияһының Башҡорт филиалының биохимия һәм цитохимия бүлексәһенә ҡараһа, 1988 йылдан – Өфө ботаник баҡса-институты. Ошо лабораторияла ҡайһы бер ағас төрҙәрен микроүрсетеү технологиялары тикшерелда. Ябай әйткәндә – ғалимдар күҙәнәктәр буйынса ғына ағасты пробиркаларҙа үҫтерҙе. (“Клонлаштырыу” –тиергә лә мөмкин. – Авт.) Биология фәндәре кандидаты Рима Байбурина япраҡлы ағастар менән шөғөлләнһә, мин – ҡарағасҡа махсуслаштым. Төрлө туҡлыҡлы мөхиттәр һәм фитогормондар менән бихисап эксперименттар үткәрә торғас, Рима Ҡашаф ҡыҙы уңышҡа өлгәште – Карел, Далекарлия ҡайындары, Илсенән килтерелгән ҡара ҡайын күҙәнәктәрен тамырлы үҫентеләргә әйләндерә алды. Улар Ботаника баҡсаһының биотехнология плантацияһына ултыртылды. Хәҙер инде 3 төп Учалы ҡара ҡайындары 32 йәшлек булдылар, ҡабыҡтары “төп нөсхәләре” һымаҡ ҡара-һоро төҫтә.
Яңыраҡ Юлай Әғләм улынан ҡара ҡайын киҫелеүе тураһында ишеттем дә, асыҡлыҡ индерергә булдым. Ҡырҡылһа ла, ғәйеп булманы ул. Берәйһе урындағы ҡомартҡыны һағынһа, осрашыу, ҡуңыр олонон һыйпау, тыуған еренән сәләм еткереү өсөн Өфө ботаника баҡсаһына экскурсияға килә ала”, - ти Валерий Петрович.
Һыҙыҡ өҫтөнә алайыҡ – Өфөләге ҡара ҡайын Учалы ағасы орлоғонан үҫкән киләһе быуыны түгел, ә фәҡәт уның үҙенең сын күсермәһе. Ғилми яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да был учалылар өсөн әһәмиәтле. Нисәмә-нисәмә йәш ғаиләләр, тормош тантаналарын билдәләүсе башҡа кешеләр был ағас янына туҡталып, изге теләктәр теләүҙе, тәбиғәттән үҙенә күрә “фатиха” һорауҙы ғәҙәт иткәйне бит. Тимәк, был изге ниәттәрҙең шаһиты һаман да тере, ырыҫ-бәрәкәт юллауын дауам итә.
Эйе, халҡыбыҙҙа ҡайын ихтирам ителә, мәҫәлән, ҡайын туҙына Аятел Көрси яҙылған, тапарға ярамай; ҡайын һыҙыҡтары – Бисмиллаһ билдәһе, зәхмәт ҡағылмаһын өсөн ҡапҡа аҫтына һалыу яҡшы, тигән ышаныуҙар һаҡлана. Фәҡәт ҡара ҡайын тураһында Ф.Хисаметдинованың “Башҡорт теленең мифологик һүҙлегендә мәғлүмәт тапманыҡ (ысынында ла һирәк күренеш икәнлегенә дәлил), ә бына рустарҙа ла, Төньяҡ һәм Себер халыҡтарында ла ҡара ҡайынға ҡағылышлы легенда һаҡлана. Йәнәһе лә, борон-борон “чудь белоглазая” тигән кәрләләр йәшәгән. Сихри көскә эйә булалар. Көсләп суҡындыра башлағастары, улар ер аҫтына күсенәләр. Ер ҡуйынына ингән урындарҙы фәҡәт ҡара ҡайындар менән билдәләп киткәндәр, ти. Юҡ, төрлө хөрәфәттәргә ышанырға өндәмәйбеҙ, әммә ҡара ҡайындың ғәҙәти күренеш түгел икәнлеге көн кеүек асыҡ, шуға ла, янына тик яҡшы уйҙар, изге ниәт менән генә килергә ярағанлығын иҫкә төшөрәбеҙ.
Учалы районында тағын да ҡара ҡайындар бар әле, әммә урындарын аныҡлап тормайыҡ – тағын да башына етеп ҡуймаһындар!