

Милли рух тантанаһы
Шаулап-гөрләп хәҙер инде 5-се тапҡыр “Ай, Уралым, Уралым” этнофестивале һәм “Баҡшай мәргәне” ярыштары үтте.
Башҡортостанда быйыл “Беренселәр республикаһы” спорт калейдоскобы” акцияһы башҡарылып, республика спорт министрлығының 100 йыллығына бағышланған саралар үткәрелә. Учалы был акцияның флагын Сибайҙа алғайны, хәҙер инде, фестивалдә, район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Алик Сәләхетдинов эстафетаны Ҡыйғы районының хакимиәт башлығы Зөһрә Гордиенкоға тапшырҙы. Баҡшай ҡото уларға ла ҡунһын, беҙҙә шәп үтте!
Сараның директры Рәис Низеметдинов бөтә ойоштороусы һәм спонсорҙарға рәхмәт белдерҙе - район хакимиәтенә, ауыл Советтарына, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына, “Мосафир” фирмаһына, Айбулат һәм Айгиз Ураҙбахтиндарға, айырыуса – ойоштороу эштәре менән мәж килгән мәҙәниәт бүлегенә һәм уҡсыларҙың үҙҙәренә. Башҡортостандың төбәктәренән генә түгел, илебеҙҙең төрлө тарафтарынан йыйылған 70-80 уғатар мәргәнлектә ярышта. Барлығы 6 турнир үткәрелә, 10 махсус приз өсөн көрәш йәйелә. Иң йәш мәргәнгә 16 йәш булһа, Ҡолош ауылынан Зәйет-ағай Шакиров 93-кә етеп килә, фестивалдән һәләк тә ҡәнәғәт ҡалған.. Бындай оло һәм ярыштарҙа ҡатнашҡан уғатарҙар донъяла башҡа юҡтыр әле!
Мәҙәниәт бүлеге мөдире Лира Сафиуллина билдәләй: “ Тәжрибәле оҫта уҡсылар һәм яңы шөғөлләнә башлағандар айырым ҡатнашыуҙары бик уңышлы алым булды, күберәк кеше үҙҙәрен һынап ҡарарға баҙнат итте. Төп маҡсатыбыҙ шул бит – мөмкин тиклем күберәк халыҡта милли мәҙәниәткә, милли тамырҙарға ҡыҙыҡһыныу уятыу. “Баҡшай уйындары” бәйгеһендә ауыл ултыраҡтары халыҡ уйындарында ярышыуҙары ла бик ҡыҙыҡ, сәмле барҙы. Ә йыр-бейеү тураһында әйтеп тораһы ла юҡ инде, учалылар гел юғары кимәлдә!”
Эйе, боронғоларҙан-боронғо тораҡ шат ауаздарҙан, дәртле көйҙәрҙән йәшәреп китте буғай. Йәрминкәләр, күргәҙмәләр, кәйеф-сафа саралары күп ойошторла. Барыһына ла ныҡ оҡшаны, бер кем дә килгәненә үкенмәгәндер. Ә ярыштарҙың һөҙөмтәләре түбәндәгесә булды.
Ҡарас-сәсән ис. призға турнир.
1-се урын – Рәис Низаметдинов, 2-се урын – Нуриман Хәйруллин, 3-сө урын – Рәил Ғәлиуллин .
1-се урын – Гүзәлиә Дәүләтова, 2-се урын – Мира Кәримова , 3-сө урын – Александра Крутикова .
«Баҡшай мәргәне» турниры.
Профессионалдар араһында
1-се урын – Таһир Абдрафиҡов, 2-се урын – Рәис Низаметдинов, 3-сө урын – Руслан Әхмәҙиев .
1-се урын – Диана Вәлиева, 2-се урын – Нилә Исламова , 3-сө урын – Александра Крутикова
Яңы ата башлаусылар араһында.
1-се урын – Илмир Әхмәтзянов, 2-се урын – Илнур Ғәбитов, 3-сө урын – Азат Фәйзуллин
1-се урын – Рәмзиә Ибәтуллина , 2-се урын – Валерия Шумкова, 3-сө урын – Илүзә Норотҡолова.
“Азиянан Европаға” турниры
1-се урын – Сәлих Сәфәрғолов, 2-се урын – Ирек Биктимеров, 3-сө урын – Фәрит Юлдашбаев .
1-се урын – Гөлнара Исламова, 2-се урын – Зөһрә Сәфәрғолова , 3-сө урын – Гөлшат Әлимханова.
«Мосафир мәргәне» турниры
1-се урын – Рәис Низаметдинов , 2-се урын – Руслан Әхмәҙиев, 3-сө урын – Сәлих Сәфәрғолов.
1-се урын – Мира Кәримова, 2-се урын – Валерия Шумкова, 3-сө урын – Азалия Исхаҡова.
“Ырыуҙар ярышы” турниры
1-се урын – “Барын-Табын” командаһы (Учалы районы), 2-се урын – “Баҡшай” (Учалы районы, 3-сө урын – “Ҡыпсаҡ” (Бөрйән районы).
“Ғаиләләр ярышы” турниры.
1-се урын – Юлдашбаевтар (Өфө районы), 2-се урын – Низаметдиновтар (Өфө) , 3-сө урын – Әхмәҙиевтар (Учалы ҡалаһы).
Көрәшселәр ярышы.
Фидан Баҡиев Гран-при яуланы (1-се Башҡорт лицейы уҡыусыһы, Александр Шумковтың өйрәнсеге). I дәрәжә дипломдары – Данис Сибәғәтуллин, Нәркәс Нуретдинова, II дәрәжә дипломдары – Арслан Ханов, Виктория Фазлетдинова, III дәрәжә дипломы – Ислам Ғамиров.
“Баҡшай уйындары”
1-се урын – Ураҙ, Уральск, Наурыҙ ауыл Советтарының йыйылма командаһы, 2-се урын – Илсе, Сәфәр, 3-сө урын – Туңғатар, Илсеғол, 4-се урын – Ахун ауыл Советы вәкилдәре .
“Сал Урал” конкурсы
Спорт, халыҡ уйындары ярыштарынан тыш, “Сал Урал” этноконкурсы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Төркөмдәр араһында Уральск клубының “Байрам” төркөмө (етәксеһе Илназ Үҙәнбаев) еңеүсе тип танылды. Икенсе урында – Комсомольск мәҙәниәт йортоноң халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле (Булат Пирғәлин). “Бронза миҙал” – “Ирәмәл” ижад үҙәгенең (Уральск) этноинструменттар ансамбле (Ирина Шайхина, Дим Мөжәүиров) һәм район мәҙәниәт йортоноң “Киленсәк” фольклор ансамбле (Гөлнара Ғарипова).
Соло сығыш яһаусылар араһында урындар түбәндәгесә бүленде: 1-се урындар –Илшат Камалов, Венера Насирова , 2-се урындар – Эльвира Моратшина, Юлия Хазина, 3-сө урындар – Илнур Солтанморатов, Фәриҙә Ишемйәрова.
Барыһына ла афарин әйтергә генә ҡала. Аллаһ бойорһа, 5-сенән һуң 55-се, 555-се тапҡыр ҙа үтһен “Ай, Уралым, Уралым” фестивале, һәр хәлдә лә, был тәү юбилейға “бишле” билдәһе ҡуйырлыҡ!