

Алдан иғлан итеүебеҙсә, 25 июль вәкәләтле урындағы үҙидара органдарына депутатлыҡҡа кандидаттарға “Яйыҡ” һәм “Учалинская газета” баҫмаларында түләүһеҙ агитация материалдарын сығарыу даталарын билдәләү буйынса йәрәбә һалынды.
Һөҙөмтәләре менән территориаль һайлау комиссияһында, шулай уҡ “Яйыҡ” гәзитенең рәсми сайтында (https://yaikrb.com/), шул иҫәптән баҫманың “ВКонтакте” социаль селтәрендәге төркөмө аша инеп танышырға мөмкин буласаҡ.
Һәр кандидаттың үҙенә тәғәйен датанан 5 көн алдараҡ материалын килтереүе шарт. Тик бына шуны ла мотлаҡ күҙ уңында тотоғоҙ: һәр кандидат 11,6 квадрат сантиметр майҙанға ғына хоҡуҡлы (яҡынса самалау өсөн – гәзитебеҙҙең ҡәҙимге 5 бағаналыҡ битендә бер бағананың 5-6 юлы тирәһе –бер-ике һөйләм генә һыйырлыҡ!) Бик аҙ килеп сыҡһа ла, закон талабы шул инде, барыһына ла тиң мөмкинлектәр бирелергә тейеш, ә кандидаттар күп – 364 кеше. Бынан тыш, бер юлы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙарға һайлау үтеүе лә майҙан наҡыҫлығына йоғонто яһай.
“Яйыҡ” һәм “Учалинская газета” баҫмаларында түләүле агитация материалдарын сығарырға теләк белдереп мөрәжәғәт иткән вәкәләтле урындағы үҙидара органдарына депутатлыҡҡа кандидаттар табылманы, шуға ла йәрәбә һалыу ойошторлманы.