

26 июль Учалы ҡалаһында төнгө ваҡытта ЮХХДИ инспекторҙары “Альфа” мопедына иғтибар итә – водитель дә, пассажир ҙа каска кеймгән булалар. Туҡтау бойороғона буйһонмай, мотоциклсы йән-фарман ҡаса башлай, шул иҫәптән Ленин урамындағы юл киҫелешендә светофорҙың ҡыҙыл утына үтмәксе була. Полиция автомобиле сигнализация ҡабыҙып, киҫелешкә бергә сыға һәм шуның менән генә мопедтта елеүселәрҙе арҡырыға килгән ВАЗ-2110 автомобиле тапауҙан һаҡлай. Үҙҙәре, әлбиттә, ныҡ ҡына бәрелә. Алабарман мотоциклсы йәйәү йүгереп ҡасып маташһа ла, тотолдо – 18 йәшлек тау сәнәғәте колледжы студенты.
Уға ҡарата административ протоколдар төҙөлдө – юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап ҡасыу, полиция хеҙмәткәрҙәренең талаптарына буйһонмау, светофорҙың тыйыу сигналын инҡар итеү. Ярар ҙа, үҙҙәре иҫән ҡалды, уйындан фажиғәле уймаҡ сығара яҙҙылар бит!