Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
28 Июль 2023, 04:32

Рәүил ағай яҙмаларынан

"Тирлән баҙары  ул ваҡытта  башҡорт ауылдары өсөн бер мәҙәни үҙәк булды, тиһәк тә, бер ҙә яңлышмабыҙ. Бында ит, һөт кенә һатып ҡалмайҙар, тере мал һаталар, аттар алышалар ине. “Давай мынауа”, тип урыҫтар менән ат алышҡандары әле лә күҙ алдымда. Кемдер өҫтәп аҡса бирә, кемдер уңа, кемдер туңа.  Баҙарҙың уртаһында ашхана. Бында төрлө ауылдарҙан килгән халыҡ таныштары менән осраша, уңышлы баҙарҙы ла “йыуалар”.  

Рәүил ағай яҙмаларынанРәүил ағай яҙмаларынан
Рәүил ағай яҙмаларынан

  Беҙҙең Рәүил ағай.        

Һәр замандың үҙ көйө,   үҙ һынауҙары була. “Күрәсәктән ҡасып ҡотолоп булмай”, - тигәндәр боронғолар.  Тормошҡа оло һөйөү менән баҡҡан көслө рухлы кешеләр ауыр һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, артабан   тулы тормош менән йәшәүгә көс табалар. Эргә – тирә йүнендәге кешеләргә лә яҡты нур тараталар, дәрт, көс өҫтәп кенә торалар. Ана шундай заттарҙан ул мәҡәләмдең геройы йор һүҙле, көләс йөҙлө Рәүил Мәхмүтдин улы Рәхимов .

Рәүил ағай 1949 йыл Учалы районы Ҡәйепҡол ауылында ҡурайсы, көрәшсе Мәхмүтдин  менән Нәфисә  Рәхимовтарҙың ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Башланғыс белемде үҙенең тыуған ауылында ала. Баш бала булараҡ,  хужалыҡ эшендә атаһының төп ярҙамсыһы була Рәүил ағай, башҡа балалар кеүек йәй көндәре совхозға бесән әҙерләшә, сөгөлдөр утай. Әсәһе яғынан олатаһы Заһиҙуллин Ғәйнулла бабайға барып ярҙам итергә лә өлгөрә. Атаһы улын эшкә өйрәтһә,   олатаһы тормош һабаҡтары бирә. Ейәненең уҡыуын да контролдә тота бабай. Берәй фәндән “4” –ле алһа, ниңә “4”- ле, ниңә “5” – ле түгел, тип шелтәләп тә ала ейәнен. Рәүил ағай 8 - се синыфты Яңы Байрамғол ауылында тамамлағандан һуң,  1964 – 1968 йылдарҙа Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында белем ала.  Йәш белгес юллама буйынса Саҡмағош районына барып, бер йылға яҡын “Фрунзе” исемендәге колхозда зоотехник булып эшләй. Буласаҡ кәләше Әлфидә еңгәне лә шунда осрата.1968-1970 йылдарҙа армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Учалы тау – байыҡтырыу комбинатына шартлатыусы булып эшкә урынлаша, шул өлкәлә 25 йыл бригадир булып эшләй. Ир аҫылы эштә беленә, ти. Рәүил Мәхмүтдин улы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн тәүҙә  “Полет” ҡул сәғәте  менән бүләкләнә. 1980 йылдың 19 декабрендә уға “Ударник десятой пятилетки” знагын (СССР Төҫлө металлургия министрлығы  һәм металлургия сәнәғәте эшселәре профсоюздарының үҙәк комитеты ҡарары менән ) тапшыралар. Дан тырыш хеҙмәттә генә яулана ул. Рәүил ағайыбыҙ 1984 йылдың 19 апрелендә Ю.В. Андропов указы менән ||| дәрәжә “Хеҙмәт Даны” ордены менән наградлана.

Ҡамыш һыуҙан туймаҫ, тырыш эштән туймаҫ, ти. Тиктормаҫ, тынғыһыҙ Рәүил ағайыбыҙ дружинник булып, тәртип һағында торорға ла өлгөрә. 1985 йылдың 4 апрелендә ул Министрҙар Советы тарафынан “Отличный дружинник” знагы менән бүләкләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, хеҙмәт ветераны  Рәүил Мәхмүтдин улы 2010 - 2020 йылдарҙа район ветерандар советы клубында мөдир булып эшләй. Ағайыбыҙ – өлгөлө ғаилә башлығы, һөйөклө олатай, туғандарының арҡа терәр хөрмәтле, абруйлы ағаһы ла. Еңгәбеҙ Әлфидә Ғәлимйән ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Тағы ла ағайыбыҙҙың бер шөғөлө – бала саҡ хәтирәләрен дәфтәренә теркәп бара. Ул олатаһы тураһындағы хәтирәләрен “Яйыҡ” гәзите уҡыусыларына тәҡдим итә. Беҙ, ауылдаштары, Рәүил Мәхмүтдин улына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге,   Әлфидә еңгәбеҙ менән тиңлек – тигеҙлектә, ейән –ейәнсәрҙәренең, бүлә –бүләсәрҙәренең  изгелектәренә, ҡыуаныстарына   һөйөнөп,  матур, оҙон, бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.

                                      Шәһүрә Әхмәҙиева

                                      Ҡәйепҡол ауылы

 

Рәүил ағай яҙмаларынан.

 Мин, Рахимов Рәүил Мәхмүтдин улы, 1949 йылдың 22 мартында Учалы районы Ҡәйепҡол (Һарт) ауылында тыуғанмын. 8 – се класты тамамлағансы, ауылда йәшәнем. Бөтә бала-саға кеүек, мин дә атай-әсәйгә ярҙам итеп,  йәйге каникулда совхозға бесән эшләп  үткәрҙем. Ауылда минең әсәйем яғынан олатайым Ғәйнулла Заһиҙуллин (1895-1972й.й.) йәшәй ине. Ул нисектер мине яҡын күрҙе, буш ваҡыттарҙа  гел уларҙа булдым. Утын быса инек, бесәнгә гел бергә йөрөнөк. Мин иҫ белгәндән бирле, ул һәр ваҡыт хужалығында ат тотто, хатта Никита Хрущевтың атҡа ҡаршы законы ла уны ҡурҡытманы. Йыл һайын 400 һум штраф килә торғайны. Ул бер штрафты ла бер ваҡытта ла түләмәне, сөнки пенсияһы ни бары 12 һум ғына ине. 1971 йылда олатайымды пенсия фондына алып барҙым, пенсияһын 16 һумға еткерҙеләр. 1йыл тирәһе шул пенсияны алып ҡалды. Ул бик тә егәрле кеше булды, бура бурай, сана табаны бөгә торғайны. Баҡсаһында төрлө йәшелсәләр үҫтерҙе, хатта тәмәке лә сәсә торғайны.  Тағы ла бер кәсебе булды ҡарттың  -  айына ике тапҡыр Тирлән ҡасабаһына баҙарға барыу. Олатайым мине лә баҙарға йыш ҡына үҙе менән ала торғайны.   Юл  Урал тауҙары аша бара,  4-5 сәғәт тирәһе барабыҙ. Ҡарт үҙенең башынан үткәндәрҙе һөйләй. Заманына  күрә ул бик белемле кеше булған. Верхнеуральскиҙә гимназияның дүрт класын тамамлаған. Атаһы ла бик хәлле кеше булғандыр, тип фаразларға ҡала, баланы уҡытыу, йәшәтеү, форма алыуға аҡса кәрәк бит инде. Батша хөкүмәте  ваҡытында рус гимназияһына башҡорт балаларын бик алып бармағандар.

Олатайым ауылдан, күрше ауылдарҙан һарыҡ йөнө йыйып ала ла знакум урыҫтарынан быйма баҫтырта. Тауыҡ, тере ҡаҙ һата торғайны. Үҙенә күпмелер файҙа эшләгәндер, тип уйлайым. Тирлән баҙары  ул ваҡытта  башҡорт ауылдары өсөн бер мәҙәни үҙәк булды, тиһәк тә, бер ҙә яңлышмабыҙ. Бында ит, һөт кенә һатып ҡалмайҙар, тере мал һаталар, аттар алышалар ине. “Давай мынауа”, тип урыҫтар менән ат алышҡандары әле лә күҙ алдымда. Кемдер өҫтәп аҡса бирә, кемдер уңа, кемдер туңа.  Баҙарҙың уртаһында ашхана. Бында төрлө ауылдарҙан килгән халыҡ таныштары менән осраша, уңышлы баҙарҙы ла “йыуалар”.   Ә мин ҡыҙыл билле прәник һатып алам, лимонад эсеү минең өсөн ҙур кинәнес була торғайны.    

Олатайым урта хәлле крәҫтиән булғандыр, тип уйлайым.  Уның 10-12 баш йылҡы малы, 8 – 10 һыйыры булған. Иң отошло әйбере – иген урғыс машинаһы.  Ул машинаһын байҙарға арендаға биреп, эш хаҡына йөҙәр бот иген ала торғайным, тип һөйләне.

- Нисек һине раскулачивать итмәнеләр һуң?,  -  тигән һорауға:

- Мин ярты милкемде ике туған ҡустыма яҙҙырҙым,  -   тине. Ул ҡустыһы ялсы булып эшләгән икән. Шул ваҡыттағы бай кешеләр   тураһында бер ни тиклем мәғлүмәт килтерҙе олатай. Беҙҙең тирә –яҡ ауылдарҙан  Сораман ауылы кешеһе  Шамырҙа ныҡ байҙарҙан һаналған. Ул күп иген сәскән, йылҡы, һыйырҙары күп булған. Беҙҙең Ҡәйепҡол (Һарт) ауылында Ғәтиәт тигән кеше иң байы булған. Уның 250-300 йылҡыһы,  180-200  баш һыйыры булған . Революция алдынан ул волость башы булып та һайланған. Бер нисә баш мал һуйҙырып, үҙенең һайлаусыларын өс көн һыйланы, тип һөйләне олатайым. Колхозлашыу осоро башланғас, Ғәтиәт байҙы Себергә ебәрмәгәндәр, сөнки уның йәше ҙур булған. Олатай һөйләүе буйынса, бер көн уға  Ғәтиәт бай килә.

- Ғәйнулла, мин һинең аҙбарыңа бер һандыҡ ҡуям, шунда бер тәүлек торһон әле,- ти.

- Бер тәүлектән һуң ул һандыҡты алып киттеләр. Мин ул һандыҡтың эргәһенә барырға ла ҡыйманым, ҡурҡтым, сөнки уның наганы бар икәнен белә инем. Йә атып үлтерер, - тинем.

Ғәтиәт бай күп малды байлыҡҡа әйләндергәндер, тип фараз итергә  ҡала. Ул ҡарт Миндәк ҡасабаһында йәшәп, үҙ үлеме менән шунда үлгән, тиҙәр  Икенсе бай кеше Фәтҡуллин Ниғмәт тигән кеше. Ул1903 йылда тыуған.  Һөргөнгә ебәргән ваҡытта уға 27 йәш булған.  Хужалығында 50-60 һыйыр тотҡан. Уларҙы Кемерово өлкәһенә һөргәндәр. 1960 йылдар башында Ниғмәт ҡарт Һөйәрғол ауылына ҡайтҡайны. Бер көн улар Ҡәйепҡолға, атайым Рәхимов Мәхмүтдингә,  ҡунаҡҡа килделәр. Ашап – эсеп, ҡурай уйнап ултырҙылар. Ниғмәт ҡарт ҡупшы ғына  кейенгән, ҡурайҙа матур итеп уйнай ине. Уның менән ҡыҙы ла килгәйне. Ҡыҙыҡай 10-12  йәштәр самаһында, милли башҡорт кейемендә. Атаһы уйнай, ҡыҙ матур итеп бейей. Уларҙың үҙҙәрен тотошо, ҡурайға, милли моңға, тыуған төйәккә һағышлы һөйөү менән ҡарауы, был кешеләргә хөрмәтте арттыра ғына ине. Шул осрашыуҙан һуң башҡа Фәтҡуллин Ниғмәт бабайҙы күрергә насип булманы. Артабанғы яҙмышын белмәйем.

         Йәше буйынса  олатайым Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан булырға тейеш.

- Революция ваҡытында Петроградта булдым, иҫ китмәле ҡурҡыныс нәмәләр күрҙем (аслыҡ, тәртипһеҙлек, хаяһыҙлыҡ һ.б.), -   тип һөйләй торғайны.

Бөтә был нәмәләр тураһында ентекләп һорарға минең йәшем дә бәләкәй ине, зиһенем дә етмәгәндер. Петроградтан һуң ҡайҙа һуғышҡан, ҡасан тыуған яҡтарға ҡайтҡан – был нәмәләр минең өсөн ҡараңғы. Ул бер ҙә йылын, айын әйтеп һөйләмәне. Муса Мортазин, “йәшелдәр” тураһында һөйләне, ләкин мин “йәшелдәр” тигәненә ышанып бөтмәнем. Аҡтар, ҡыҙылдар бар, ә кем һуң ул йәшелдәр? Ир ҡорона кереп, күп  китаптар уҡығас ҡына  белдем. Ваҡытында  олатайымдан  бөтәһен дә һорашып ҡалмағаныма хәҙер ныҡ үкендерә лә ул...

                                                                  Рәүил Рәхимов

                                                                  Учалы ҡалаһы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас