

“Донъялыҡта йырлап-гөрләп,
Күреп-күрешеп ҡалайыҡ”.
Иҫтамғол ауылының Йүкә шишмәһе янында күркәм беседка сафҡа индерелде, Йәштәр һабантуйы үтте. Тантанала район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина, район Советы секретары Зариф Ғарипов, мәҙәниәт бүлеге мөдире Лира Сафиуллина, ауыл халҡы һәм бихисап ҡунаҡтар ҡатнаша.
Урындағы халыҡ өсөн ҡәҙерле һыу сығанағы буйында ултырып уйҙарға бирелеү, хозур тәбиғәткә һоҡланыу, ғәзиз кешеләрең менән иркенләп аралашыу өсөн махсус урын булдырыу проектын башлап ебәреүсе – ауыл клубы мөдире Гөлсирә Ғәлиәхмәтова. Бына Гөлсирә Әхмәткирәй ҡыҙы үҙе ни тип һөйләне был хаҡта:
-“Атайсал” проекты тураһында ишетелә башлағас, беседка ҡороу уйы башҡа күптән килгәйне. Теүәл генә ҡарар иткәс, интернет селтәрендә Иҫтамғол йәштәре өсөн махсус чат булдырҙыҡ. Проект тураһында һүҙ сығарғайныҡ, 99 кеше һәммәһе 120 мең һум йыйҙы. “Эх, ауылға ҡайтып, осрашып, элеккесә таң атҡансы бейергә ине....”, - тигән теләктәр ҙә ҡолаҡҡа салынды. “Беседка ҡорабыҙ икән, байрам да ойошторабыҙ!”- тип вөғәҙә иттек. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” сараһын Йәштәр һабантуйы рәүешендә үткәрергә булдыҡ. Ойоштороу комитеты - Илгез Хажин, Илзирә Нурмөхәмәтова, Гөлсәсәк Мөхәмәтова, Салауат Баһауетдинов, Юлия Бикбаева, Гүзәл Бапанина, Закир Ғниәтуллин. Улай ғына ла түгел инде, кемгә генә мөрәжәғәт итмә, барыһы ла ярҙам итергә ҡуш ҡуллап әҙер. “Әхирәттәр” фольклор ансамблебеҙ үҙе генә ни тора! “Байрамғол” агрофирмаһы ит бүлде, тәмле былау барыһын да һыйларға етте. Һәр кем үҙе лә бешеренеп-төшөрөнөп килдесе. Уральск ауыл Советы приздар алыуҙа булышлыҡ итте.
Байрамға берсә һылтау ҙа, сәбәп тә булған беседка ҡороуҙы ойоштороу менән вахта эшенән бушаған ял көндәрендә Илгез Хажин шөғөлләнгән. Төҙөүселәр, дәртле йәштәр, байтаҡ табыла. Төҙөлөш материалдарын артығы менән хәстәрләгәс, ҡалған ҡалай тимер менән ауылдың фельдшер пункты ҡыйығын яңынан ябырға ҡарар итәләр.
Байрам бик юғары кимәлдә, күңелле һәм сәмле үтте. Айырыуса ат бәйгеһе менән мәрәкә килеп сыҡты. Ярыш тураһында ишеткәс, башҡа ауылдарҙан да ҡыҙыҡһына башлайҙар – беҙгә лә ҡатнашырға мөмкинме? Юҡ, ҡарарға ғына килегеҙ, тип әйтергә мәжбүр булалар. Бының сере – ат башы яһалған таяҡтарҙы атланып уҙышалар бит! Тамашасылар тәгәрәп ятып, һындары ҡатып көлә. Әммә “һыбайлыларға” ысын бәйгенән дә күберәк көс һәм сыҙамлылыҡ талап ителеүе көн кеүек асыҡ. Шуға ла беренсе килгән Ғәлим Әбдрәхимов, унан саҡ ҡына ҡалышҡан Айназ менән Айгиз Ғәлиәхмәтовтар был ҡаҙаныштары менән ысынында ла ғорурланырға хаҡлы! Армрестлинг, йәғни ҡул көрәштереүҙә Ғазинур Әлхәмовҡа тиңдәр табылмай, 2-се урында – Айгиз Ғәлиәхмәтов, 3-сө – Илнур Заһиҙуллин. Волейбол, футбол, көршәк ватыу һәм башҡа уйын-ярыштар ҙа күп үткәрелә. Эстафетала ғына ин икешәр ағзанан командалар ҡатнаша.
“Иҫтамғол батыры” һынауҙарында 8 кеше көс һынашып, Ғәлим Әбдрәхимов һәм Тимур Таһировтар ауылдың иң ғәйрәтле улдары тип таныла. Шулай уҡ 8 ҡыҙ сығыш яһаған “Иҫтамғол һылыуы” конкурсында Дилара Усманова һәм Татьяна Латиповалар пъедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелә. Әммә был һөҙөмтәләрҙе саманан тыш етди ҡабул итергә кәрәкмәҫтер – рекорд ҡуйыу түгел, аралашыу, бергәләп күңелле һәм файҙалы ваҡыт үткәреү төп маҡсат итеп ҡуйыла бит.
Концерт программаһы ла бик ихлас үтә. Саҡырылған популяр артистар Марсель Нәжметдинов, Илнур Ҡәләмов (әсәһе Иҫтамғолдан), ҡурайсы Дим Мөжәүиров, филармонияның “Урал-тау” студияһы бейеүселәренә иш янына ҡуш булып, ауыл кешеләре, ейән-ейәнсәрҙәре йырлай һәм бейей – Айрат Латипов, Айһылыу Бикмөхәмәтова, Айназ Ғәлиәхмәтов, “Әхирәттәр” фольклор ансамбле, баянсы Шәрифулла Таһиров һәм башҡа күп.
Афариндан башҡа баһа юҡ, эйе, һәр ауылдың ыңғай яҡтары бихисап, шулай ҙа иҫтамғолдар дәртлелек, эскерһеҙлек, ихласлылыҡ һәм дәррәүлек менән бары айырылып торалар.
Фәҡәт 99 кеше “Атайсал” проектына ҡушылыуы ла осраҡлы түгелдер буғай, муллалар әйтеүенсә, Аллаһы Тәғәләнең күркәм сифаттарын һүрәтләгән тап 99 исеме билдәле бит. Нисек кенә булмаһын, бар ойоштороусы-ҡатнашыусылар үҙҙәренә сауап алғандыр, Ислам – татыулыҡ һәм берҙәмлек дине бит.