Яйыҡ
+11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Август , 10:13

Нәфсе кредит алдырта

“Тот ҡапсығыңды!”, - тип бот сабып көлгәндәрҙер инде, әммә был хаҡта тура әйтмәйҙәр, байтаҡ ваҡыт алдаштырып йөрөтәләр.Енәйәт эше ҡуҙғатылыуын ҡуҙғатылды, әммә жуликтарҙың яза алыуҙары бик тә икеле. Ә “инвестор” апайыбыҙ байтаҡ ваҡыт пенсияһынан кредит түләр инде. “Бизнесҡа” тотонғанға тиклем йәшәйеше арыу ғына булғанлығына хәҙер үҙе лә төшөнгәндер.

Нәфсе  кредит алдырта
Нәфсе кредит алдырта

Олпат йәштә лә күптәр хәҙер донъя малын ҡыуыу тураһында хыялдарҙан арына алмай шул.  68 йәшлек апай интернет селтәрендә анһат аҡса эшләү мөмкинлеге тураһында иғланға иғтибар итә. Күрһәтелгән номер буйынса шылтырата. Алмайҙар. “Иртән уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ. Булғанына шөкөр”, - тип шуның менән тынысланырға ине лә, юҡ шул. Алдаҡсылар күпмелер ваҡыттан үҙҙәре бәйләнешкә сыға. Ни бары 20 мең һум тирәһе аҡса һалһағыҙ, акциялар менән алыпһатарлыҡ хәтһеҙ килем килтерәсәк, тип әүрәтә башлайҙар. Песионер ҡатын, ундай аҡсам юҡ, тип башта баш тартһа ла, вәсүәсәгә ҡаршы тора алмай: таныштарынан 20 мең һумды бурысҡа алып, “бизнесҡа” тотона.  Бәләкәй баланы юхалаған кеүек төп башына ултырталар үҙен. Видеобәйләнешкә сығып (әммә йөҙҙөрен күрһәтмәйенсә!), яҡташыбыҙҙың акциялары “кү-ү-үп итеп” аҡса килтереүе тураһында әкиәт күрһәтәләр, тамам ышандырыу өсөн 2 мең һум “дивидент” күсерәләр.  Апай тамам иреп китә, алдарға булһалар, аҡсамды кире бирмәҫтәр ине, тип уйлай, әммә был “килем” үҙе башта күсергәндең ни бары ундан бер өлөшө, ырғаҡҡа эләктерелгән ем икәнлеге һис тә башына килмәй. Нәфсе айыҡ аҡылды томалай торған бит ул! Тик бына аферистар дәғүә ҡуя башлайҙар, бәләкәй суммалар менән эш итеү беҙҙең өсөн отошһоҙ, тағын да 500 мең һум “инвестиция” кәрәк. Апай кредит юллай, жуликтәр әйткән счетҡа күсерә. Тегеләргә, әлбиттә, буштан аҡса алыу оҡшап ҡала -  икенсе көнөнә йәнә шылтыратып, “бизнесығыҙҙы йәйелдереү өсөн тағын да отошлораҡ варианттар килеп сыҡты”, тип 350 мең һум таптыралар. Апай башта баш тартып маташҡас, улайһа махсус программанан төшөп ҡалағыҙ инде, тип ҡурҡыталар. Ошолай һәммәһе  1 миллион һумдан ашыу аҡсаны әүрәтеп алалар. ....Пенсионер апайҙың аҡса үҙенеке түгел бит, бурыс-кредитҡа алынған, финанс ҡытлыҡ кисерә башлағас, “брокерҙарҙан” үҙенең “дивидендын” күсереүҙәрен үтенә. Тегеләр “Тот ҡапсығыңды!”, - тип бот сабып көлгәндәрҙер инде, әммә был хаҡта тура әйтмәйҙәр, байтаҡ ваҡыт алдаштырып йөрөтәләр.

Енәйәт эше ҡуҙғатылыуын ҡуҙғатылды, әммә жуликтарҙың яза алыуҙары бик тә икеле. Ә “инвестор” апайыбыҙ байтаҡ ваҡыт пенсияһынан кредит түләр инде. “Бизнесҡа” тотонғанға тиклем йәшәйешеү арыу ғына булғанлығына хәҙер үҙе лә төшөнгәндер.

Учалы кешеләре алданып ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә мутлашып маташа. Тишек кәмәгә ултыртылғанда   нисек сабыйҙарса хәйләһеҙ булабыҙ,  закон боҙғанда ла бер ҡатлылыҡ ғәжәпләндерә.  Күрәләтә кеше аҡсаһын үҙеңә күсереп урлаһаң, уның шымып ҡалмаясағы, юллай башлаясағы алдан билдәле түелме һуң?  Ҡыҫҡаһы, 21 йәшлек ҡыҙ мобиль элемтә салонында эшләгән була. Бер кеше килә – уға яңылыштан кемдер аҡсаны банк картаһына түгел, телефон номеры иҫәбенә ебәрә, шуға ла үҙе теләгәнсә күсерттереп биреүҙәрен үтенә. Был операцияны граждан үҙаллы ла башҡара алыр ине, әммә белгестәргә мөрәжәғәт итеү ышаныслыраҡ булып күренгәндер. Был белгес ни, клиенттың телефоны аша аҡсаны үҙ счетына күсерә, аҡсағыҙ ике аҙнаға тиклем ваҡытта килеп етер, тип алдап сығарып ебәрә. Оҡшап ҡалғандыр инде, тағын да бер клиенткаһының аҡсаһын ошо рәүештә үҙләштерә. Йәнә бер клиенткаһына яңы телефон алыу өсөн кредит юллашҡанда, йәнә 4 мең һумына бармағы үҙ яғына кәкрәйә. Нимә уйлап былай тотонғандыр инде?

Шартлы рәүештә 1 йыл 1 айға иркенән мәхрүм ителде, мәҡәлә яҙылғанда суд ҡарары законлы көсөнә инмәгәйне әле.

   Ә Ишембай прокуроры 21 йәшлек яҡташыбыҙҡа ҡарата ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Эшнәһе менән икәүләп интернетта иғландар урынлаштыралар, йәнәһе лә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Нижневартовск, Белгород  ҡалаларына автомобилдәренә юлдаш итеп ултыртып алып барасаҡтар. Кемдер ышанып бәйләнешкә сыҡһа, банк карталары мәғлүмәттәрен яҙҙыртып, килешелгәндән байтаҡҡа күберәк суммаларҙы сәлдерәләр. Ошо рәүештә 24 граждандың 290 мең һумын урлауҙары асыҡланды. Был енәйәтте Учалы район суды ҡараясаҡ.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в