Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2023, 10:23

Ниғмәт Зөлкәрнәйҙең яҙғандарынан

"...Культбригада тарафынан бөтәһе 22 тапҡыр постановка, концерт ҡуйылып, 1450 кеше хеҙмәтләндерелде. Унда “Сикһеҙ мөхәббәт”, “Сик һаҡсылары”, “Винтовка”, “Күңелле тормош”, “Тормош тамыры” пьесалары бирелде. Культбригада... “Штурм” исемле стена газетаһын сығарҙы. ...алдынғы колхозсыларҙың, звеноларҙың өлгөләре киң рәүештә яҡтыртылды. Сәсеүҙе өҙөргә маташыусыларҙы тәнҡитләнеләр. Шулай уҡ 4 бригадала ла 5 көндә бер бригада газетаһы сығарылды".

Ниғмәт Зөлкәрнәйҙең яҙғандарынан
Ниғмәт Зөлкәрнәйҙең яҙғандарынан

Газетабыҙҙың үткән юлы - хәҙер бер тарих

Укытыусы һәм яҙыусы Ниғмәт Зөлкәрнәйҙең архивында һаҡланған һәм тарихи эҙләнеүҙәр, әҙәби материалдар, хәтирәләр, көндәлектәр һ.б. бихисап ҡулъяҙмаларын яңыраҡ тағы ҡарап сыҡтым. Шулар араһында иғтибарымды “Ударсы” гәзитенә ҡағылған юлдар йәлеп итте. Боронғо кешенең яҙмаһы. Уның ситенә газетаның тәүге һанының өлгөһө, 10-сы һаны һәм 1939 йылда сыҡҡан бер мәҡәлә йәбештерелгән.
Районда тәүләп газета сыға башлаған йыл яңыраҡ билдәләнде, тип ишеткәйнем. Шуға ла түбәндә бәйән итәсәк юлдар, йылдар төпкөлөнән килгән ауаз итеп ҡабул ителерҙер, тип уйлайым. Газеталағы һүҙҙәр бөгөнгө көн күҙлегенән, бәлки, наҙанырак, хаталыраҡ күренһә лә, уның төп мәғәнәһендә шул йылдарҙағы “баявай рух”, сатнап торған дәүер, иң ҡәҙерлеһе - шул заман ихласлығы күренә. Был иң тәүге аҙым, пионерлыҡ булғанға шулай. Ә беренсе пионер-энтузиастарға юл йырып алып китеү ауыр эш. Ул, уның артынан килеп, күсермәгә ҡарап эшләүселәргә генә еңел... Материалды, нисек яҙылған, шулай килтерәм.

“Оҙон-оҙаҡ барған, ҡан ҡойошло Беренсе Бөтә донъя һуғышы, ниһайәт туҡтаны. Революция. Хәйерсе илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн, байҙар һәм милләтселәр ҡалдыҡтарының мыжғыуҙарын туҡтатыу өсөн, ил һәм төбәк етәкселәре үҙҙәрен үҙҙәре аяманы. Миҫал өсөн, Шәһит Хоҙайбирҙиндең (Башкортостандың тәүге идара етәксеһе. Минең ҡәйнәмдең ағаны була. - Ш.З.) Мораҡ яҡтарында төпләнгән, асау бандиттар ояһына барып, башта ҡоралын улар алдында сисеп ҡалдырып, һөйләшергә кереүен алырға мөмкин. Беҙҙең яҡтарҙа ла еңелдән булманы. Бандиттар ауылдарҙы яндырыу менән шөғөлләнде. Тотош янып бөткәндәре лә булды. “Ирәмәл афәттәре” тип йөрөтөлгән был шайканың әҙәм аҡтыҡтарын аҙаҡ тоттолар, ҡайһылары Ҡытайға ҡасып өлгөргән. Уларҙың ғаиләләрҙе бер нейһеҙ ҡалдырып, зыян килтереүҙәре, талау, ҡатын-ҡыҙҙы хурлауҙарын “ҡыямәт көндәр булды”, тип шул ауылдар әле лә тетрәнеп хәтерләйҙәр.
Был хәлдәр ҙә артта ҡалды. Ил яйлап аяҡҡа баҫа, элекке батрактарҙың йөҙөнән меҫкенлек сүрәте яйлап юйылды. Халыҡты аң-белемле итеү бурысы ҡуйылды. Беҙ, уҡытыусылар, көндөҙ балалар уҡытһаҡ, кистәрен уларҙың ата-әсәләрен ликбезда уҡыттыҡ. Унан тыш культура-ағартыу йүнәлешендәге постановкалар, агитациялар... Шул дәүерҙәрҙә беҙҙә районда үҙ газетабыҙ булдырыу идеяһы тыуҙы. Күп тырышлыҡтар нигеҙендә, ниһайәт, гәзитебеҙ булдырылды. Ул көн үҙе бер байрам булды. Редколлегия тупланды, мин йыраҡ ауылдан даими килеп йөрөй алмайым, юҡҡа ғына урын биләү булыр, тип баш тарттым. Ләкин һеҙгә файҙам булыр, тип һүҙ бирҙем.
Ураҙға ҡайтып, иң беренсе, педколлективты йыйып, яҡшы хәбәрҙе еткерҙем. Ниңә тиҙ арала подпискаға яҙылырға кәрәклеген төшөндөрҙөм. Был осорҙа ҡайҙа халыҡ йыйыла, ҡайҙа мөмкин: ауыл сходында, урамда, өйҙән-өйгә йөрөп, хата, Илтабан, Ҡунаҡбай ауылдарына ла барып яҙылырға өндәп йөрөнөм. Яҡшы уҡ дана йыйылғас, гәзиттең тәүге һаны сыҡты. Уның битендә миңә ҡағылышлы мәҡәләне күреп аптыраным да, шатландым да. (Ошо урында ул мәҡәлә йәбештерелгән. Ул латинса яҙылған, ҡағыҙын ваҡыт һарғайтып бөткән. Шрифт бик ҙур, тәүгенән “тантана һаны” итеп, эре хәреф менән сығарырға булғандар, күрәһең. Ҡалғандары - ҡәҙимгесә. Бөгөнгө көндә латинса уҡыусы кеше юҡ, шуға ла тәржемә итергә булдым. Бер һүҙен дә үҙгәртмәй, һеҙҙең иғтибарығыҙға тапшырам. - Ш.З). Бына ул:

“...иптәш Зөлҡәрнәев Ниғмәт төбөгебеҙҙәге мағарифселәр кәликтифендәге актиф ағзалардың береһе булып, ул төбәк гәзитенең сығыуын ҙур эшмәкәрлектәр менән карышы алды. Гәзитебеҙҙең беренсе тантана һанына иң баһалы яуап итеп үҙенең укытып ятҡан Ураҙ ауылында 25 кешелек даими хәбәрселәр бригадаһы ойошторҙо. Уларҙың баявай штабын төҙөнө. Шулар аша һәр береһе берәр йыллыҡтан торған 20 патписсик тартты. Төбәк магариф бүлеге иптәш Зөлкәрнәевте үҙендәге ҡыҙыл исемлектең иң беренсе юлына яҙып ҡуярға ...тейешле”.

Газетаның 10-сы һанында Н. Зөлҡәрнәйҙең үҙенең мәҡәләһе баҫылған. Унда ул колхозсы һәм колхозницаларға 22 дана газета-журнал таратыуын, уларҙың регуляр алып тороуҙарын тикшереүе” тураһында яҙып, төбәк уҡытыусыларын подпискаға яҙылыу буйынса үҙе менән ярышҡа саҡырып, өндәмә эшләгән. Һәм конкрет исемдәрҙе атаған: “Тупейев Әхмәтхан (Ильинка мәктәбе), Йосопов Вәлей (Рысай мәктәбе), Шәрипов Ғәли (Илтабан мәктәбе), Айытов Ғөбәй (Ахун мәктәбе), Сәйетҡолов Ғ. (Ишкен мәктәбе). Был иптәштәрҙе минең саҡырыуым буйынса  үҙҙәренең яуаптарын газета аша белдереүҙәрен һорайым”.

Иҫ китмәле энтузиазм һәм газета яҙмышына яуаплылыҡ. Бына шундай кешеләр заманында газетаны ғына түгел, илде лә үҙ елкәнендә күтәрешеп, нәтижәлә уны иң бөйөк державаға еткергән! Газетаның роле ул замандарҙа ифрат ҙур, халыҡты тәрбиәләү эшендә бик тәьҫирле булған. 1939 йылдарҙа баҫма газеталар өлгөһөнә эйәреп, стена газеталары ла йәйелдерелә. Быны иң беренсе Ахун ауылында күтәреп алалар. Ошо турала шул йылдың “Ударсы” газетаһы бына нимә яҙа (ҡайһы бер юлдарын уҡып булмай. Ваҡыт юйған). Иғтибар итергә кәрәк, тәүге һан сыҡҡанға байтаҡ йылдар үткән, 39 йылда инде шрифт та икенсерәк, терминдар ҙа башҡаса, һөйләм төҙөү ҙә, ҡабатлауҙарға иғтибар итмәгәндә, камиллашҡан, өтөрҙөр ҙә урынында:
“Яҙғы сәсеү ваҡытында ауылдың бөтә культура көсө яланға күсерелде. Һәр бер бригада ... газетаһы редакторы булды. Был көс үҙенең планы буынса эш итте.

Агитаторҙар көсө менән партия һәм хөкүмәт ҡарарҙары бөтәһе 44 тапҡыр киң рәүештә өйрәнелде, беседалар уҙғарылды. Партком һәм комсомол ойошмалары тарафынан ойошторолған культбригада һәр бер бригаданы хеҙмәтләндерҙе.

Культбригада тарафынан бөтәһе 22 тапҡыр постановка, концерт ҡуйылып, 1450 кеше хеҙмәтләндерелде. Унда “Сикһеҙ мөхәббәт”, “Сик һаҡсылары”, “Винтовка”, “Күңелле тормош”, “Тормош тамыры” пьесалары бирелде. Культбригада... “Штурм” исемле стена газетаһын сығарҙы. ...алдынғы колхозсыларҙың, звеноларҙың өлгөләре киң рәүештә яҡтыртылды. Сәсеүҙе өҙөргә маташыусыларҙы тәнҡитләнеләр. Шулай уҡ 4 бригадала ла 5 көндә бер бригада газетаһы сығарылды. Бригада газеталарының редакторҙарына “Күмәҡ хужалыҡ” (колхоздың үҙәк, иң зур күләмле газетаһы - Ш.3.) газетаһы редакторы иптәш Зөлҡәрнәв тарафынан регуляр консультациялар бирелеп барҙы. Партком һәм ойошмаһы баҫыуҙа политик-массовый эште йәйелдереүҙә конкрет етәкселек итте.

Партком секретаре: Фәйзуллин.

Ахун ауылы башҡарма комитете председателе: Хәбиров.

Колхоз председателе: Вагапов”. “Ударсы” газетаһы, 1939 йыл.

Мәҡәлә “Баҫыуҙа культура-массовый эш”, тип атала.

Был ҡыҫҡа ғына газета материалдарында үткәндәр ауазы, беҙҙең төбәктең, беҙҙең халыҡтың яҡты киләсәккә инанып, тауҙай эштәрҙе аҡтарыуы, ҙур тырышлыҡ менән үткәнгә, борсоулы үткәнгә түгел, ә алға ынтылыуҙарын күрҙек. Тотош ил эсендә лә грандиоз эштәр башҡарып сығыуҙа газетаның позицияһы, йоғонтоһо ла булмай ҡалмаған, әлбиттә. Етәкселәр уның дәрәжәһен күтәрә белгәндәр. Шулай булмаһа, 1940 йыл “Ҡыҙыл партизан” колхозының уңыш өлгөләре менән бергә “Күмәк хужалыҡ” газетаһының да ике йыллык һандарын да бергә “Бөтен союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенә” (ВДНХ) Мәскәүгә алдыртмаҫтар ине. “Уның 24 экземплярын төпләнек, художник Низаметдинов матур итеп берҙәй баш яҙҙы”, - тигән Ниғмәт Зөлҡәрнәй.

Бына шулай итеп, шишмә башы булған газетабыҙҙың – “Ударсы”ның биттәрен аҡтарып, ваҡыт ҡатламы күптән ҡаплап киткән заманаларҙы иҫкә алдыҡ.

 

Шәүлиә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА,

Учалы ҡалаһы.

Күренекле яҡташыбыҙ тураһында тулы мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса ҡарай алаһығыҙ - https://www.moypolk.ru/soldier/zulkarnaev-nigmat-zulkarnaevich-1

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: