5-6 август Учалы районының Ғәҙелшә ауылы янындағы Баҡшай яланында «Башҡорт балаҫы” Төбәк-ара келәм һуғыу сәнғәте фестивале үтте. БР Башлығы грантына “Игелек хаҡына” (“Во благо”) коммерцияға нигеҙләнмәгән автоном ойошма үткәрә.
Был ойошма, Уральск ҡасабаһындағы “Ирәмәл” ижад үҙәге директоры Динара Мөжәүирова тураһында гәзиттә яҙғайныҡ инде: бер командаға тупланып, һарыҡ йөнө эшкәртергә, келәм һуғырға өйрәтләр. Грант аҡсаһына кәрәкле материалдар һатып алына, станоктар яһатыла, кабинеттар йыһазландырыла. “Башҡорт балаҫы –Туҡыусылыҡты тергеҙеү” (“Башкирский палас –Возрождая ткачество”) быйыл йәй уртаһында ғәмәлгә ашырыла башланы. Бар теләүселәрҙе милли туҡыусылыҡ тарихы менән таныштыралар, һарыҡ йөнөн таҙартырға һәм эшкәртергә өйрәтәләр, балаҫтарҙың схемаларын әҙерләү серҙәренә төшөнәләр. Дәрестәр халыҡ йырҙары, ауыҙ-тел ижады өлгөләре менән йәнләндерелә. Келәм һуғыу серҙәренә Ижад үҙәге хеҙмәткәре, махсус курстарҙа әҙерлек үткән мәғариф отличнигы Дина Мөхәмәт ҡыҙы Мөхәмәтова алып бара. Ә был фестиваль – проекттың иң сағыу этабы булды тиерлек. Аҡса табып булһа, артабан да үткәреп торорҙарҙыр.
Ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары-ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Айҙар Заһиров, БР халыҡ ижады үҙәгенең “Урал” этноүҙәге директоры Ирек Әхмәҙиев, БР Стратегик инициативалар агентлығының йәмәғәт вәкиле Регина Солтанова һәм “Игелек хаҡына” (“Во благо”) коммерцияға нигеҙләнмәгән автоном ойошма директоры Динара Мөжәүировалар сәләмләне.
Фестиваль сиктәрендә туҡыусылыҡ, уғатарлыҡ, ҡурай, ҡумыҙҙа уйнау, туҡыманы биҙәкләү буйынса мастер-кластар үткәрелә, һарыҡ йөнөн ҡырҡыу, йөн эшкәртеү, иләү һәм буяу буйынса ижади оҫтаханалар булдырыла. Әммә иң тулҡынландырғыс мәл – иң сағыу, милли йолаларға тура килтереп туҡылған келәмде билдәләү. Әбйәлил, Әлшәй,Архангель, Белорет, Миәкә, Өфө райондарынан, Силәбе өлкәһенән оҫтабикәләр ярышты. Таңһылыу Байморатова (Миндәк), Тәскирә Ханнанова (Ҡунаҡбай), Лидиә Сатлыкова (Учалы ҡалаһы) Учалы районын вәкилләнеләр
Комиссия ағзалары - БР мәғарифы отличнигы, юғары категориялағы педагог Дина Мөхәмәтова, филология фәндәре кандидаты, танылған этнография белгесе Азат Ғарипов, юғары категориялағы педагог, Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Әнисә Хажиева, райондың “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһының етәксеһе, РФ дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре Мәрзиә Солтанбаева, комиссия рәйесе – БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, туҡыусылыҡ конкурстары дипломанты һәм лауреаты, Архангель районының Орловск мәҙәниәт йортоноң декоратив-ҡулланма сәнғәт клубы етәксеһе Фәнисә Гольцова.
Ямғыр яуыуы ғына эште боҙа яҙҙы, әммә быны ла барыһы Күк үҙ фатихаһын бирә, тип кенә ҡабул иттеләр. “Бала саҡтағы һымаҡ ҡойма ямғыр аҫтында йүгерешеү ниндәй кинәнес икәнлеген онота ла башлағанбыҙ икән!”- тигән комметарийҙар ҡолаҡҡа салынды. “Балаҫтар сикһеҙ зәңгәр күк аҫтында, йәшел сәхрәлә үҙҙәре лә яңы төҫ һәм тын алғандай, терелгәндәй булды”, - тип ғәжәпләнә фестиваль ҡунаҡтары. Шуға ла иң оҫтаны асыҡлау ауырға төшкәндер. Нисек кенә булмаһын, ярыш ярыш инде, ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер кәрәк.Беренсе урынды Миәкә районынан Гүзәл Вәлитова яуланы. Икенсе – яҡташыбыҙ Тәскирә Ханнанова, өсөнсө Әлшәй районынан Закира Воронцова.
Гүзәл Вәлитова 2003 йыл Өфөлә педагогика университетының художество-графика факультетын тамамлаған. Туҡыусылыҡ менән 2000 йылдан шөғөлләнә. “Закладное ткачество” техникаһында. Традицион милли композициялар һәм төҫ гаммалары сиктәрендә ижад итергә ярата. 2017 йылдан күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, шул иҫәптән Италия менән Германияла! Әлбиттә, әлеге фестивалдә беренсе еңеүе түгел, бихисап конкурстар лауреаты һәм призеры, әйтәйек, быйыл “Традицион башҡорт балаҫтары буйынса халыҡ оҫтаһы” исеме алып өлгөргән ул.
-Динара Рәис ҡыҙы саҡырыуы буйынса Баҡшайға килдем, ярар ҙа туғандарым Илдар менән Фәриҙә килтерҙеләр. Бик тә ҡәнәғәтмен – һоҡландырғыс тәбиғәт һәм иҫ китерлек ихлас кешеләр менән аралашыу форсатына шатмын. Күп оҫтабикәләр менән таныштым, рәхәтләнеп һөйләштек, тәжрибә уртаҡлаштыҡ. Артабан да хеҙмәттәшлек итергә өмөт итәм, ойоштороусыларға рәхмәт!- ти ижади бәйге еңеүсеһе.
Ә Учалының яҡшы данын таратҡан Тәскирә Калимулла ҡыҙы Ханнанова Ҡунаҡбай ауылы күп функциялы мәҙәниәт йортоноң "Аҡ теләк" фольклор ансамбле ағзаһы. Үҙенең һәм әсәһе менән бергә һуҡҡан келәмдәре барыһына ла ныҡ оҡшай. Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләй ул, игелекле, ипле, саф күңелле ине, тип һаман хәтергә ала уны элекке уҡыусылары. Көслө математик булыуы ла оҫта келәмсегә әйләнеүенә булышлыҡ иткәндер: математикала ла, сәнғәттә лә иң мөһиме – гармония үә камиллыҡ.
Динара Рәис ҡыҙы Мәжәүированан түбәндәге комментарийҙар алдыҡ:
-Фестивалдең генә түгел, бөтә проекттың маҡсаты – мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе милли мәҙәниәткә, онотола башлаған халыҡ сәнғәте һәм кәсептәренә ылыҡтырыу. Тәү сиратта балаларҙы йәлеп итергә тырышыуҙың сере ябай – улар ҡыҙыҡһыныусан, күңелдәре саф, өйрәткәнде отоп алырға ғына торалар, бынамын тигән эстетик, рухи һәм хеҙмәт тәрбиәләре алалар, ғүмерлек һөнәр үҙләштерәләр. Бына, фестивалгә килгән Өфө районынан Алимуратовтар ғаиләһен генә алайыҡ. Олатай, өләсәй һәм 7-8 йәшлек ейәнсәрҙәре. Әминә-һылыуҡай өлсәһенән өйрәнә торғас, оло оҫтабикәләр менән тиң тиерлек сығыш яһаны, иң йәш оҫтабикә булараҡ билдәләнде. Бындай быуындар күсәгилешлегенә һөйөнөргә генә ҡала. Был фестиваль беренсе сиратта тап “Ирәмәл” ижад үҙәгендә туҡыусылыҡ серҙәренә төшөнгән йәштәр өсөн өлгө һәм йүнәлеш маяҡ. Әммә кәсепте энәһенән ебенә тиклем төшөнгән оҫтабикәләр өсөн дә бындай майҙансыҡ кәркәлеге асыҡланды. Учалыла келәм һуғыу оҫтабикәләре байтаҡ икән. Үҙем өсөн ҡыуаныслы асыш булды. Тик байтаҡ өлгөләр иҫ китерлек булһа ла, ижад ҡомартҡылары менән оҫтабикәләрҙең яҡындары ғына таныш. Фестивалдә иһә фекерҙәштәре менән ихлас аралыштылар, тәжрибә уртаҡлаштылар, бер-берен һөнәри яҡтан баһаланылар һәм хупланылар. Ауылдан-ауылға йөрөп йыйнаған келәмдәребеҙ күргәҙмәһе күҙҙең яуын алырлыҡ килеп сыҡты. Ә бит, ни тиһәң дә, мәҫәлән, Әлшәй районында бындай конкурстар даими ойошторола, артабан камиллашырға стимулдар күптән булдырылған, беҙҙә иһә тәү тапҡыр. Шулай ҙа, “беренсе ҡоймаҡтың” да “төйөрлө” булмауы шатландырҙы. Ҡунаҡтар ҙа һоҡланды, келәм-балаҫтарҙы һатып алырға теләүселәр табылды, бәлки, ошондай саранан һуң халыҡ сәнғәте баҙар иҡтисады рельстарына йылдамыраҡ күсә башлар, тип өмөт итәбеҙ.
(Мәҡәлә тулыһынса - "Яйыҡ"тың киләһе һанында)