Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2023, 16:26

Гипноздыр буғай!

Беҙгә яҡташ урта йәштәрҙәге ҡатын. Тиҫтә-тиҫтә йыл эшҡыуарлыҡ, алыпһатарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнә. Сереп байыған тип әйтмәһәк тә, алдаҡсылар, бизнес, банк кредиттары нескәлектәре тураһында энәһенән ебенә тиклем белә, үткер һәм аҡыллы."Хәҙер уйлайым да, арбау, гипноз ҡулланманылар микән, тип хафаланам.Башҡаса хатта үҙемә үҙем һантыйлығымды  аңлата алмайым".

Гипноздыр буғай!
Гипноздыр буғай!

Заманабыҙҙың иң аяныслы билдәләренең береһе – ҡәҙимге кешеләрҙе алдаҡсылар интернет, телефон аша төп башҡа ултыртыуҙары, бурысҡа батырыуҙары.

Сираттағы күңелһеҙ яңылыҡ тураһында БР буйынса эске эштәр министрлығы хәбәр итте. 41 йәшлек яҡташыбыҙға йәнәһе лә “банк хеҙмәткәре” шылтырата, ҡурҡыта – кемдер һеҙҙең исемдән кредит алған, өҫтәүенә картағыҙҙан да аҡса урлай. Бурҙы тотоу һылтауы менән үҙҙәренә кәрәк счетҡа 140 мең һумдан ашыу сумманы күсерттерәләр. Ир аңына килгәс полицияға йүгереп бара, енәйәт эше ҡуҙғатылған, ләкин бур тотолоуы, яҡташыбыҙҙың аҡсаһы кире ҡайтарылыуы бик тә икеле....

 “Иҫәр баш менән уйлағанда ла көн кеүек асыҡ бит инде – бурҙы (ысынында булмаған бурҙы!) тотоу өсөн хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре бер осраҡта ла, бер ҡайҙа ла аҡса күсерттермәйәсәк! Берәйһенең аҡсаһы кеҫәһен тишеп бара икән, үҙе асыҡ ауыҙ булғас, кәкре ҡайын терәп ҡала инде”, - тип кенә баһалайһы килә. Әммә яңыраҡ булған бер әңгәмәбеҙ хәлдәр беҙ уйлағандан ҡатмарлыраҡ, тип шикләнергә мәжбүр итте. Ҡыҫҡаһы, беҙгә яҡташ урта йәштәрҙәге ҡатын. Тиҫтә-тиҫтә йыл эшҡыуарлыҡ, алыпһатарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнә. Сереп байыған тип әйтмәһәк тә, алдаҡсылар, бизнес, банк кредиттары нескәлектәре тураһында энәһенән ебенә тиклем белә, үткер һәм аҡыллы. Әгәр ҙә  уға берәйһе, мин – банк хеҙмәткәре, тип тура үҙен  алдап таныштырһа, эштең айышына шундуҡ төшөнөр ине. Юҡ шул, беренсе шылтыратҡанда “Дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре порталында кемдер һеҙҙең шәхси биткә ингән”, - тип кенә әйтә. Эйе, хакерҙар унда ла эш боҙоуы мөмкиндер, бындай осраҡта күп функциялы үҙәккә (МФЦ) барыу ҙа проблеманы хәл итеү өсөн етә. Яҡташыбыҙ иһә был хаҡта ниңәлер онота. Артабан уның үҙенең тура телмәре:

-Кешегә һөйләүе лә оят! Үҙем клиенттарға, таныштарыма жуликтарҙан һаҡланыу  кәрәклеге тураһында йыш  иҫкәртәм.  Теория буйынса барыһын да бик яҡшы беләм. Ә был тапҡырында бер алдыҡ икенсеһенә бәйләнеп (төрлө номерҙарҙан, төрлө учреждениелар исеменән туҡтауһыҙ шылтыраталар), һис көтмәгәндә ҡармаҡ ырғағына килеп эләктем. Хәҙер уйлайым да, арбау, гипноз ҡулланманылар микән, тип хафаланам.Башҡаса хатта үҙемә үҙем һантыйлығымды  аңлата алмайым. Уйлап сығарылған “бурҙарҙан” һаҡланыу өсөн ярты миллион һум тирәһе кредит юлланым. Аллаһҡа шөкөр, билдәһеҙ счетҡа күсерергә саҡ ҡына ҡалғас, бер алдаҡсы (улар даими телефон бәйләнешендә торҙо) яңылыштан банк хеҙмәткәрҙәренә бөтөнләй хас булмаған һүҙ бәйләнеше әйтеп һалды – “барыһы ла яҡшы булыр” мәғәнәһендә, тик икенсе, бортағыраҡ  һүҙҙәр менән. Битемә килтереп һуҡҡан, күҙҙәрҙән ҡара бәй алып ташланған кеүек булды, шундуҡ арбауҙан ҡотолдом. Кисектермәй ялған “банк хеҙмәткәрҙәренән” уларҙың үҙҙәре, ниндәй проблема тураһында тылҡыуҙары  тураһында төпсөнә башлағайным, йәһәт юҡ булдылар, башҡа бәйләнешкә сыҡманылар. Ярар ҙа күсереп өлгөрмәгән кредитты шундуҡ кире ҡапланым, юғалтыуҙарым булды инде, әммә бар сумма һәм уның проценттары менән сағыштырылыҡ та түгел! Был хаҡта берәйһенә һөйләр булһағыҙ, исем-шәрифемде күрһәтмәүҙе һорайым, юғиһә, ысынында ла оят! Үҙемде финанстар даирәһендә “ҡарт бүре” итеп тоя инем бит, был тапҡырҙа саҡ ҡотолдом...

  Бына шулай, яҡташтар. Исмаһам, шуны ғына хәтерләп ҡуйығыҙ – билдәһеҙ бәндә телефондан йә интернетта үҙен вазифалы кеше тип танытып, ниҙер һөйләй, талап итә башлай икән,трубканы һалығыҙ ҙа ҡуйығыҙ. “Кем-кем, ә мине бер кем дә алдай алмаясаҡ, мин барыһын да беләм”, - тип эш итеү ике осло була торған. Ә ысынында ла берәй вазифалы кешенең һеҙгә йомошо төшә икән, башҡаса бәйләнешкә сығыу ысулын мотлаҡ үҙе лә табасаҡ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: