Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2023, 08:48

Ҡаһарман иҫтәлегенә турнир

Илнар киң күңелле, йомарт һәм алсаҡ кеше ине, моғайын да, әрүәхы шатланалыр үҙе хөрмәтенә ошондай оло байрамға. Был турнир йыл һайын үтеп торорҙор хәҙер: яҡташыбыҙҙың яҡындары ул тереләй мөләйем йылмайып торған күркәм баннер яһатты, артабан да ҡулланып буласаҡ, Екатеринбургтан кадеттар ойошмаһы етәксеһе лә бәйләнешкә сыҡты – киләһе йылдан улар ҙа был ярышты ойоштороуҙа ҡатнашырға йыйыналар.

Ҡаһарман иҫтәлегенә турнир
Ҡаһарман иҫтәлегенә турнир

 12 август көнө Озерный ауылында Украина ерендә баттырҙарса һәлак булған уҡыусым, ауылдашыбыҙ Илнар Байегетов иҫтәлегенә футбол буйынса турнир уҙғарылды.

  Был сара “Олотау йыйыны” турнирында үҙ төркөмдәрендә (ауылдар араһында) еңеү яулаған “Оҙонгүл” командаһы егеттәре тарафынан ойошторолды.Бына улар: Ильяс Насретдинов (төп ойоштороусы), Илдар Ниғмәтуллин, Илһам, Айрат, Раян, Рафиҡ Ишмөхәмәтовтар, Динар, Илнар Камаловтар, Фәнгиз Ғарипов, Азат Дауытов, Салауат Фәйзуллин, Айгизәр Ҡаһарманов. Егеттәр кәңәшләшеп һүҙ, ҡул бирешеп турнирҙы үткәреүга тос өлөш индерҙеләр. Бүләктәргә, кубок, грамоталарға үҙ-ара аҡса йыйып, сараның төп спонсрҙары ла улар. Шулай уҡ Миндәк ауыл Советы, журналист Баныу Ҡаһарманова, Руслан Әйүпов, Ансар Ниғмәтуллин, Нурҙидә Вәлиева һәм башҡа иптәштәр финанс яҡтан ярҙам ҡулы һуҙҙылар. Әлбиттә, яугиребеҙҙең яҡындары бик әүҙем тотондолар.

Башта ҡаһарманды йәнә иҫкә алайыҡ. Илнар Байегетов  1997 йылдың 27 июленда Озерный ауылында тыуа. Ауылдың мәктәбендә тик дүрт һәм биш билдәләренә генә укый, төрлө олимпиадалаҙа   еңеусе, призер була, шул иҫәптән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса бәйгелә  2-се урын алғайны. 2010 йылда Башҡортостан хәрби комиссариатында имтихандарҙы уңышлы үтеп,  Екатеринбург хәрби Суворов училищеһында  кадет булып уҡый башлай. 2015 йылда алтын миҙалға тамамлай, шул уҡ  ваҡытта рус телен бик яҡшы белгәне өсөн  Екатерина II миҙалы менән дә наградлана.  Шул уҡ йылда Рязань юғары десантсылар училищеһына уҡырға инә. Уны ла биш йылдан “ҡыҙыл дипломға” тамамлай, төп һөнәренән тыш, хәрби тәржемәсе дипломын алыуға ла ирешә. Юллама буйынса Ҡара диңгеҙ флотында диңгеҙ пехотаһы взводы командиры булып хәрби хеҙмәт юлын башлай.   Мариуполь ҡалаһын азат иткәнда батырҙарса башын һалды. Ҡаһарманлыҡ, Шайморатов ордендары менан буләкланә.

Турнирҙы асыу тантанаһында район Советы секретары Зариф Ғарипов, Миндәк ауыл Советы вәкиле Юлия Гусева, яугиҙең әсәһе Гөлшат Мәхәррәм ҡыҙы йәрәктәргә үтеп инерлек итеп телмәр тоттолар.

Бик ҡыҙыу, сәмле барҙы турнир.Ярыш һөҙөмтәләре: 1-се урын – Миндәк ауыл Советы командаһы (капитан – Ирәмәл Шәғәлин), 2-се – Уральск (Әлмир Вәлиуллин), 3-сө –Озерный (Рафиҡ Ишмәхәмәтов) командалары.

 Буләкләу сарһын Зилә Ғәлләмова Илнарға арналған үҙенен шиғыры менән башлап ебәрҙе.

Баныу Ҡаһарманова үҙеңең именной премияһын (5000 һум) һәм Миндәк ауыл советының грамотаһын инициатор Ильяс Насретдиновҡа тапшырҙы.

Иң яҡшы уйынсылар айырым билдәләнде: бомбардир – Айҙар Ибраһимов (Миндәк), ҡапҡа һаҡсыһы – Азат Ғәйнетдинов (Миндәк), һөжүм итеүсе – Айрат Ишмөхәмәтов (Озерный), ярымһаҡсы – Сергей Ямалетдинов (Амангилде),  һаҡсы – Булат Исламов (Уральск). Ә иң йәш уйынсы Илһам Илһамов футболсыларҙың аяҡ кейеме – бутсы менән бүләкләнде.

Ярыш барышында балаларға, ғөмумән бәтә көйәрмәндәргә  тәмлекәстар, һут,минераль һыу тәҡдим ителде.Мәктәп ашханаһында ашнаҡсылар,мәктәбебеҙҙең ҡаттын-кыҙҙары өс тапҡыр ашаттылар,  үҙҙәре бешергән бәлеш-пирогтар менән дә һыйланылар.  Ризыҡ менән  Илнарҙың ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе, кәлаше Айгизә тәьмин  иттеләр. Көйәрмәндәргә волейбол, башҡа уйындар уйнарға ла форсат булдырылды – ҡарап ҡына ултырманылар, үҙҙәре лә спортҡа ылыҡтырылдылар.

Бик яҡшы үтте турнир. Илнар киң күңелле, йомарт һәм алсаҡ кеше ине, моғайын да, әрүәхы шатланалыр үҙе хөрмәтенә ошондай оло байрамға. Был турнир йыл һайын үтеп торорҙор хәҙер: яҡташыбыҙҙың яҡындары ул тереләй мөләйем йылмайып торған күркәм баннер яһатты, артабан да ҡулланып буласаҡ, Екатеринбургтан кадеттар ойошмаһы етәксеһе лә бәйләнешкә сыҡты – киләһе йылдан улар ҙа был ярышты ойоштороуҙа ҡатнашырға йыйыналар. Аллаһ бойорһа, Илнарҙың яҡты хәтере лә, уның хөрмәтенә турнир ҙа бик оҙаҡ һаҡланыр!

Нәҡип ӘЙҮПОВ, Озерный ауылы

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: