Яйыҡ
+11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август , 14:32

Йәнә бер автомобиль

...Ә техника ни тиклем күберәк, шул тиклем яҡшыраҡ – янғындар сыҡҡылап тора бит. Һуңғы аяныс миҫал: 14 август 18.47 сәғәттә Ҡәйепҡол ауылының Шәғәр урамындағы шәхси хужалыҡта аҙбар яна тигән хәбәр алына.

Йәнә бер автомобиль
Йәнә бер автомобиль

“Учалы ирекле янғын командаһы” учреждениеһы Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығы конкурсында ҡатнашып, тағын да бер тапҡыр грант отҡайны. Был аҡсаға өр-яңы авария-ҡотҡарыу автомобиле ҡайтарттылар.

-Гранттар  иҫәбенә генә “Ирекле янғын командаһы” хәҙер инде 3-сө махсус  автомобиль алыуға иреште, ә дөйөм алғанда, грант конкурстарында 11 тапҡыр еңеп сыҡтылар, афарин, егеттәр! – тип баһа бирә район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.

...Ә техника ни тиклем күберәк, шул тиклем яҡшыраҡ – янғындар сыҡҡылап тора бит. Һуңғы аяныс миҫал: 14 август 18.47 сәғәттә Ҡәйепҡол ауылының Шәғәр урамындағы шәхси хужалыҡта аҙбар яна тигән хәбәр алына. Беренсе булып Уральск ҡасабаһындаға ирекле команданың посынан килеп етәләр. Ут бәләһе менән көрәшеүҙә Миндәк янғын һүндереү часы, ПСЧ-24 хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша. Ут артабан таралыуға юл ҡуйылмай, әммә күп балалы ғаилә торлаҡһыҙ тороп ҡала. Тикшереү бара. Ут менән һаҡ булығыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас в