Ер шарының иң-иң көньяғында (глобустың “төбөндә” тиергә лә мөмкин) , ҡотоп янындағы Новолазаревская станцияһынан Учалы ҡалаһына тиклем 14410 километр икән. Беҙҙең район үҙәгенә йүнәлеш һәм алыҫлыҡты теүәл күрһәткән ҡоролма Антарктидала пәйҙә булдды. Яҡташыбыҙ Айнур Ғәлин “Рәсәй фәндәр академияһының берҙәм геофизик хеҙмәте” федераль ғилми үҙәгендә сейсмолог булып эшләй, ә был акция – Учалының 60 йыллыҡ юбилейына бүләге.
Сейсмология – Ерҙең ҡалтырау-тетрәнеүҙәрен өйрәнгән фән. Планетабыҙ хәленә диагностика башҡарған табиптар, тип атарға була был белгестәрҙе. Ошо йүнәлеш буйынса белемде яҡташыбыҙ Обнинск “фән ҡалаһында” алған. Бынан алдағы биографияһы ла иғтибарға лайыҡ.
1986 йыл Ҡунаҡбай ауылында тыуған, Мансур ауылында үҫә. Әсәһе лә, ҡустыһы ла әле Санғалыҡ диорит карьерында эшләйҙәр. Ә ул үҙе Екатеринбург юғары артиллерия команда училищеһын 2008 йыл отличие менән тамамлағас, байтаҡ йылдар 55-се Мозырь диңгеҙ пехотаһы дивизияһында хеҙмәт итә, өлкән лейтенант, әле – запаста. 2020 йыл “Морпехи” тигән тәүге фатнастик китабы сыға. Бөгөнгө көнгә – 10 әҫәр авторы, сираттағыһы өҫтөндә эшләй: Антарктидаға ҡағылышлы, фантастика уйҙырма булһа ла, яҡташыбыҙ үҙе яҡшы белгән нимәләр тураһында яҙып ихтирам яулаған. Рәсәй кимәлендә популяр яҙыусыға әйләнде, шул иҫәптән Ирәмәлгә ҡағылышлы китабы ла бар. (Һәр кем интернеттан ошо һылтанма буйынса ҡарай ала - https://www.litres.ru/book/aynur-galin/labirinty-mirov-kniga-vtoraya-slepaya-gora-68022809/). Беҙ үҙебеҙ уҡыныҡ, бик оҫта һәм мауыҡтырғыс яҙылған, таныш исемдәргә тап булыу ҙа кинәнес. Ирәмәлгә үҙенең, әлбиттә, күтәрелгәне бар, тәү күреүҙән мәғрүр тауға ғашиҡ була ла, хәҙер ижадында сағылдырған. Яҡташыбыҙ донъяның бар тиерлек тарафтарын күргән кеше, әммә Учалы тәбиғәте тураһында йыл хәтирәләрҙе күңеле түрендә һаҡлай.
Әйткәндәй, Антарктидала әле ҡыш уртаһы. Станция Ширмахер оазисында торғас, тап әле сағыштырмаса йылы, ти, минус 22 градус, әммә секундына 44 метр тиҙлектәге әсе елдәр ныҡ йөҙәткән.
-Донъя ситендә, “боҙ йәһәннәмендә” ҡурҡыныс түгелме, һағыш баҫмаймы?
-Әлбиттә, поляр төн ваҡытында бошонҡолоҡ килмәй түгел. Ныҡ йыраҡ булғас, ары-бире хәл сыҡһа, яҡындарыңа бер нисек тә ярҙам итә алмаясаҡмын тигән тойғо хафаландыра. Ҡалған кешеләр өсөн ғәҙәти уңайлыҡтарҙан мәхрүм ҡалыу ҙа бер ни тиклем ҡаҡшата, әммә бирешкән юҡ!
-Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ҡырҡыуланыуы сит ил ғалимдары менән аралашыуға ҡамасауламаймы?
-Юҡ! Барыбыҙ ҙа бик яҡшы аңлайбыҙ: берәй яҡҡа ярҙам кәрәк булып китһә, күршеләрҙән башҡа бер кем дә булышлыҡ итә алмаясаҡ. Ҡырҡыу шарттар барыһын да бергәрәк булырға мәжбүр итә.
Интернет аша аралашҡанда, “Яйыҡ” уҡыусыларына боҙло континенттан ҡайнар сәләмен дә еткерҙе. Ниндәй теләктәр теләрһегеҙ тигәс,яҙыусы булараҡ, бик тә мәғәнәле яуапланы:
-Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә мотлаҡ мөхәббәткә урын табылһын – кешеләргә, тәбиғәткә, Ватанға, бөтә донъяға ҡарата, фәҡәт һөйөү хисе генә әҙәм балаһына йәшәргә, үҫешергә көс, дәрт һәм мәғәнә бирә. Һалҡын континентта был айырыуса асыҡ тойола!