Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2023, 08:22

Юбилей менән, Айбулат Фәйзуллович!

Мейемә һеңдергән иң мәһим хәҡиҡәт – бушлай килгәндең ҡәҙере юҡ, хыялыңа ирешер өсөн тырышлыҡ, эшһөйәрлек, ҡыйыулыҡ һәм бик-бик күп тир түгеүең талап ителә.

Юбилей менән, Айбулат Фәйзуллович!
Юбилей менән, Айбулат Фәйзуллович!

Рәхмәт, атай!

Бар ғүмерҙәрен һөнәренә, халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышлаған кешеләр беҙҙә байтаҡ. Һәр береһе фәҡәт үҙенең урынында башын баҫып эшләй. Айбулат Фәйзулла улы Ғәйнуллин ошондай һоҡландырғыс шәхестәрҙең береһе, хәҙер инде нисәмә тиҫтә йыл тыуған яҡтарында спорт йәйелдереүгә, йәштәрҙе сәләмәт йәшәйешкә ылыҡтырыуға көсөн дә, ваҡытын да йомарт сарыф итә.

Атайым бала саҡтан теремек була, ул заманаларҙа ҡыштарын тау битләүҙәре саңғы-сана эҙҙәренән һыҙғыланып бөтөр ине, тип хәтерләйҙәр ололар, боҙ өҫтөндә ла ҡараңғы төшкәнсе бала-саға мәж килә.  Атайм да айырыуса саңғы шыуырға,хоккей уйнарға ярата –“корт” шәрәмәтен үҙҙәре өй ҡаршыһында әтмәләйҙәр. Мәктәп, район ярыштарында  ихлас ҡатнаша.

Ошо ҡомарын иҫтә тотоп, уны 1983 йыл “Поляковка” совхозына спорт инструкторы итеп тәғәйенләйҙәр. Шундуҡ Комсомольск ҡасабаһында стадион булдырыу хыялы менән яна башлай, хатта, төҙөлөш материалдары ҡайтартыуға ирешә. Тик бына инструктор йәйге баҫыу эштәренә йүнәлтелә, ул бушағансы хужалыҡ материалдарҙы икенсе маҡсатта тотоп өлгөрә.

1984 йыл  Айбулат Фәйзулла улы Барнаул индустриаль педагогия техникумына уҡырға инә. Үҙен бик яҡшы күрһәткәндер инде, дипломлы булғас, хатта, сит илгә эшкә саҡырыу ала. Тик бына олатайымдың сәләмәтле ҡаҡшау сәбәпле, әүрәткес тәҡдимдән баш тартырға тура килә. Хәйер, тыуған төйәгенә ҡайтҡас, йәш белгес башы менән яратҡан эшкә сума. Совхоздың комсомол секретары итеп һайлайҙар, был вазифа спортты йәйелдереү өсөн күберәк мөмкинлек бирә. 1987 йыл үҙ көстәре менән хоккей майҙансығы булдыралар, уны асыу оло тантанаға әйләнә – хатта икенсе өлкәләрҙән командалар саҡырып ярыш үткәрелә. Ғөмүмән, урындағы йәштәр етди кимәлдә хоккей менән шөғөлләнә башлай. Атайым бының менән генә ҡәнәғәтләнмәй, Комсомольск ҡасабаһында спорт комплексы төҙөүҙе юллай.Йәштәрҙең инициативаһын республика властары хуплай, 1988 йыл төҙөлә лә башлай. Әммә комсомол секретарына ошо мәл повестка килеп, 1990 йылға тиклем хәрби бурысын үтәргә йүнәлә. Аңлашыла, белемле, көслө һәм сос егет әрмелә лә үҙен тик яҡшы яҡтан таныта. Тыуған яҡтарына ҡайтып етеүенә комплекс та асыла, комсорг һәм тренер эшен (хоккей, волейбол, баскебол) дауам итә. Уның етәкселегендә команда район ярыштарында еңеп, Башҡортостандың “Алтын шайбаһында”  бронза миҙал яулай алды. Волейбол һәм баскетбол буйынса ла ярайһы уңыштарға өлгәшәләр. Өйрәнсектәрен Ирәмәлгә сәйәхәткә алып барыуҙы  ғәҙәт итә, һәр яҡтан отошло бит: сынығыу, бер командаға тупланыу, тыуған яҡтың матурлығын күрә белеү һәм башҡа. Үкенескә ҡаршы, спорт комплексындағы янғындан һуң унда башҡа күнекмәләр үткәреп булмай. Айбулат Фәйзулла улы Учалы ауылы балаларын хоккей уйнарға өйрәтә башлай. Буш торған майҙансыҡ рәткә килтерелә, ярыштарҙа ҡатнашалар, бик йәнле булып ҡала, әммә финанс яҡтан ҡатмарлы замана ине, үҙ ғаиләһен аҫрау өсөн атайым 3 йылдан мәктәпкә эшкә күсергә мәжбүр  була. Урындағы Башҡорт гимназияһында хеҙмәт иткән дәүерендә лә ихлас эшләй, командалары ГТО буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашыу кимәленә күтәрелә, саңғы базаһы йыһазландырыла, өйрәнсектәрҙе Ирәмәлгә йөрөтөү ғәҙәтен дә дауам итә.

Айбулат Фәйзулла улы бөгөнгө көндә Ҡорама мәктәбендә физкультура уҡыта, эшенә бар күңеле менән бирелә. Дөйөм педагогик стажы 25 йылдан ашыу, быйыл алтмыш йәшлек оло юбилейын билдәләй. Буш ваҡытында умартасылыҡ менән  шөғөлләнә.

1990 йыл өйләнеп, 26 йыл  бик матур һәм татыу йәшәнеләр. Зөлфирә Мәғәфүр ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы –Танатова, Малай Муйнаҡ ауылынан) һәр саҡ иң ышаныслы терәк, хуплаусы һәм дәртләндереүсе, кәңәшсе һәм ярҙамсы булды. Ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә – ҡатын! Һөйөклө әсәйем дә, нефтсе карьераһын ташлап, ғаиләһенә тоғро хеҙмәт итте, донъябыҙҙыңтотҡаһы булды....

Мине , берҙән-бер ҡыҙҙарын наҙлап, яратып, шул уҡ ваҡытта талапсан тәрбиәләнеләр. Хәтерҙә, атайым  бер саҡта ла баҫым яһаманы, бар нәмәне үҙемә һайларға ирек бирҙе,  ләкин башта яҡшылап аңлатыр ине – нисек был маҡсатҡа ирешергә, юлда ниндәй кәртәләр булыуы мөмкин. Һәм һәр ваҡытта миңә ышанды, ундай эскерһеҙ ышанысты аҡлар өсөн тырышаһың инде!   Мейемә һеңдергән иң мәһим хәҡиҡәт – бушлай килгәндең ҡәҙере юҡ, хыялыңа ирешер өсөн тырышлыҡ, эшһөйәрлек, ҡыйыулыҡ һәм бик-бик күп тир түгеүең талап ителә. Рәхмәт, атай,  аҡыллы кәңәштәреңә, бар йәшәйешең менән һин биргән өлгөгә ҡарап, мәктәпте алтын миҙалға, Өфө нефть университетын – “ҡыҙыл дипломға” тамамлай алдым, тормошта әле биләгән урынымдан ҡәнәғәтмен, кемгәлер бәлә һалып, алма беш, ауыҙыма төш, тип ултырырға күнекмәгәнмен. (Мәҡәлә авторы ғаиләһе менән Сургут ҡалаһында йәшәй, һөнәре буйынса хеҙмәт итә, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. – Ред.)

Һәр кемгә үҙ атаһы ир-ат өлгөһө була торғандыр, минең осраҡта  быға семтем дә шөбһә юҡ! Иҫән-һау, бәхетле бул, ҡәҙерле атайҡайым!

 

Ләйсән Хәлимова, Сургут ҡалаһы

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: