8 август көнө ике капитан – патруль-пост хеҙмәте взводы командиры Ринат Нуриев һәм оперуполномоченный Алибек Нурмашев тәүлек дежурында торған булалар. Киске 10 тирәһендә дежур частан хәбәр алалар – ҡала быуаһында бер ҡатын ярҙан йыраҡ йөҙә лә, күҙҙән юғала. Милиция офицерҙары ярҙамға ашыға. Һыуҙағы ҡатынды абайлап, яҡыныраҡ яҡтан ярға киләләр. Башта Нуриев һыуға ташланһа, артынан, страховкалау өсөн Нурмашев та ашыға, Йөҙ самаһы метрҙан Ринат бәләгә ҡалған, сәсәп тонсоға башлаған ҡатынға етә,эләктерә һалып, ярға ҡарата һөйрәтеп йөҙә. Алибек та булышлыҡ итә башлағас, ҡотҡарыу йылдамыраҡ үтә. Батыр йөрәк һәм тәнгә көслө полицейҙар ҡатынды ярҙа медецина хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.
БР буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, офицерҙарҙы дәртләндереү һорауы ҡарала. Афарин, егеттәр!