Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2023, 10:56

Тракторлы сәйәхәтселәр ҙә күренгеләй

"Ҡайһы саҡ, бәғзе кешеләр Айҙан төшкәнме, бер ни белмәйҙәр, тип ғәжәпләндерелә. Ошо арала бер ауылдан МТЗ тракторы менән Байһаҡалға хәтһеҙ ара үтеп килеп, һаҙҙан мүк сығармаҡсы булалар. Әлбиттә, протокол төҙөлөп, административ яуаплылыҡҡа тарттырылалар. Тәбиғәт паркы биләмәләренә башбаштаҡлы  техника менән үтеү ҙә, ниҙер кәсеп итеү ҙә тыйыла. Ә икенсе кешеләр ике МТЗ менән “сәйәхәткә” килеп, бик мул тамаҡ сылатҡандарҙыр күрәһең, бер тракторҙы Ағиҙелдә батырып, икенсеһе менән һөйрәп сығарып аҙапланыуҙары асыҡланды".

Тракторлы сәйәхәтселәр ҙә күренгеләй
Тракторлы сәйәхәтселәр ҙә күренгеләй

Ишеткән барҙыр инде, ҡоролоҡ йылдарында ата-бабаларыбыҙ Урал-тау һырттарына йәйләүгә сығыр булған.

-Ирәмәл тирәләрендә  быйыл да ҡоролоҡ һиҙелмәй. Ағиҙел дә ҡәҙимге кимәлдә. Нисәмә йылғаға башланғыс биргән Урал-батыр ҡылысы юҡҡа ҡаҙалмаған бит унда! -тип бәйән итте беҙгә “Ирәмәл” тәбиғәт паркы начальнигы Мирдар Дияров (Символик скульптура тураһында әйтә.-Авт.). -Ошо арала «Урал-Тау» заказнигына ингән Яйыҡ башында өмә үткәрҙек. Парк хеҙмәткәрҙәренән тыш, Учалы ауылынан йәмәғәтселәребеҙ Гәрәй ағай Ғәлин, вахта эшенән ял иткән Илнур Шәриповтар дәррәү ярҙам иттеләр. Үлән саптыҡ, кәртә буялды һәм нығытылды, әйткәндәй, Поляковка ауыл Советы, Учалы урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә бындай төҙөкләндереү башҡарғас, бик тә күркәм булып ҡалды. Әйткәндәй, парк хеҙмәткәрҙәре аҙнаһына бер тапҡыр изге тауға илткән һуҡмаҡтарҙың тирә-яғын сүп-сарҙан таҙарталар.

    Йәнә бер күләмле эштәре тамамланып тора.

“Матур донъяла матур балалар” хәйриә фондынан отҡан грант иҫәбенә “Ирәмәл” тәбиғәт паркында һуҡмаҡтарға таҡта түшәмәләр һалыныуы тураһында яҙғайныҡ. Гранттың рәсми исеме –“Ирәмәл” тәбиғәт паркы һуҡмаҡтарында тупраҡ деградацияһына юл ҡуймау, ер япмаһы һәм үҫемлектәр төрлөлөгөн һаҡлау”. Учалы йүнәлешенән (“Мәхәббәт бишеге” тип аталған тораҡтан Ташйылғаға тиклем) һәм Төлөктән – 200-әр, Белорет йүнәлешенән – 1000 метрҙа башҡарыла был эш. Йәйәүле туристар өсөн ныҡ ҡулай, сөнки уйынсыҡтай матур түшәмә батҡыл урындарҙан, шишмәләр өҫтөнән үтә. Еүеш тупраҡ тапалып тығыҙланмауы экологияны һаҡлау йәһәтенән   бик  яҡшы. Ошо көндәрҙә Белорет педагогия колледжы студенттары менән таҡта һуҡмаҡты антисептик менән эшкәртеүҙе тамамланылар. Аунар (Авнар) -Ҙур Ирәмәл йүнәлешендә 1 километрлыҡ  ағас япма бер йыл элек һалынғайны. Еүеш ерҙә таҡталар тиҙ сереп юҡҡа сыҡмаһын өсөн “Сенеж” препараты менән эшкәртелә.

Бик актуаль эш. Туристар йыл һайын сама менән 5-әр меңгә артыуҙары күҙәтелә, быйыл 35 мең булыр ахыры. 75 процент – Төлөктән, ҡалғаны ғына Белорет һәм Учалы яҡтарынан. Сәбәбе ябай – Силәбе яғынан юл яҡшыраҡ. Бына, мәҫәлән, изге тау түбәһенә тиклем Төлөктән ни бары 7 километр йәйәү атларға кәрәк, Белорет яғынан – 8 саҡрым тирәһе, ә Байһаҡалдан - 16, Ихсандан (Яңы Хәсәйендән) – 22 километр  йыйылып китә. Әммә Учалы яғынан да яҡыныраҡ автомобилдә барыу форсаты бар: айырым туроператорҙар махсус килешеү төҙөп, УАЗ автомобилендә туристарҙы Байһаҡал һәм Ихсан юлдары киҫелешенә, “Мөхәббәт яланына” тиклем еткерә, унан иһә 6-7 километр йәйәү атлайһы ҡала. Бер ҙә ат хаҡы түгел – төркөмдән – 2360, һәр кешенән – 200 һум хаҡ алына был уңайлыҡ өсөн. Учалы яғынан сәйәхәт ойоштороусы эшҡыуарҙар – Илнур Мөхәмәтов , Алексей Шорохов, Илфат Фәхрисламов.

-Туроператорҙар менән, ойошҡан рәүештә йөрөгән турист төркөмдәре тәбиәғәтте һаҡлау йәһәтенән, әлбиттә, өҫтөнөрәк, - ти Мирдар Руслан улы.  Һәм үҙҙәре өсөн именерәк. Парк хеҙмәткәрҙәре 4 пост ҡуйған(Яңы Хәсәйен,Байһаҡал, Николаевка, Төлөк).  Айырыуса һаҡланған биләмәгә үткән өсөн кеше башынан 200 һум алына.Пост эргәһендә ҡунаҡ йорттары бар,   ҡунған өсөн бер кеше 250 һум түләй. Аҙашып, ары-бире хәлгә тарып, тәғәйен ваҡытта  турист кире үтмәй икән, тревога күтәрелә. Ә йәшеренеп-урап үткәндәрҙе кем белһен дә, күпме ваҡыт үткәс кенә эҙләй башлаясаҡтар.... Ә аҙашыусылар булғылап тора, тәжрибәле туристар ҙа юл юғалтыуына ғәжәпләнерлек түгел –ҡара урманда, тау-таш араһында күҙ күрмәҫлек томандар бында йыш төшкөләй.

  Әйткәндәй, ағас ташыусы автомобилдәр кәмегәс, Учалы яғынан да юл хәҙер арыуланған. Парк директоры самлауынса, элекке дәүерҙә Кирәбенән Яңы Хөсәйенгә автомашинала барыу өсөн 1,5 сәғәт сарыф итһә, хәҙер 15 минут та етә икән.

Паркта 18 кеше эшләй, илле меңләп гектар майҙан өсөн самалыраҡ. Браконьерҙарҙы өркөтөп тотоу, тереклек донъяһы тураһында хәстәрлек күреү арҡаһында (быйыл  ғына 3,5 тонна тоҙ килтерелде, етерлек бесән һәм миндектәр рәүешендә япраҡ-аҙыҡ әҙерләнде) урман кейектәре һаны һәм төрлөлөгө арта ғына бара, ти.

-Ә браконьерлыҡ осраҡтары булғылаймы?

-Ҡайһы саҡ, бәғзе кешеләр Айҙан төшкәнме, бер ни белмәйҙәр, тип ғәжәпләндерелә. Ошо арала бер ауылдан МТЗ тракторы менән Байһаҡалға хәтһеҙ ара үтеп килеп, һаҙҙан мүк сығармаҡсы булалар. Әлбиттә, протокол төҙөлөп, административ яуаплылыҡҡа тарттырылалар. Тәбиғәт паркы биләмәләренә башбаштаҡлы  техника менән үтеү ҙә, ниҙер кәсеп итеү ҙә тыйыла. Ә икенсе кешеләр ике МТЗ менән “сәйәхәткә” килеп, бик мул тамаҡ сылатҡандарҙыр күрәһең, бер тракторҙы Ағиҙелдә батырып, икенсеһе менән һөйрәп сығарып аҙапланыуҙары асыҡланды.  Тағын да иҫкәртергә кәрәктер, айырыуса һаҡланған биләмәләргә үткәреү пункттарын урап техникала үтеүселәргә апаруҡ штрафтар һалына. Тәртипһеҙ граждандарҙың енәйәт сараһы, йәғни техникалары тартып алыныуы ла ихтимал. Белмәмешкә һалышып, аҙағынан терһәк тешләргә тура килмәһен!
   Ысын браконьерлыҡ та була яҙҙы: «Урал-Тау» заказнигына ингән Барал күленә олпат йәштәге ағай резина кәмә, ау менән балыҡ тоторға килә. Бәхетенә ҡаршы, беҙ килеп сыҡҡанда бер балыҡ та тотоп өлгөрмәгәйне, юғиһә, административ яза менән ҡотола алмаҫ ине, енәйәт эше ҡуҙғатылыр ине бит!

    Мәҡәләнең аҙағында ошо хаҡта яҙып китәйек: 2015 йыл  Рус географик ойошмаһы үткәргән конкурста парк 600 мең һум грант отоп, “Урал-батыр” эпосына нигеҙләнгән бихисап маршруттар һалынғайны. Панно, скульптуралар, мәғлүмәт стендтары һәм башҡа барлыҡҡа килә. Иң үҙенсәлекле объектта Мирдар Руслан улы барыһына ла мотлаҡ булырға кәңәш итте: Әүәләк тауында тирә-йүнде айҡау майҙансығы булдырыла, беседка-фәлән ҡуйыла, унан айырыуса ғәжйеп, иҫ киткес күркәм панорама асыла икән. Күпме генә баҡһаң да, һоҡланып туйырлыҡ түгел, тигән фекерҙә.Төрөлө маршрушттар күп, әммә әлегә иң фәһемлеһенә туҡталайыҡ. “Губернатор юлы” Ҡарағужала башлана, тарихи фактҡа нигеҙләнә. Үткән дәүерҙәрҙә Ирәмәлдең сихри көсө тураһында ишетеп, бында Ырымбур губернаторы килгән, ти. Ғали йәнәптәренә, әлбиттә, баҫалҡылыҡ ят күренеш, изге тау битләүендә лә үҙҙәрен саманан тыш иркен тоталар, хәмер һемереү өсөн табын ҡоралар. Шул саҡ аяҙ көндә күк күкрәп, губернаторҙың бер-нисә эйәреп килгән  ҡуштанын йәшен һуҡҡан, ти.  Әллә ысын, әллә халыҡ фантазияһы бер аҙ арттырған-бүрттергән, өммә түбәндәге бәхәсһеҙ. Беренсенән, көн торошо аномалиялары бында йыш. Ғөмүмән, төбәгебеҙҙең иң серле төйәгендә, “Ер кендегендә” нимә генә булыуы мөмкин түгел...Ә икенсенән - “ Ирәмәл” паркына рәхим итегеҙ, ләкин тәбиғәт ғибәҙәтханаһында үҙеңде  әҙәпле һәм тәртипле тотоу мотлаҡ шарт. Кеше закондары буйынса ла, илаһи ҡанундар буйынса ҡарағанда ла ошо талап ителә.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: