Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2023, 09:29

Аҙашабыҙ, ағыуланабыҙ...

Бәлә аяҡ аҫтында бәшмәк ҡиәфәтендә лә булыусан.

Аҙашабыҙ, ағыуланабыҙ...
Аҙашабыҙ, ағыуланабыҙ...

21 август Ураҙ ауылы янында ир кеше бәшмәк йыйырға сыға ла, аҙаша. Шөкөр, ҡотҡарыусыларға хәбәр еткән арала  үҙе лә юл табып ҡайта, медицина ярҙамына мохтаж түгел, тип хәбәр ителде. Үткән ай аҙағында ла оҡшаш хәл булғайны – ир-менән ҡатын Учалы ауылынан Һәйтәккә ҡарай  урманға сығалар ҙа, ир ҡатынын автомобиль янында ҡалдырып, бәшмәк эҙләп шырлыҡҡа инә. Аҙаша. Был тапҡырҙа ла үҙе машинаһын таба алды, әммә яҡындарына ныҡ өҙгөләнергә тура килгәндер. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты икенсерәк йәһәттән дә һаҡ булыу кәрәклеге тураһында  иҫкәртте: Башҡортостанда биш пенсионер үҙҙәре йыйған бәшмәк ашағандан ағыуланып дауаханаларҙың реанимация бүлексәләренә эләккән! Бәлә аяҡ аҫтында бәшмәк ҡиәфәтендә лә булыусан.

Ә матди яҡтан иң ныҡ ҡаҡшатҡаны, әлбиттә, телефон-интернет аша мутлашыусылар. Ни бары ике аҙна ағымында  учалылар алдаҡсыларға 2 миллион һүм күсерә, ә йыл башынан -30 миллион һумдан ашыу! Был аҡсаның байтаҡ өлөшө бурысҡа кредит рәүешендә алынған бит әле... Тағын да иҫкәртәбеҙ – үҙен кем тип кенә таныштырмыһындар, бер осраҡта ла, күктән таш яуһа ла, билдәһеҙ бәндәләрҙең ҡушыуы буйынса бер ҡайҙа бер тин аҡса күсермәгеҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: