Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2023, 13:30

Ҡурылған таш, атылған тун

 Учалылар өс призлы урындың икеһен алды: Булат Марат улы Пирғәлин, Комсомольск мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе һәм Ҡобағош мәҙәниәт йорто мөдире Зөлфиә Ишбулды ҡыҙы Ғаззалова. Барлығы 120 заявка бирелгән була, йәғни, конкуренция ҡаты ғына барған.

Ҡурылған таш, атылған тун
Ҡурылған таш, атылған тун

Журфест – 2023” фестивале тураһында алдағы һанда яҙғайныҡ. Унда, башҡаһынан тыш, алдараҡ үткән республика конкурсы еңеүселәре лә бүләкләнде.

“Атайсал ленедаларын” «БР муниципаль биләмәләр Советы” ассоциацияһы, БР Архив эштәре идаралығы, “Юлдаш” радиоканалы, “Ватандаш” журналы иғлан иткән була. Тыуған яҡтың тарихына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуҙы, илһөйәрлек   тәрбиәләүҙе һәм халыҡтың социаль әүҙемлеген күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуялар. Асылы – урындағы  ауыл, тау-йылға, башҡа атамаларҙың тарих-риүәйәттәрен бәйән итеп интернет селтәренә урынлаштырыу. Ике төр номинация: фотография менән яҙма рәүештә йә кадр артындағы тауышҡа һалынған видеоролик. Икенсе төрө, әлбиттә, ҡатмарлыраҡ һәм, әлбиттә, тап ошо һынауҙа ҡатанашып,  учалылар өс призлы урындың икеһен алды: Булат Марат улы Пирғәлин, Комсомольск мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе һәм Ҡобағош мәҙәниәт йорто мөдире Зөлфиә Ишбулды ҡыҙы Ғаззалова. Барлығы 120 заявка бирелгән була, йәғни, конкуренция ҡаты ғына барған. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һәм ҡыҫҡаса ғына йөкмәткеләре тураһында яҙайыҡ.

“Ҡурылған таш”

Ҡурташ тауы тураһында “...ятһаң түшәк була, ҡышын төйәк була”, - тип әйтелә икән борондан. Текә ҡаялары борон яу килгәндә  ерҙәрен һаҡлаусы батырҙарға таш ҡәлғәгә әйләнгән, ти.  Бик фажиғәле риүәйәт һаҡланған. Кейәү менән кәләш тауға менәләр, ҡыҙҙың күҙе ҡая араһында үҙкән ҡымыҙлыҡҡа төшә. Һәйгәненең әүрәгәнен алып биреү өсөн егет текәлеккә үрмәләй, йығылып төшөп йәне ҡыйыла. Ҡыҙ: “....Менмәм Ҡурташ башына, ҡымыҙлығың – үҙеңә, инде күренмә күҙемә!”- тип рәнйеп һамаҡлай... Ә исемен бәғзе кешеләр “ҡоро таш”, йәғни тик таштарҙан торған һүҙбәйләнешенән сығарһа, матурыраҡ риүәйәт бар. Ҡаяларҙа Байым-тархан ит ҡурған, усаҡ аҫтында таш та ҡурылып ҡалған, ти. Ҡурылған таш.

“Тунға атыр”

18 быуат башындағы башҡорт ихтилалдарының етәксеһе, күренекле шәхес  Тунғатар Куркачаков  нигеҙ һалған да, ауыл уның исемен йөрөтә тип иҫәпләнә.

Әммә хәтһеҙ күп ваҡыт, видеороликта әйтмешләй “ауыҙҙан – ауыҙға, олонан – кесегә күсеп” икенсе, көләмәс рәүешендәрәк риүәйәт тә йөрөй. Борон ваҡыт бер бабай урманға утын киҫергә сыҡҡан, ти. Тирләп-бешеп, айыу тиреһенән тунын һалып, ағас киҫә икән. Эңер төшкәс туҡтай, тирә-йүнгә күҙ һалһа, ситтәрәк аяғүрә ҙур айыу баҫып  тора! Бабай юғалып ҡалмай, мылтыҡтан ата. Шартлау тауышынан аты өркөп  йән-фарман ауыл ҡарай саба, артынан бабай ҙа йүгерә.  Иртәгеһенә алыш урынына килеп ҡараһалар, бер ағаста бабайҙың туны эленеп тора, ти, тишкесләнеп бөткән – бабай уны ҡараңғыла айыуға ҡабул итеп, мылтығынан ут асҡан. Халыҡ һыны ҡатып көлә, ә бабай, күпмелер ваҡыттан, һунар урынына күсеп төпләнгән, ти.

Гүзәл тәбиғәт төшөрөлгән видеояҙма бит улар икеһе лә, һүҙ менән генә килештерерлек түгел. Мөмкинлек бар икән, мотлаҡ интернетта асып ҡарағыҙ: Тунғатар атамаһы тураһында - https://vk.com/b.pirgalin?w=wall101620224_13353/all, Ҡурташ буйынса  https://vk.com/id487494234?w=wall487494234_2098/all. Беҙгә ныҡ оҡшанылар, үкенергә тура килмәҫ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: