Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2023, 13:18

“Бер йүнәлештә ҡарарға”

Учалы яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе итеп  Юлизә Юнир ҡыҙы Ҡаһарманова һайланды.

“Бер йүнәлештә ҡарарға”
“Бер йүнәлештә ҡарарға”

Учалы яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе итеп  Юлизә Юнир ҡыҙы Ҡаһарманова һайланды.Юлизә Юнир ҡыҙы 1992 йылда Наурыҙ ауылында тыуған.
Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетында журналист һөнәрен үҙләштерә. Бөгөнгө көндә Учалы район мәҙәниәт бүлегендә методист булып эшләй.

Әлегә әҙәбиәт ижады менән ныҡлап шөғөлләнмәгән, әммә быныһы ла вазифа өсөн ҡулайҙыр тигән фекерҙәбеҙ. Йәшерәһе-батыраһы юҡ инде,  шағирҙар менән шағир етәкселек итһә, барыһын да ирекһеҙҙән үҙ ижады  ҡалыбына һалып үлсәй, ярыша  башлауы мөмкин. Ә ойшмаға (тавтология өсөн ғәфү итегеҙ) тәү сиратта ойоштороусы, берләштереүсе, һәләтле әҙәбиәтте һөйгән һәм аңлаған кеше талап ителә. Заманса әйткәндә – әҙәби процестарҙы көйләүсе менеджер кәрәк. Юлизә Юнир ҡыҙы был бурысты уңышлы атҡара алыр, тип өмөтләнергә урын бар. Әңгәмә ҡорғанда шундай тәьҫир ҡалды.

-Тәү сиратта бәр ҡәләм тирбәтеүселәрҙең берҙәмлегенә һәм татыулығына ирешер кәрәк, - тип иҫәпләй ул. – Ижад кешеләре айырыуса нескә күңелле була торған бит. Күренекле француз яҙыусыһы Антуан де Сент-Экзюпери әйтмешләй: “ Һөйөү – бер-береңә төбәлеү түгел, һөйөү – бер йүнәлештә ҡарау”. Ә ижад кешеләренең йүнәлеше билдәле инде – Хоҙай биргән һәләтте тулыһынса асыу, ошо рәүештә халҡыңа, Ватаныңа хеҙмәт итеү, яҡташтарың менән бер ҡаҙанда ҡайнап йәшәү, уларҙың уй-кисерештәрен нәфис формала ҡағыҙҙа  сағылдырыу. Тик, дөрөҫөн әйткәндә, әлегә башлыса ойошманың документацияһын рәткә килтереү, финанс мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнәм. Сама менән сентябрь урталарында-аҙаҡтарында яҙыусылар ойошмаһының ҙур дөйөм йыйылышын саҡырып, барыһы тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, кәңәшләшеп, уртаҡ фекерҙәргә килергә иҫәп бар. Шуны ла һыҙыҡ өҫтәнә алайыҡ – мине ойошма ағзалары һайланы, әммә БР Юстиция министрлығында вазифала әлегә теркәлеп өлгөрмәнем – быныһы оҙайлы процедура булыуы мөмкин.

-Тағын ниндәй пландар?

-Ойошмаға әлегә башлыса башҡорт телендә ижад итеүселәр берләшкән. Рус телендә яҙыусы яҡташтарыбыҙҙы ла ылыҡтыра алһаҡ, ойошмабыҙ тағын да көсәйер, дарманы артыр. Һәм ике яҡ өсөн дә файҙалы булыр тигән фекерҙәмен.

-Ә  райондың берҙән-бер башҡорт телендәге баҫмаһы менән хеҙмәттәшлекте дауам итергә йыйнағыҙмы?

-Әлбиттә! Дөйөм йыйылышта төрлө тәҡдимдәр әйтелер, әммә әленән үк иманым камил – төрлө ижади конкурстарҙы мөмкин тиклем күберәк үткәреп, иң яҡшы әҫәрҙәрҙе “Яйыҡ”та  даими баҫтырыу гәзит уҡыусыларына ла оҡшарҙыр, ижадсыларға ла өҫтәмә ҡанат ҡуясаҡ. Интернетта урындағы шағир-яҙыусыларҙы киңерәк пропагандалау ҙа ҙур әһәмиәткә эйә, был йүнәлешкә лә төплө иғтибар биреү зарур – заманы шул бит.

-Әңгәмә өсөн рәхмәт, уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: