Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2023, 13:55

Ҡылған эшегеҙ - изгелек

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы аҙағына ла етте. Быйыл был сара 13-сө тапҡыр уҙғарылды.

Ҡылған эшегеҙ - изгелек
Ҡылған эшегеҙ - изгелек

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы аҙағына ла етте. Быйыл был сара 13-сө тапҡыр уҙғарылды.

Билдәле булыуынса, был шәфҡәтлелек акцияһы июль башында уҡ башланғайны. Акцияның маҡсаты - ауыр тормош хәлендә ҡалған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләргә ярҙам итеү. “Ғаилә” үҙәгенә килтерелгән кейем-һалым, мәктәп кәрәк-ярағы, кәнсә тауарҙары, рюкзактар, “Ералаш” магазинынан кәнсә тауарҙары алыу өсөн сертификаттар өҫтә һанап үтелгән ғаиләләргә таратып бирелде. Тупланған мәктәп әйберҙәрен алырға килгән һәр сабыйҙын йөҙөндә шатлыҡ-ҡыуаныстар балҡығанлығын күреп, күңелдәр күтәрелде, оло эш башҡарғаныбыҙға ышаныс арта төштө.

Хәйриә акцияһында әүҙем ҡатнашыусыларзы билдәләп үтеү яҙыҡ булмаҫтыр: Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, Башҡорт алтын табыу компанияһы, “Учалы электр селтәрзәре” йәмғиәте, Учалы тегеү фабрикаһы, “Ералаш”, “Галактика”, “Фамилия”, “Светофор”, “Арзан” магазиндары, шәхси эшҡыуарҙар: “GraF” автозапчәстәр магазины, “Эва-коврик” компанияһы, “Вика” салоны, Миндәк ауылының икмәк бешереү цехы. Улар балалар өсөн изгелек эшләп, оло сауап алдылар. Акция барышында барлығы ... акса тупланды һәм ул тиненә тиклем балалар файҙаһына тотонолдо.

 “Ғаилә” үҙәге белгестәре хәйриә эшендә ҡатнашыусыларҙын барыһына ла рәхмәт белдерә. Ҡылған эшегеҙ изгелек булып үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын.

Лиана АЛТЫНУЖИНА,

“Ғаилә” үҙәге белгесе.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: