Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2023, 13:16

Нисек мәргән уҡсы булырға?

“Атанан күргән – уҡ юнған” әйтеме был осраҡта иң тура мәғәнәлә тормошҡа аша.

Нисек мәргән уҡсы булырға?
Нисек мәргән уҡсы булырға?

10 йәшлек Бәхтийәр Исхаҡов Учалы районының Иманғол мәктәбендә уҡый. Йәш уҡсы «Башҡорт аты» икенсе халыҡ-ара фестивалендә һыбайлылар парадында һәм аттан сабып барған килеш милли йәйәнән уҡ атыу ярышында ҡатнашты.

– Дүрт йәштән уҡ атам. Был спорт төрө ҡулды, аяҡты, арҡаны нығыта. Алты йәштән һыбай йөрөйөм,– тине йәш спортсы.

Бәхтийәр күмәк балалы ғаиләлә үҫә. Атаһы Илдар Иршат улы менән әсәһе Гөлнур Зиннур ҡыҙы улдарына милли йолаларҙы өйрәтә, спортҡа ылыҡтыра.

Мәргән уҡсы һәм оҫта һыбайлы булыр өсөн көн дә күнекмә яһарға кәрәк, тип иҫәпләй Бәхтийәр. Видеола уның тоғро аты Ынйы менән күнекмәләр яһаған мәле төшөрөлгән.

Йәш спортсы тағы ла футбол уйнарға әүәҫ, йыр түңәрәгенә йөрөй, мәктәптә тик «бишле»гә уҡый.

          Нурзиә Хәсәнова,  «Йәншишмә” гәзите сайтынан - https://yanshishma.com/articles/k-sl-l-r-yyyu-ar-ete-r/2023-08-24/nisek-m-rg-n-u-sy-bulyr-a-3403074

Мөхәрририәттән: “Атанан күргән – уҡ юнған” әйтеме был осраҡта иң тура мәғәнәлә тормошҡа аша. Әйткәндәй, Илдар Иршат улының эшмәкәрлеге тураһында гәзиттә яҙып торабыҙ, йәнә бер, һуңғы ҡаҙанышы тураһында ла бәйән итәйек.

Ҡалмыҡстандың Привольный ҡасабаһында   Рәсәй һыбайлы уғатарҙар кубогына ярыш үткәрелде. Сара “Ойрат даны көнө” байрамына тура килтерелә. (Ойраттар – көнбайыш монголдар халыҡтары төркөмө, борон-борондан танылған мәргән уҡсылар). Башҡортостанды Өфөнән Юлай Ғәлиуллин, Рушан Хәсәнов, Әбйәлилдән Нуриман Хәйруллин, Ҡырмыҫҡалынан Асҡар Ишбирҙин һәм райондашыбыҙ Илдар Исхаҡов вәкилләнеләр.  Илдар Иршат улы “....бесәндән һуң ныҡ арытҡайны шул”, - тип уфтанып ҡуйһа ла, призерҙарҙан саҡ-саҡ ҡына ҡалышып, “Манара” (“Башня”) маршрутында дүртенсе урынға сыға алыуы бик тә лайыҡлы ҡаҙаныш. Конкуренция ныҡ ҡаты була бит, илебеҙҙең иң оҫта һыбайлы уғатарҙары йыйыла бында. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: