Республика мәшғүллек үҙәгенең Учалы районы буйынса филиалы директоры Юлай Рыҫҡолов менән осраштыҡ. Юлай Салауат улы беҙҙең һәм Учалы мәғлүмәт үҙәге аша яҡташтарыбыҙ биргән һорауҙарға ентекләп яуап бирҙе.
-Беҙҙең үҙәктә бөгөнгө көндә ҡала-ауылдарҙан 230 эшһеҙ граждан теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта районда 500 тирәһе вакансия, йәғни буш эш урындары иҫәпләнә. Төп өлөштә эшсе профессилары вәкилдәре, водителдәр, табип һәм педагогтарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Әйткәндәй, Учалы ғына түгел, республика эш биреүселәре менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
-Вакансиялар күп тә ул, ләкин бик йыш был эш урындарын биләү өсөн махсус белем, эш тәжрибәһе йә ҡоростай сәләмтлек кәрәк.... Һеҙҙең учреждение аша кем бушлай яңы һөнәр үҙләштерә ала? Бының өсөн эшһеҙ булып теркәлеү мотлаҡмы?
-Эшһеҙ булып теркәлгәндәрҙән тыш, түләүһеҙ уҡыуҙарға йүнәлтелә алалар: 50 йәш һәм унан оло граждандар, балаларына 3 йәш тулғансы декрет отпускаһында булған ҡатын-ҡыҙҙар, балаларына 7 йәш тулғансы хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә тормаған ҡатын-ҡыҙҙар, эштән сығарылыу янаған граждандар, ҡасаҡ статусындағы Украина граждандары, махсус хәрби операция ветерандары һәм башҡа.
Ниндәй һөнәрҙәргә әҙерләүҙәре тураһында “Работа России” порталында интернетта ҡарарға була. Ундайҙар бихисап. Ҡыҙыҡһындырған программаға заявканы ла унда бирә алаһығыҙ, 3 көн ағымында беҙҙең үҙәктә профессиональ йүнәлеш буйынса хеҙмәтләндереү күрһәтелер, 7 көн ағымында программала ҡатнашыуығыҙ раҫланыр йә алмаштырыу тураһында кәңәш бирелер.
Әҙерлек тейешле шарттары булған белем биреү учреждениеларында йә ситтән тороп, дистанцион рәүештә алып барыла. Яңы һөнәр алыу программаларының төрлөлөре төрлө ваҡыт һуҙыла. Кем интернет аша эш итергә ауырһына икән, беҙгә килеп шәхсән рәүештә барыһына ла төшөнә ала, ярҙам итербеҙю
-Миңә 56 йәш, штаттар ҡыҫҡартылыуға эләктем. Ваҡытынан алда пенсияға сыға аласаҡмынмы?
-Тора килеп теүәл әйтеп булмай, нескәлектәр күп. Беренсенән, предприятие ябылғанда, штаттар ҡыҫҡартылғанда, шәхси эшҡыуар эшмәкәрлеген туҡтатҡан осраҡтарҙа ғына кеше ике йыл алдан пенсияға сыға ала. Икенсенән, 20 йә 25 йыл (һуңғыһы – иҙәргә) стаж булыуы шарт. Өсәнсәнән, бындай кешеләргә башта эшһеҙ сифатында рәсми рәүештә теркәлер кәрәк. Ошо осорҙа тәҡдим ителгән эш урындарынан йә беҙҙең йүнәлтәмә буйынса яңы һөнәр үҙләштереүҙән баш тарта икән, был осраҡта ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығыуы ҡарала. Беҙҙең үҙәктең төп тәғәйенләнеше - кешеләргә эшкә урынлашырға булышлыҡ итеү бит.
-Бөгөнгө көндә ниндәй күләмдә эшһеҙлек буйынса пособие түләнә?
-Эшһеҙ булып теркәлгәнгә тиклем 12 айҙан алдараҡ эштән сыҡҡан граждандарға пособие ҡаралған, эшләгән осоро кәмендә 26 аҙна булыуы ла шарт. Тәүге өс айҙа һуңғы урындағы эш хаҡының 75 проценты, аҙағынан өс айҙа – 60 проценты түләнә. Әммә республикала билдәләнгән сиктәрҙе үтә алмай: 2023 йылда иң аҙы – 1725 һум, иң күбе – 14710,8 һум. Граждан элекке эшенән берәй ғәйеп өсөн ҡыуылған йә йылдан ашыу эшләмәй икән, пособиеның минималь күләмдә түләнә.
-Мәшғүллек үҙәге аша эшҡыуарлыҡ башлау өсөн нисек финанс ярҙам алырға мөмкин?
-Мәшғүллек үҙәгендә эшһеҙ сифатында теркәлгәндән һуң, граждан эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн бер тапҡыр күрһәтелгән финанс ярҙам алыу тураһында мөрәжәғәт итә ала. Бизнес-план төҙөргә һәм уны комиссия алдында яҡларға тура киләсәк, был осраҡта 153 504 һум бүленеүе мөмкин. Тик шуны ла билдәләр кәрәк – был ярҙам районға бүленгән лимит сиктәрендә башҡарыла. Быйыл ике эшһеҙ граждан алдылар. Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән граждандар социаль контракт нигеҙендә шәхсән эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыу маҡсатында адреслы социаль ярҙамға дәғүә итә ала – 350 000 һум. Шуны ла белер кәрәк – финанс ярҙамды ҡулланыу тураһында отчет биреү талап ителә, маҡсатҡа ярашһыҙ тотола икән – дәүләткә кире ҡайтарыласаҡ. Ҡыҫҡаһы, бөтә шарттар тураһында Мәшғүллек үҙәгенә килеп йә 6-19-33 телефоны аша шылтыратып белешә алаһығыҙ.
-Үҫмер балам йәйге каникул осоронда ваҡытлыса эшкә һеҙҙең Үҙәк аша урынлаша аламы? Ҡолаҡ осо менән ниҙер ишеткәйнем...
-Үкенескә ҡаршы, балиғ булмаған граждандарҙы эшкә алыусы ойошма-предприятиелар күп түгел, әммә улар бар. Төп өлөштә йәйге осорҙа балаларҙы эш менән тәьмин итеүҙе мәғариф бүлеге алып бара. Шулай уҡ Учалы тегеү фабрикаһы, “Дорзеленстрой”, “Заказсы хеҙмәте” йәмғиәттәре, “Төҙөкләндереү” муниципаль унитар предприятиеһы, ИП Ғайсин кеүек структуралар шөғөлләнә, һүҙ ыңғайы етәкселәренә рәхмәт белдереп китәм, эйе, балиғ булмағандар менән эш итеүе уларға өҫтәмә мәшәҡәттер, ләкин балаларҙы иртәрәк эшкә, хеҙмәт мөнәсбәттәренә өйрәтә башлау уларҙың үҙҙәре өсөн дә, йәмғиәт өсөн дә бик яҡшы! Ҡыҫҡаһы, балағыҙ йәйге каникулдарҙа эшкә урынлашырға теләй икән, яҙ еткәс Мәшғүллек үҙәгенә килегеҙ, исемлектәргә индерербеҙ.
-Хөкөм ителгәндәр иреккә сығарылғас, һеҙҙең аша эш эҙләй аламы?
-Әлбиттә. Адресыбыҙ – Учалы ҡалаһы, Башҡортостан урамы, 9-сы йорт. Консультация ла бирербеҙ, тура килгән эш урыны ла табырбыҙ.