

Татарстандың Алабуға (Елабуга) ҡалаһында традицион уғатарлыҡ буйынса “Туған батыр” тип аталған Бөтә Рәсәй турниры үтте. Турнирҙы ойоштороусылар –Татарстан Республикаһының Диниә назараты, Алабуға мөхтәсибәте, муниципаль район хакимиәте, Алабуға дәүләт музей-заповеднигы, “Тыуған ауылым” милли комплексы, ТР уғатарҙары федерацияһы, урындағы уғатарҙар клубтары һәм беҙҙең, Өфөнән “Мәргән уҡсы” ойошмаһы. Оло байрам шаулап-гөрләп үтә. Шул иҫәптән боронғо мәсет урынында коллектив доға ҡылына. Тарихи-мәҙәни экскурсиялар, мастер-кластар, күргәҙмә-йәрминкәләр үткәрелә, концерт номерҙары ҡуйыла. Боронғо ата-бабаларыбыҙ һымаҡ, усаҡта, асыҡ утта бешкән ризыҡтар менән дә һыйлайҙар ҡунаҡҡа килеүселәрҙе.
Ә беҙҙең өсөн иң ҡыуаныслыһы - данлыҡлы мәргәнбикәбеҙ – Наурыҙ ауылынан Динә Вәлиева тотош илдә иң мәргән уҡсыбикә тип танылды
-Фәҡәт был сағыу милли спорт тантанаһы икенсе тапкыр үткәрелә, ара йыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың байтаҡ уҡсылары үҙҙәренең көстәрен һынаны. Ғөмүмән, Рәсәйҙең бик күп төбәктәренән йыйылған уҡсылар ҡатнашты, -ти Динә ханым.- Ярыш бик ҡыҙыу, көсөргәнешле барҙы. Был сығышым менән бик ныҡ ҡәнәғәтмен, сөнки икенсе урынға сыҡҡан уксыны ҡырҡҡа яҡын мәрәйгә артта ҡалдырҙым, миңә тағы ла нығыраҡ көс һәм дәрт өҫтәлгәндәй булды. Ойоштороу кимәле юғары кимәлдә булды, ныҡ оҡшаны, барыһына ла рәхмәт!
Юл сығымдары үҙебеҙ иҫәпкә инде, ярай ҙа приз фонды тос булдырылған. Ә дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡайҙа унда отошло-отошһоҙ тип самалап тороу, форсат булған һайын ярыштарға алҡынып барабыҙ. Үҙеңде һынап ҡарау, фекерҙәштәр менән аралашыу, ихлас күңелдән сәмләнеү, еңгәндә - шатланыу, еңә алмағанда - сабыр итеү - былар барыһы ла үҙе бер ғүмер, бер ниндәй аҡсаға ла һатып алып булмай. Беҙҙең ғаиләнең девизы – “ Ятып ҡалғансы, атып ҡал!”
Динә Мәһәҙи ҡыҙы төп сығышы буйынса Әбйәлил районының Байым ауылынан. Наурыҙ ауылынан Ринат Вәлиевҡа кейәүгә сыға ла, хәҙер байтаҡ йылдар килен булып төшкән ауыл мәктәбендә немец теле, хеҙмәт һәм музыка дәрестәренән уҡыта.
Уҡатарлыҡ менән2017 йылдан шөғөлләнә, нисә ярыштың еңеүсеһе йә призеры булды – иҫәпләп осона ла сығырлыҡ түгел хәҙер. Хоҙай Тәғәлә биргән талант, һуғышсан ата-бабаларҙан күскән ҡан һәм үҙенең шәхсән тырышлығы үә ныҡышмалығы ошондай һөҙөмтә бирә торғандыр! “Ҡомарым тормош өсөн көс-дәрт бирә”, -ти ханым. – Ә тормошто, ғүмерҙе бар кәүҙәләнештәрендә лә яратам!” Һәм был ҡоро һүҙ генә түгел. Әйтәйек, гармунда өҙҙөрөп уйнай, сәскә-гөлдәргә мөкиббән киткән кеше , йыл һайын баҡсаһында өс йөҙләп (!) төп үҫенте ултырта -күҙҙең яуын алырлыҡ гүзәллек пәйҙә булдыра.
Афарин, Динә ханым, сираттағы еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да хәйерле ғүмер, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!