Яйыҡ
+19 °С
Ямғыр
Новости
21 Сентябрь 2023, 10:55

Йөҙйәшәр ағастар донъяһында

...Айыу менән ҡаты алышта йәне ҡыйылған Ғәли батырҙың ҡатыны бәләкәй улы менән яңғыҙ тороп ҡала. Ҡыйыу, батыр һәм ғәҙел итеп үҫтерә улын ҡатын. Уландың исеме Тимер була. Егет хаҡындағы дан тора-бара тирә-яҡҡа тарала, хатта Уралдан ситтә лә уны маҡтап һөйләр булалар.

Йөҙйәшәр ағастар донъяһындаЙөҙйәшәр ағастар донъяһында
Йөҙйәшәр ағастар донъяһында

“...Айыу менән ҡаты алышта йәне ҡыйылған Ғәли батырҙың ҡатыны бәләкәй улы менән яңғыҙ тороп ҡала. Ҡыйыу, батыр һәм ғәҙел итеп үҫтерә улын ҡатын. Уландың исеме Тимер була. Егет хаҡындағы дан тора-бара тирә-яҡҡа тарала, хатта Уралдан ситтә лә уны маҡтап һөйләр булалар.

Башҡорт ерендә дәһшәтле һуғыш башланғас, ҡаһарман Тимерҙең ғүмере унда өҙөлә. Өс көн һәм өс төн Хоҙайға улын ҡайтарыуҙы ялбарып илай бәхетһеҙ әсә. Бер мәл әсәнең ҡараштарынан йылылыҡ бөркөлгәндәй була: алыҫ түгел ул кескәй генә ҡарағас үҫентеһен күреп ҡала. Был үҫентелә әсә улының бала сағын төҫмөрләй. Һаҡ ҡына ҡаҙып алып, әсә нәҙек кенә ҡарағас үҫентеһен улының ҡәберенә күсереп ултырта. Халыҡҡа былай ти: “Бынан ары был ағас улымдың иң яҡшы сифаттарын үҙенә һурыр, туплар. Бейек булып үҫер һәм әллә ҡайҙан юлсыларға юл күрһәтеп, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла юлдаш булыр”. Шунан башлап халыҡ был ағасты Юлдаш ҡарағасы, тип йөрөтә башлай, ә үҙҙәрен улар юлдаштар ти”.

Әле ошо күпте күргән һәм күпте кисергән данлыҡлы ҡарағастың йәшен ғалимдар 800 йыл, тип билдәләй. Бәхетһеҙ әсәнең юрауы юш була – ҡарағас һаман булһа халыҡҡа юлдаш ролен үтәй. Урындағы халыҡ ҡына түгел, хатта сит тарафтарҙан да күрергә киләләр уны бөгөн.

Бына республикабыҙҙа билдәле шәхес, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Исламетдин Мәмбәтовҡа ла тап беҙҙең Юлдаш ҡарағасы тотош күргәҙмә булдырыуға этәргес һәм илһам сығанағы ролен үтәй.

- Быйыл февраль айында Фәнүз Йәғәфәров (Учалы ауылынан, эшҡыуар, ағас эше менән мәшғүл, хәйриә эше һәм бағыусылыҡ менән шөғөлләнә) менән Ирәмәл тауына артылғанда һорай ҡуйҙым: “Учалыла йөҙйәшәр ағас бармы?” - тип. “Бар, ни эшләп булмаһын! Ҡайтышлай Юлдашҡа керербеҙ, үҙ күҙҙәрең менән күрерһең”, - тине. Ысынлап та, алып барҙы, күрҙем мөһабәт ҡарағасты - бейеклеге 15 метр самаһы, олононоң киңлеге ете метрлап! Шунда башҡа уй килде – республикабыҙҙа бит бындай йөҙйәшәр ағастар бихисап. Уларҙың барыһын да барып күреп, фотоға төшөрөп, айырым күргәҙмә эшләгәндә нисегерәк булыр икән? Бик шәп буласаҡ, тип дәртләндереп ебәрҙе Фәнүз Ғайнан улы һәм күргәҙмәне булдырыуҙа ярҙам итәсәген, бағыусы ролендә сығыш яһаясағын да әйтеп ҡуйҙы. Ошо көндән башлап, йәғни февраль айынан авгусҡа тиклем, ҡатыным Әнүзә Айрат ҡыҙы менән Урал аръяғын, тотош Башҡортостанды тиерлек йөрөп сыҡтыҡ, сит илдәрҙә лә булырға тура килде. Өс меңдән ашыу саҡрым юл үттек. Һәм бына, тәүләп Учалы ҡалаһында “Йөҙйәшәр ағастар донъяһы” тигән фотокүргәҙмә асыуыбыҙ.

Күргәҙмә, ысынлап та, бик уңышлы килеп сыҡҡан. Бында барыһы 42 эш тәҡдим ителгән. Һәр фотонан йылылыҡ, яҡтылыҡ бөркөлә кеүек. Бәлки, мөһабәт ағастарҙың энергетикаһы авторҙың эштәре аша нур булып сағылалыр. Һәр хәлдә беҙгә тап шулай тойолдо.

Йылайыр районының Ҡыҙҙар-Биргән ауылы эргәһендә 450 йылдан ашҡан ҡарағастың оҙонлоғо 30 метрҙан ашыу, күкрәк тәңгәленән ҡолас йәйеп үлсәгәндә олононоң диаметры 1,4 метр самаһы. Салауат районының Бишәүҙәр ауылындағы ҡарағайҙарҙы 200 йыллыҡ, тип билдәләйҙәр. Архангель районының Абҙан ауылы янындағы ҡарағай 400 йәштән ашып киткән. Үзбәкстандың Урғут ҡалаһы эргәһендә мең йыллыҡтар менән иҫәпләнгән Чор-Чинор сауҡалығы, Бохара ҡалаһында 1477 йылда ултыртылған боронғо персик ағасы, Германияның Майнау утрауында 1864 йылда ултыртылған секвойя, Испанияла Камбрильс тип аталған балыҡсылар биҫтәһендә үҫеүсе үҙенсәлекле Йомро ҡарағай, Флоренцияла, Ташкентта үҫеүсе йөҙйәшәр баһадирҙар – быларҙың барыһын да Исламетдин Ризаитдин улының шәхси күргәҙмәһендә күрергә мөмкин.

- Иремдең һәр эше айырым хәл-ваҡиға менән бәйләнгән. Ағастарҙы фотоға төшөрөр алдынан районын, ауылын белешәбеҙ. Барғас, әлбиттә, урындағы халыҡ менән танышабыҙ, аралашабыҙ. Улар беҙгә шул ағас тураһында һөйләй, күҙәтеүҙәре менән уртаҡлаша. Күп кенә ағастарға йәйәүләп барып етеп тә булмай. Беҙҙе һәр районда тиерлек транспорт менән тәьмин итеп, оҙатып йөрөйҙәр. Көрт кисеп тә, батҡаҡ шапылдатып та, эҫелә бешеп тә йөрөргә тура килде. Ошондай сәфәрҙәребеҙҙең һәр мәле беҙгә ҡәҙерле, айырыуса халҡы күңелгә яҡын, - ти күргәҙмә авторының ҡатыны, шулай уҡ ғүмере буйы алһыҙ-ялһыҙ мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итеүсе Әнүзә Айрат ҡыҙы. 

Әйткәндәй, Әнүзә ханым ирен һәр сәфәрендә оҙатып, ярҙамлашып йөрөй. Афарин!

Йөҙйәшәр ағастарға арналған фотокүргәҙмәне тантаналы асыу мәлендә Исламетдин Мәмбәтовтың Хәйбулла районынан туғандары ла килгәйне. Белеүебеҙсә, автор сығышы менән Хәйбулла районының Маҡан ауылынан. Сарала туғандары Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәриповтан уға Рәхмәт хаты тапшырҙы һәм оло эш башҡарып, һәр ваҡыт маҡсатына ирешеүе өсөн хөрмәт белдерҙеләр.   

Аҡъяр ауылында йәшәүсе ике туған һеңлеһе Зөлфиә Ишемғолова һөйләүенсә, Исламетдин Ризаитдин улы тыуған яғын бер ваҡытта ла онотмай. Концерттар ойоштороуҙа артистар йәлеп итә, архив материалдарына нигеҙләнеп, яҡташ-ауылдаштарына арнап, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған фотокүргәҙмә лә ойошторған. Ғөмүмән, Исламетдин Мәмбәтов тыуған еренән көс, илһам, дәрт алып, туғанлыҡ ептәрен нығытып йәшәй.

Шуға ла иғтибар иттек, күргәҙмә йәш быуында ла ҡыҙыҡһыныу уята. Сара барышында балаларҙың, үҫмерҙәрҙең үҙ-ара фотоэштәр хаҡында әңгәмә ҡороп, фекер алышыуҙары уларҙың тәбиғәткә, ул булдырған ҡомартҡыларға битараф булмауҙары хаҡында һөйләй. Ни әйтәһең, афарин, авторға! Күргәҙмә, ысынлап та, уйландыра, фекер тупларға мәжбүр итә. Исламетдин Мәмбәтовтан учалылар яңы күргәҙмәләр көтөп ҡала.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас