

Мәҡәләнең асылына яҡшыраҡ төшөнөү өсөн башта ҡәҙимгегә әйләнә башлаған сираттағы ғәҙәттән тыш хәл тураһында яҙайыҡ.Саҡ фажиғә менән тамамланманы бит!
Үткән аҙнала Свердловск өлкәһенән Ирәмләгә сәйәхәт ҡылырға биш кешенән төркөм килгән була. Үҙҙәрен тәжрибәле турист тип һанағандарҙыр инде, урындағы туроператорҙарға (сәйәхәт ойоштороусыларға) мөрәжәғәт итмәйенсә, үҙаллы юлға сығалар. Тәбиғәт паркы сигендә пост аша үткәндә талап ителгәнсә теркәләләр, әммә маршруттарҙан башбаштаҡлы ситкә тайпылып, Бәләкәй Ирәмәл буйҙарын гиҙәләр. Үрҙән төшкәндә 36 йәшлек ҡатын ниндәйҙәр хәжәт менән ситкәрәк барып киләсәге тураһында иҫкәртә лә, тамам ғәйеп була. Көтөп көтөк булғас, юлдаштары уны саҡырып ҡысҡырыша, яҡын-тирәлә эҙләгән булалар ҙа, махсус хеҙмәттәрҙән ярҙам һорайҙар. Быныһы бик хуп, тырым-тараҡай эҙләй башлаһалар, үҙҙәре лә аҙашып, бер түгел, биш кешене эҙләргә тура килер ине буғай! Ҡотҡарыу операцияһына “Ирәмәл” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәренән тыш күрше өлкәнең “Егәлгә”, “Тағанай” парктары вәкилдәре ҡушыла, Башҡортостандың ҡотҡарыу хеҙмәттәре, хатта, вертолет менән эҙләйҙәр. “Ирәмәл” тәбиғәт паркы начальнигы Мирдар Дияров, был ике-өс көндә үҙем генә лә мотоциклда 114 километр үттем, ти (тау-таш араһында һәр саҡрым асфальт юлдан тиҫтә километр елдереүгә бәрәбәр!) Бик күп кеше йәлеп итеп тә, күпме сығым түгеп тә ҡатын табылмай ҙа, табылмай. Ниһәйәт, өс көн үтеүгә туңған, асыҡҡан, хәлһергән һәм ҡото осҡан ҡатын “Егәлгә” паркы хеҙмәткәрҙәренә тап була. Яҙыҡ йүнәлеш алған да, атлаған да, атлаған, шуға ла әллә ҡайҙа ситкә сығып киткән. Усаҡ яғып йылыныу өсөн шырпыһы ла юҡ. Бәхетенән кешеләргә осрамаһа, ғүмере өсөн артабан оҙаҡ көрәшә алмаҫ ине буғай, Хоҙай һаҡлаһын!
Ошо көндәрҙә ҡаланың Ижад йортонда “Ирәмәл” тәбиғәт паркы етәкселеге район туроператорҙары менән кәңәшмә үткәрҙе. “Ҡырағай туристар” ни тиклем кәмерәк, ә сәйәхәтселәр заман кешеләресә төркөмдәргә тупланып, талап ителгәнсә теркәлеп,тәжрибәле инструкторҙарҙы юлбашсы итеп йөрөйҙәр икән, үҙҙәре өсөн дә имен, төбиғәт һаҡлау яғынан да отошлораҡ. “Беҙ бер команда!”- тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Мирдар Дияров. Туристар ағымы йылдың-йылы арта ғына бара. 2022 йыл изге тауға барыусы 23 363 кеше теркәлһә, быйыл – 27 718. Һуңғы һан тағы ла артасаҡ әле – көҙөн, серекәй-фәлән бөткәс, һәм ҡышҡы миҙгелдә йөрөргә халыҡ эйәләшә башланы бит. Шуныһы үкенес инде – туристарҙың төп өлөшө Силәбе яғынан (Төлөктән) йә Белорет районынан (Николаевканан) күтәрелә. Ошо йүнәлештәрҙән йәйәү атлау аҙыраҡ, ә иң мөһиме – был ултыраҡтарҙа туҡталыу, ял итеү өсөн сағыштырмаса комфорт шарттар булдырылған. Учалы яғынан маршруттар үҙенсәлекле, иҫ киткес гүзәл ерлектәрҙән һалынған, әммә туроператорҙар бер һүҙле булды: “ Яңы Хөсәйен, Байһаҡал ауылдарына яҡшыраҡ юл һалынып, электричество үткәрелмәй икән, туризмды әһәмиәтлерәк күләмдә йәйелдереү мөмкин түгел”. Аңлашыла, “экстремаль туризм” менән мауығыусылар күп түгел, барыһына ла заманса көнкүреш уңайлылыҡтары кәрәк. Серекәйҙән таланмайынса карауатта ятып йоҡлау, мунса инеү, гаджеттарға көс йыйҙырыу һәм башҡа. Әйткәндәй, яңы ғына сәйәхәткә башлыса 40-50 һәм унан оло кешеләр йөрөһә, хәҙер балалар һәм йәштәрҙең нисбәте күҙгә күренеп арта икән. Ә улар, әлбиттә, смартфондарынан ҡырағай тәбиғәттә лә айырыла алмай. “Башлеспром” Байһаҡал йүнәлешендәге ҡуртымға алған кварталдарҙа ағас киҫеүҙе тамамлап килә, тип тә әйтелде. Ағас ташыу туҡтағас, арттарынан юлдарҙы ипкә килтереүҙе Учалы урман хужалығы күҙәтһен, тип теләргә генә ҡала.Ә дөйөм алғанда, Учалы яғынан Ирәмәлгә яҡшыраҡ шоссе һалыуға ирешкәндә, туристар ағымы ифрат тулыланыр, уларҙы хеҙмәтләндереп яҡындаға ауылдарға йән өрөлөр ине!
Кәңәшмәгә йыйылыусылар конкрет, ғәмәли һорауҙарҙы ла ҡараны. Мәҫәлән, “элемтә нөктәләре” булдырыу. Бик ябайлаштырып ҡына әйткәндә, билдәләр (һандар) яҙылған алтаҡталар ҡуйыла икән, аҙашҡан кешеләр ҡотҡарыусыларға үҙҙәренең ҡайҙа икәнлектәрен теүәл әйтә аласаҡтар, юғиһә:”....алда ла ҡара урман, артта ла ҡара урман, тау түбәләре күренмәй, ҡайҙа ла ҡуйы томан!”- тип ялбарыуҙары ғына уларҙы тиҙерәк табырға булышлыҡ итмәйәсәк. Элемтә тотҡан урындар ҙа бик самалы. Ирәмәл битләүҙәрендә айырыуса әсе, елеккә үткән елдәр иҫә торған. Шуға ла ышыҡланырлыҡ лапаҫтар ҡороу маҡсатҡа ярашлы булыр, тигән һығымта яһалды.
Был кәңәшмәлә шулай уҡ тәбиғәтте хәстәрләгән әүҙем йәмәғәтселәргә, туроператорҙарға БР Айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары дирекцияһы етәксеһе Т.Ф.Бәҙретдиновтың ҡултамғаһы менән учреждениеның Рәхмәт хаттары тапшырылды: Илнур Мөхәмәтов, Илфат Фәхрисламов, Алексей Шорохов, Гәрәй Ғәлин. Был юлдарҙы яҙған хәбәрсегеҙгә лә экология йәһәтендә мәғрифәт-ағартыу эшмәкәрлеге өсөн ошондай хөрмәт күрһәтелде. Ысын күңелдән рәхмәт! Изге тауыбыҙҙы ғиффәтле көйөнсә һаҡлау, шул уҡ ваҡытта уның яҡын урынлашыуынан урындағы халыҡ мөмкин тиклем файҙа алыу, барыһы өсөн дә хәүефһеҙлек булдырырға ынтылыу – барыбыҙҙың да уртаҡ бурыс!