

Белорет районының Шығай ауылында бер кешенең күк аты юғалған була. Оҙаҡ эҙләй, Буянды таба алмай. Ҡайҙалыр сығып киткәндер, тип уйлап, полицияға мөрәжәғәт итмәй. Байтаҡ ваҡыттан Миндәк ауылында күк ат йөрөй тигән хәбәр ала. Фотографиянан малҡайын таный ҙа, Учалы районына ашыға. Эйе, Буян булып сыға. Әммә аяҡтарын тышаған бау малдың муйынына бәйләнгәнен, өйөнән 80 километр ситтә табылыуын иҫәпкә алып, кемдер урлаған булғандыр, тип хужа хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Эйе, дөрөҫ шикләнә. Шул уҡ Шығайҙан 31 йәшлек, ҡат-ҡат хөкөм ителгән бәндә ғәйебе икәнлеге асыҡланды. Ауыл ситендә Буяндың ҡарауһыҙ йөрөгәнен абайлап, уңайы тура килгәндә урлай. Атҡа чип ҡуйылғанлығын белеп, бәләһенән баш-аяҡ, тип ситкәрәк алып барып һатырға ҡарар итә. Шуға ла Учалы районына һыбай бара, тик бына төнөн урманда ҡунғанда, ат бурҙан ҡаса. Ҡараҡҡа иһә Белорет районына кире ҡайтыу анһат булмай. Хәҙер суд алдына ла баҫтырыла, тәфтиш тамамланды, тип белдерҙе БР буйынса эске эштәр министрлығы.
Мәғлүмәт сығанағы - https://02.xn--b1aew.xn--p1ai/news/item/41711287