Яйыҡ
+19 °С
Ямғыр
Новости
25 Сентябрь 2023, 11:21

“Тиләү кубогы” көтөп алды уландарын

Былтыр, был турнир тәүләп үткәрелгәндә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгән була инде. Ҡулдарына повестка тотҡан егеттәр ҙә, бәлки һуңғы тапҡырғалыр, тип кинәнеп уйнайҙар, тамаша ҡылалар. “Аллаһҡа шөкөр!” – тип ҡыуана урындағы кешәләр, быйыл  " Тиләү кубогы " яу ҡырындағы уландарын да көтөп алды.   Ә кем бер ҡасан да ҡайта алмаясаҡ – уларға тере хәтер был турнир.... 

“Тиләү кубогы” көтөп алды уландарын“Тиләү кубогы” көтөп алды уландарын
“Тиләү кубогы” көтөп алды уландарын

Сораман ауылында мини-футбол буйынса " Тиләү кубогы - 2023" турниры үттҽ. Барлығы 12 команда ҡатнашты. Шул иҫәптән  Ҡобағош, Ҡорама, Ҡотой, Миндәк, Килмәк, Озёрный, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, Сәфәр, Уральск командалары,  хужалар иһә, хатта,  ике төркөмгә бүленеп сығыш яһай – йәш уйынсылар һәм Сораман футболы ветерандары.

 Украиналағы хәрби операция бар тормошобоҙға бик ныҡлап, тәрән үтте. Яу ҡырында башын һалған Сораман егете Махиянов Айрат Әғләм улы иҫтәлегенә был сара башында  тынлыҡ минуты иғлан ителә. Амангилде ауыл ултырағы хакимиәте башлығы  Илдар Килмәхәмәтов  телмәр тота, ә махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан Айгиз Ғарипов менән Илшат Лоҡмановтарға ярыш флагын күтәреү хөрмәте күрһәтелә. Былтыр, был турнир тәүләп үткәрелгәндә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгән була инде. Ҡулдарына повестка тотҡан егеттәр ҙә, бәлки һуңғы тапҡырғалыр, тип кинәнеп уйнайҙар, тамаша ҡылалар. “Аллаһҡа шөкөр!” – тип ҡыуана урындағы кешәләр, быйыл  " Тиләү кубогы " яу ҡырындағы уландарын да көтөп алды.   Ә кем бер ҡасан да ҡайта алмаясаҡ – уларға тере хәтер был турнир.... 

Уйын бик сәмлҽ барҙы. "Тиләү Кубогы - 2023" чемпионы – Килмәк командаһы, икенсе-өсөнсө-дүртенсе урындарҙа Ҡобағош, Ҡорама, Уральск вәкилдәре.

Иң яҡшы  уйынсылар: ҡапҡа һаҡсыһы - Рәзиф Динисламов (Килмәк), һаҡсы - Вилдан Минасов (Ҡорама), ассистент, йәғни уңышлы  пастар биреүсе - Рөстәм Сәғитов (Ҡорама), Һөжүм итеүсе - Айҙар Ибраһимов (Килмәк), иң яҡшы футболсы – Ирәмәл Шәғәлин (Ҡобағош), иң яҡшы йәш футболсы – Тимур Хоҙайғолов (Сораман).

Төп ойоштороусылар - Амангилде ауыл Советы депутаты Илһам Хәйруллин һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының  Үҙйылға руднигы хеҙмәткәре Ринат Шәрипов.

-Ярыш икенсе йыл рәттән үтә, идеяһы ябай ғына. Ябай, тик тәрән мәғәнәле, -ти  Илһам Ансар улы. –Беренсенән, башҡорт йәштәре мотлаҡ спорт менән мауығырға тейеш.  Рух көслө булып та, кәүҙәң сибек ҡалыуы бер ҙә килешмәй йәш ир-егеттәргә!  Иң шатландырғаны – ағаларына ҡарап, балалар үрнәк ала, сәләмәт йәшәйешкә тартыла. Икенсенән, Сораман йәштәре элек-электән  футбол яратты, футбол менән йәшәне. Ошо хис-тойғолар нисектер ғәмәлгә ашырға тейеш бит инде берәй саҡ. " Тиләү кубогы - 2023"  ауыл өсөн үҙе бер “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы  кеүек килеп сыҡты. Гел тормош мәшәҡәттәренә баш баҫып йөрөү килешмәй, иркенләп осраштыҡ, аралаштыҡ, яҡташлыҡ, фекерҙәшлек, дуҫлыҡ ептәрен нығыттыҡ. Ауылға яңы һулыш өрөлгәндәй булып ҡалды. Барыһы ла ныҡ ярҙам итте. Мәҙәниәт йорто, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә, ауыл ағинәйҙәренә, ғөмүмән, барлыҡ ярҙам итеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға ихлас күңелдән рәхмәт!  

Ҡыҫҡаса белешмә биреп китеү урынлы булыр. Илһам Ансар улы 1996 йыл Сораман ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, инженер-геофизик вазифаһында  Себерҙә эшләһә лә, даими Учалыла йәшәй.  Мәктәп йылдарынан уҡ әүҙем йәмәғәтсе, студент йылдарында Өфөләге Учалы йәштәре берлеге рәйесе итеп һайлана.

Тормош иптәше уҡытыусы, әле декрет ялында. Хәләл ефетенең бар башланғыстарын хуплап, ҡанатландырып тора ул.

Афарин, тиергә генә ҡала бындай йәштәргә, бындай башланғыстарға. Әйткәндәй, турнир башҡорт телендә алып барыла, башҡорт телендә грамоталар яҙыла. “Тиләү кубогы” бик оҙаҡ йылдар, хатта быуаттар буйы дауам итһен, үҫешһен тигән теләктә ҡалабыҙ!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас