Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
26 Сентябрь 2023, 10:32

Көҙгө призыв: ҡасып ҡалыусыларға штраф 30 мең һумға тиклем етте

Сетерекле һорау – яу ҡырында башын һалған һалдаттың тол ҡатыны түләү аҡсаһын йүнһеҙ маҡсатта туҙҙыра икән, балалары мәнфәғәтендә ниндәйҙер сикләүҙәр индереп буламы? Йә, орденды унан тартып алып, һаҡлауға икенсе яҡындарына биреү мөмкинме?

Көҙгө призыв: ҡасып ҡалыусыларға штраф 30 мең һумға тиклем еттеКөҙгө призыв: ҡасып ҡалыусыларға штраф 30 мең һумға тиклем етте
Көҙгө призыв: ҡасып ҡалыусыларға штраф 30 мең һумға тиклем етте

Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының хәрби комиссары Сергей Симонов беҙҙең һәм Учалы мәғлүмәт үҙәге аша яҡташтарыбыҙ биргән һорауҙарға ентекләп яуап бирҙе. Тәү сиратта – РФ Ҡораллы көстәренә көҙгө призыв тураһында, берәй етди  үҙгәрештәр көтөләме?

-1 октябрҙән башланып 31 декабргә тиклем дауам итәсәк. Элеккесә, егеттәр 12 ай хеҙмәт итәсәк, махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәйәсәктәр. Был саҡырылыш – һуңғы тапҡыр 27 йәшкә тиклем, артабан, законға ярашлы – 30 йәшкә тиклем. Бер айырма – быға тиклем ихтирам итерлек сәбәптәрһеҙ призыв комиссияһына килмәгән өсөн 3 мең һумға тиклем административ штраф һалынһа, хәҙер – 30 мең һумға тиклем. Ҡасып ҡалырға ынтылыусыларға башҡа яза саралары ла ҡаралған – автомобиль менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү, кредит, милек теркәү, төрлө льгота-түләүҙәр  мәсьәләләре йәһәтендә, РФ сиктәре аша сыҡҡанда сикләүҙәр һәм башҡа. Хәрби бурыслы граждандың ҡулына повестка алыуы-алмауы мөһим роль уйнамай – электрон элемтә саралары аша ебәрелеүе лә етә, әммә ҡағыҙ көйөнсә тоттороу алымы на ҡулланыласаҡ.

Әлбиттә, айырым осраҡтарҙа 328-се статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылыуы мөмкин.Ҡыҫҡаса әйткәндә, сроклы хеҙмәт булды һәм буласаҡ, һис тә ҡурҡырға ярамай.

-Күпмелер ваҡыт хеҙмәт иткәс контракт төҙөргә мәжбүр итеүҙәре бар, тип хафалана ата-әсәләр...

-Хәрби контракт төҙөү – тулыһынса граждандың үҙенең иркендә! Әйткәндәй, юғары һәм урта махсус белемгә эйә граждандар тәүге көндән контракт төҙөүгә дәғүә итә ала, ҡалғандар – 3 ай сроклы хеҙмәт үткәндән һуң.  Әммә ҡабатлап әйтәм – үҙ теләге булған осраҡта ғына. Берәйһен көсләп мәжбүр итәләр  тип күҙ алдына ғына килтергән хәлдә лә, был мәсьәләне хәл итеү өсөн хәрби прокуратураға мөрәжәғәт итеү ҙә етәсәк, барыһының да ялыу бирергә мөмкинлеге бар.

-Ә мин, 62 йәшлек кеше, контракт төҙөй аламмы? Заманында мотоуҡсы булдым.

-Башлыса 18-60 йәшлектәр йәлеп ителә. Һеҙҙең турала ситтән тороп ҡына бер ни әйтә алмайым – хәрби комиссариатҡа килегеҙ, һөйләшербеҙ, медицина комиссияһы рөхсәт итһә, теләгегегеҙ ҡәнәғәтләндерелер. 65 йәшкә тиклем ваҡытғыҙ бар.  Әлбиттә, табип-наркологта, психоневрология диспансерында иҫәптә тормауығыҙ, енәйәт эштәре буйынса тәфтиш аҫтында булмауығыҙ мотлаҡ шарт.

-Ҡатын-ҡыҙға ашнаҡсы булып контракт төҙөргә форсат бармы?

-Ихтыяж килеп сыҡҡанда ғына йүнәлтәбеҙ, ундай форсат сығыуы ла мөмкин. Хәрби комиссариатҡа килегеҙ, иҫәпкә ҡуйырбыҙ.

-Ә сроклы хеҙмәтте альтернатив рәүештә үтеү мөмкинме?

-Мөмкин, тик граждан был теләген етди рәүештә дәлилләргә тейеш. Һәр хәлдә лә, мин был вазифаны биләгәс, һуңғы 1-2 йыл бындай үтенестәрҙең бөтөнләй булғаны юҡ.
-Сетерекле һорау – яу ҡырында башын һалған һалдаттың тол ҡатыны түләү аҡсаһын йүнһеҙ маҡсатта туҙҙыра икән, балалары мәнфәғәтендә ниндәйҙер сикләүҙәр индереп буламы? Йә, орденды унан тартып алып, һаҡлауға икенсе яҡындарына биреү мөмкинме?

- Ике осраҡта ла яуап бер, бындай осраҡтарҙа тейешле инстанциялар ундай кешене әсә хоҡуғынан мәхрүм итеүҙе юллай ала. Башҡа йоғонто яһау саралары закон менән ҡаралмаған. Быныһы закон сығарыусылар компетенцияһында.

-Йәнә бер сетерекле һорау – бәғзе яҡташтарыбыҙ, улым хәрби опреациянан отпускка үҙ аҡсаһын түләп ҡайтты, кире йүнәлгәндә лә шул уҡ хәл, тип әйтә ине.

-Транспортировка бушлай башҡарыла. Әммә бындай  айырым осраҡтар бар икән, был хаҡта кисектермәй республика хәрби комиссариатына еткерәсәкмен.

-Барыһын да иң тулҡынландырғаны – өлөшләтә мобилизация буйынса егеттәр быйыл да саҡырыласаҡмы икән?

-Был хаҡта хәбәрҙар түгелмен, әлегә бер ниндәй күрһәтмә бирелгәне юҡ. Шуныһы ғына мәғлүм – хәрби контракт буйынса ирекмәндәрҙе йәлеп итеү дауам итә, ә теләүселәр байтаҡ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас