

Был ханым йортҡа күсеп килгәс үк иғтибарҙы йәлеп иткәйне. Һәр ваҡыт таяҡ менән йөрөй, бер аҙ һылтыҡлай ҙа үҙе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙе һәр ваҡыт ни менәндер мәшғүл, бер ваҡытта ла бушамай. Беҙ иртә менән эшкә барырға сыҡҡанда, ул да тәгәрмәсле сумкаһын һөйрәтеп, баҡсаһына юллана. Тынғыһыҙ ханымды күҙәтеп йөрөй торғас, уның менән яҡындан танышыу теләге барлыҡҡа килде.
Вәсилә Ғидиәт ҡыҙы Хөснөтдинова сығышы менән Ишмәкәй (Сорағол) ауылынан. 1940 йылда донъяға килгән ҡыҙ баланың бала сағы, билдәле, бик ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға тура килә. Әсәһенең ғүмере дүртенсе балаһын тапҡас өҙөлөп ҡуя. Ҡыҙ бала донъяға килә, уға Бүләкәй тип исем ҡушалар. Атаһы Ғидиәт Оморҙаҡов һуғышта ҡаты яраланып, инвалид булып ҡайтҡан була.
1944 йылдар тирәһендә ғаилә Бурансыға күсеп килә. Ауылдағы өйҙө һүтергә рөхсәт итмәйҙәр, шуға күрә өйҙө һатҡанда хаҡы тип бер һыйыр һәм бер үгеҙ билдәләнә.
- Бурансыла оҙон урам була торғайны. Шунда балаган тип аталған ҡоролмалар булды, беҙ шунда йәшәнек. Балаган былай эшләнә ине – бер метр ярым тирәһе ерҙе ҡаҙыйҙар, стенаһын үрелгән ситән менән нығыталар, араһына һалам тултыралар, балсыҡ менән һылайҙар. Иҙән дә балсыҡ булды. Түшәмде иһә ерҙең ҡыртышын киҫеп алып яба торғайнылар. Атайым зәғиф булһа ла, үгеҙен егеп, халыҡҡа тал килтерергә ярҙам итә ине, шул талды ишәләр ине. Барлыҡ ҡаралты ул ваҡытта ситәндән булды, - тип иҫләй ул ауыр ваҡыттарҙы әңгәмәсем.
Вәсилә Ғидиәт ҡыҙы ун биш йәшендә торф әҙерләү эшенә сыға. Өс торф киҫеүсе – Ғөбәйҙулла Оморҙаҡов (мәҡәлә геройының ағаһы), Сәлихйән Хәләпов, Рәшит Фагалов күсмә Байраҡ өсөн ярышып эшләйҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә һалынған таҡта буйлап, арба менән киҫелгән торфты алып сығып бер урынға өйә бара. Кисен бригадир килеп, норма үтәлгәнме-юҡмы икәнлеген тикшерә.
- Яҙ айҙарында 1,5 метр самаһы ерҙе ҡырҡалар. Артабан туң ер китә. Артабан торф сығарыусылар ошо туң ерҙе балта менән яра башлай. Иҫләүемсә, балталары бәләкәй генә ине, туң ер лезвие кеүек ярылып китә. Туң торфты ташығанда ҡулдар ныҡ өшөй торғайны. Ул ваҡытта бит йылы бирсәткәләр булманы. Бирелгән брезент бейәләй тотоноуға уңайһыҙ, шуға ялан ҡул эшләнек. Тимер арба һөйрәүгә ҡул һөйәлләнеп ҡата. Бергә эшләүсе иптәштәрем араһында мин иң йәше була торғайным. Хәтижә, Жәүиҙә апайҙар, башҡалар ҙа башлыса 1932 йылғы булдылар, ә мин 1940 йылғы инем, - тип хәтер ебен һүтә Вәсилә Ғидиәт ҡыҙы. – Ҡыш көнө ошо ҡырҡып өйөлгән торф киҫәктәрен йөк машинаһына тейәп комбинаттың ҡаҙанлығына, ашханаларға, икмәкханаларға, мәктәпкә оҙата инек. Ул ваҡыттарҙа бит бар нәмә торф яғып йылытылды. Тик 1960 йылда ғына утын яғып йылытыуға күсерелде.
1959 йылда Вәсилә Ғидиәт ҡыҙы Баҙарғол егете Фуат Сабирйән улы Хөснөтдинов менән сәстәрен сәскә бәйләй. Фуат ағай донъяға килгәндә генә атаһын һуғышҡа алып китәләр, шул китеүенән ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире әйләнеп ҡайтмай.
1964 йылда Вәсилә һәм Фуат Хөснөтдиновтар ҡалаға күсеп килә. Ҡатын 1-се Төҙөлөш идаралығына эшкә керә. Кистәрен һөнәрселек училищеһында штукатур-малярлыҡҡа уҡый һәм был һөнәренә ун йыл ғүмерен бағышлай.
- Ҡыштарын ҡом, кирбес бушата инек, йөк машинаһында килгән цементты тоҡтарға тултыра торғайныҡ. Хәтерләүемсә, көнөнә 17 машина бетон ҡабул итеп ала инек. Байыҡтырыу фабрикаһы аҫтында өс метрлап нигеҙ ҡаҙыныҡ. Яҙын-йәйен был эште атҡарыу мөмкин түгел, сөнки күлдәге һыу бөтә тирә-яҡты баҫа. Бот төбөнән һыуға инеп, иҙмәгә “жидкое стекло” тигән бер ҡатнашма ҡушып һиптерәбеҙ. Шунда уҡ ҡата бара ине. Ҡыш бит, һыуыҡ, ә беҙ резина итектәрҙә йөрөйбөҙ. Аяҡтар өшөй, йылы мейес янына йүгереп барып, йылынып китә торғайныҡ. Эш үтә ауыр булды, ләкин күңелле ине. Бригадабыҙ татыу булды, бер-беребеҙгә ярҙамлашып эшләнек, - тип бергә эшләгән иптәштәрен һағынып һөйләй Вәсилә әбей.
Ошолай тынғыһыҙ эшендә аял-ял белмәй тырыша ханым. Үҙ-үҙенә маҡсаттар ҡуйып, уларға ҡыйыу рәүештә артылырға яратҡан Вәсилә Ғидиәт ҡыҙы һөнәрселек училищеһында крансыға уҡып сығырға ла өлгөрә һәм 1973 йылда Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына крансы булып эшкә төшә. Был һөнәренә ханым егерме йыл тоғро ҡала. Ә крансы һөнәренә уҡыуҙың сере табиптар менән бәйле була. Йәштән ауыр эштәрҙә йөрөгән, ҡулынан лом, кәйлә, носилка төшмәгән ҡатындың аяҡ-ҡулдары түҙгеһеҙ булып һыҙлай башлай. Ауыртыуҙы баҫыр өсөн көнөнә бер юлы ете укол ҡаҙайҙар үҙенә. Табиптарҙың ҡарары ҡәтғи яңғырай – был эштә ҡалаһың икән, аяҡ-ҡулһыҙ ҡаласаҡһың! Шунлыҡтан крансы һөнәрен һайлай ҙа инде.
- Крансы булыу теүәллекте ярата. Тирә-яҡта ҡорамалдар, кешеләр, крансынан иҫ китмәле яуаплылыҡ талап ителә. Йәй көндәре айырыуса ауыр була торғайны. Өҫтә кабинала ултыраһың тирләп-бешеп, манма тиргә батып, эргә-тирәң саң, көслө тауыш, ауыҙҙа мәғдән саңы шытырлап тора инде. Түҙмәйенсә, хатта кабинала сисенеп, ливчик-трусикта ғына ултырып эшләгән саҡтар ҙа булды, - тип көлә әңгәмәсем.
Хеҙмәтенән йәм табып, тырышып эшләй ҡатын, коллективта ла абруйы ҙур, ихтирамлы була. Шулай булмаһа төш ваҡыттарында ике айлыҡ сабыйын имеҙергә тип көн дә “грузин юлы”нан йүгереп ҡайтҡан ҡатынға ашарына алып ҡалып, ун-ун биш минут һуңлауҙарына күҙ йомоп ҡарарҙар инеме?!
Ә хәл былай була. Ул ваҡыттарҙа ҡатындарға декрет отпускыһы ике ай самаһы ғына бирелгән икән. Ике айлыҡ сей баланы кем балалар баҡсаһына алһын инде? Бына Вәсилә ханымға ла ике айлыҡ Гүзәл ҡыҙын көндөҙгә таныш әбейгә ҡалдырып тороп, эшкә сығырға тура килә.
- Әбейгә аҡса түләйбеҙ, ашарына алып барабыҙ. Ял көндәре мунса яғып һыйлай торған инек үҙен. Ялыныстан инде. Рәхмәт инде үҙҙәренә, кеше хәленә инеп, балаларҙы ҡарап тороуҙарына. Заманаһы шулай булды. Минең балам менән бергә ул әбей тағы ла ике бәпесте баға ине. Ошолай итеп ҡыҙыбыҙға 1,5 йәш булғансы, яслиға биргәнсе ҡараны, - тип хәтерләй дыуамал да, сая ла ҡатын.
Ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәткә арнаған Вәсилә Ғидиәт ҡыҙы арыу-талыу белмәй производствола эшләгәндән һуң, 1990 йылда хаҡлы ялға сыға. Тик өйҙә оҙаҡ ултырырға тура килмәй уға. Дүрт йылдан тау-байыҡтырыу комбинатының байыҡтырыу фабрикаһында тирмәнсе булып эшләгән ире Фуат Сабирйән улы ҡул суғын өҙҙөргәндән һуң, эштән китергә мәжбүр була. Шуға күрә тормош дилбегәһен Вәсилә ханым үҙ ҡулына ала - үҙен сауҙа өлкәһендә һынап ҡарарға була. 90-сы йылдарҙы иҫләйһегеҙҙер, филармония артында баҙар була торғайны. Тап шунда әйбер һата башлай ҡатын. Тәүҙә Магнитогорск ҡалаһынан кейем-һалып алып ҡайтып һатһа, тора-бара, тәжрибә туплай биргәс, Екатеринбург, Новосибирск, Мәскәү ҡалаларына барырға ла йөрьәт итә, хатта Төркиәнән дә люстралар, тәҙрә пәрҙәләре килтереп, учалыларҙы һөйөндөрә.
Тиҫтә йыл самаһы был эш менән булғандан һуң, эшен ике ҡыҙына тапшырып, Вәсилә ханым ысынлап хаҡлы ялға сыға. Рәхәтләнеп баҡса үҫтерә, тәбиғәт ҡосағында булырға ярата.
- Быйыл, Алла бирһә, ноябрҙә миңә 83 йәш була. Ошо йәшкә еткәнемә, таяҡ менән булһа ла үҙ аяғымда йөрөгәнемә шөкөр итәм, Хоҙайыма рәхмәттәр уҡыйым. Һыҙланыуҙарға бирешмәүемдең сәбәбен тап баҡса эше менән мауығыуыма бәйләйем. Луиза һәм Гүзәл ҡыҙҙарым рәхәтләнеп өйҙә генә ултыр, ауыр бит баҡса ҡарауы тиһәләр ҙә, һәр йыл ҡар иреү менән баҡса участкаһына ашығам. Унда мин ер эшенән күңелемә сихәт алам, күршеләрем менән рәхәтләнеп аралашам, - ти тынғыһыҙ ханым.
Ә баҡсаһында Вәсилә Ғидиәт ҡыҙының нимә генә үҫмәй – алма, груша, слива, айыу баланы (жимолость), ике төрлө ҡарағат, еләк. Йыл һайын кәбеҫтә, ҡабаҡ, ҡыяр, помидор, һуған, һарымһаҡ һ.б йәшелсәләр үҫтерергә лә әүәҫ. Һигеҙ тиҫтәһен ваҡлаған ханымды ҡала-райондағы иң оҫта баҡсасыларҙың береһе тиергә мөмкин. Нимәне ҡасан сәсергә, нисек тәрбиәләргә икәнлеген был ханым бик яҡшы белә. Шуға ла киләсәктә Вәсилә Ғидиәт ҡыҙы тәҡдимдәре буйынса баҡсасы кәңәштәрен дә бәйән итергә тырышырбыҙ, Аллаһ бойорһа.
Ә әлегә Вәсилә әбейҙең ваҡыты тар. Мул уңышты эшкәртеү менән мәшғүл – ҡышҡылыҡҡа кәбеҫтә тоҙлай, турамалар яба, ҡайнатмалар әҙерләй. Баҡсаһында ҡойоҡ ҡаҙҙыртыу эшен дә башлап ебәргән. Күҙ генә теймәһен тибеҙ! Ике ҡыҙының, өс ейән-ейәнсәренең һәм алты бүлә-бүләсәренең һөйөүенә ҡойоноп, баҡсаһында эшләп, көс-ҡеүәт алып, тормошонан ифрат ҡәнәғәт булып йәшәп ятҡан көнө. Оҙон-оҙаҡ йылдар шулай дауам итһен, бирешмәгеҙ, Вәсилә ханым!