

“Байыҡ” телевизион конкурсының 2-се турында ла үтә уңышлы сығыш яһап, “Йәйғор” халыҡ фольклор ансамбле Гала-концертта балҡыясаҡ. Үтә етди һәм талапсан жюри ағзаларының барыһы ла Учалы һылыуҙарына унар балл ҡуя!
“Йәйғор” Уральск мәҙәниәт йортонда 2004 йылдан алып эшләп килә. Етәксеһе - Сәрүәрә Халидар ҡыҙы Ғарипова. Ансамблгә элек “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар нигеҙ һала, шуға ла исеме ауаздаш: тәбиғәттә лә ләйсәндән һуң йәйғор ҡалҡа торған бит. Ансамблгә йыр-бейеүгә һәләтле, оҫта ҡуллы башҡа ҡатындар ҙа ҙур теләк менән тартыла.Фәҡәт бейеүҙәрҙең үҙҙәренән тыш, “Йәйғорҙар” милли йолалар, милли кәсептәр, милли кейемдәрҙе тергеҙеү менән булышалар. Репертуарҙарында хеҙмәт, милли кәсептәргә һәм кейемгә, ғаилә мөнәсәбәттәренә, йолаларға арналған бейеүҙәр, сәхнә күренештәре.
-Бейеүҙең тәүгеһе – “Ябай бейеү” (ҡуйыусыһы - Гөлназ Ғайсарова).
Икенсесеһен дә ул ҡуйырға тейеш ине, ауырып китеү сәбәпле кисектереп торорға булғайныҡ, мотлаҡ яңы бейеү - премьера алып барырға кәрәк. Беҙ үҙебеҙҙең репертуарҙағы трио өсөн үҙебеҙ һалған “Беҙ тиләүҙәр бит әле” тип аталған бейеүҙе йәһәт кенә күмәк көс менән коллективҡа яраҡлаштырҙыҡ. Бейеүҙең идеяһы ла, халыҡсан үҙенсәлекле хәрәкәттәре лә Финзира Солтанованан булғас, бейеүҙең ҡуйыусыһы ла ул тип иҫәпләнә. Фонограмма өсөн Илшат Жамалов менән Илгиз Йомағужинға рәхмәтлебеҙ. Бейеү хәрәкәттәрен урын-еренә еткереүҙә күп көс түккән Нилә Рябцеваға, Гүзәлиә Үҙәнбаеваға, Олеся Халиловаға рәхмәтлебеҙ. Кейем тураһында - ҡыҙҙарҙың һәр береһе үҙе тегеп, нәҡ тиләүҙәрсә биҙәп килгән өсөн баһалама комиссияһы ағзалары аяғөҫтө алҡышланы, -ти ансамбль етәксеһе.
Бындай ҡаҙаныштан һуң Сәрүәрә ханымдың ыңғай хис-тойғолары урғылып тора инде. Әхирәттәренә мөрәжәғәтенән:
-Ҡыҙҙар, һеҙ ысын мәғәнәһендә бейеүгә генә түгел, ғөмүмән милли мәҙәниәткә, милли кейемебеҙгә, йолаларыбыҙға тоғро шәхестәр! Килеп тыуған сетерекле хәлдәрҙе күмәкләп берҙәм һәм йылдам хәл итә белеүегеҙ - үҙе һоҡланғыс! Ә берҙәм генә итеп үҙебеҙсә тыпырлатыуығыҙ - просто СУПЕР! Яратам, хөрмәт итәм һеҙҙе һәм һеҙҙең менән ғорурланам, ҡыҙҙар! Артабан да һеҙгә шулай шуҡ - шаян, берҙәм, татыу, һау-сәләмәт булып Йәйғор нурҙарын бөркөргә булһын!!!
Амин, был изге теләктәргә бар учалылар ихлас ҡушыла һәм һоҡланыу,ғорурлыҡ кисерәбеҙ. “Йәйғор” гүзәл йәғор булып ҡалҡты, афарин!