Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
2 Октябрь 2023, 11:20

Ауылдың ихтирамлы ағинәйе

Ғүмер көҙө - үткән тормош юлындағы хеҙмәтеңдең емештәрен барлау ваҡыты. Муса ауылында йәшәүсе Нурия Аҙаубай ҡыҙы Шакирова ла ошо емештәренең тәмен татып, бәхетле ғүмер кисерә. Бик бәхетле ул. Уға 85 йәш. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙ аяғында, үҙ аҡылында, зиһене лә яҡшы. Күҙ генә теймәһен үҙенә. Һикһән биш йыл эсендә ниҙәр генә күрергә, ниҙәр генә кисерергә тура килмәй уға: һуғыш михнәттәрен дә, ҡәҙерле кешеһенең вафатын да.

Ауылдың ихтирамлы ағинәйеАуылдың ихтирамлы ағинәйе
Ауылдың ихтирамлы ағинәйе

Ғүмер көҙө - үткән тормош юлындағы хеҙмәтеңдең емештәрен барлау ваҡыты. Муса ауылында йәшәүсе Нурия Аҙаубай ҡыҙы Шакирова ла ошо емештәренең тәмен татып, бәхетле ғүмер кисерә. Бик бәхетле ул. Уға 85 йәш. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙ аяғында, үҙ аҡылында, зиһене лә яҡшы. Күҙ генә теймәһен үҙенә. Һикһән биш йыл эсендә ниҙәр генә күрергә, ниҙәр генә кисерергә тура килмәй уға: һуғыш михнәттәрен дә, ҡәҙерле кешеһенең вафатын да. Яҙмыштың әсе һынауҙарына һынмаған, һығылмаған, бирешмәгән, тик сыныҡҡан ғына. Уның тормош юлы, ысын мәғәнәһендә, тарих. Илебеҙ ни күрһә - шуны күреп, ни кисерһә - дәһшәтле һуғыш осорон, унан һуңғы ауыр йылдарҙы, аслыҡ-яланғаслыҡты, үҙгәртеп ҡороу йылдарын - бөтәһен дә үҙ иңендә татыған, барыһының да шаһиты булған.

1938 йылдың 5 мартында Көсөк-Маяҡ ауылында өсөнсө бала булып донъяға килә ул. Бала сағы, йәшлек йылдарындағы хәтирәләре тырыш хеҙмәт менән бәйле. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ҡыҙға өс кенә йәш була. Һуғыштың тәүге йылынан уҡ атаһы Аҙаубай Кинйәбай улы өс бер туғаны менән яу ҡырына китә, дүртәүһе лә шул китеүҙәренән ҡайтмай, һәләк булалар.

Етем ҡалған дүрт бала (1940 йылда ҡустыһы дүртенсе бала булып тыуа) ас-яланғас булмаһын тип, әсәһе Кәмилә Мирсәйет ҡыҙы көнө-төнө совхозда эшләй. “Бар ғүмере эш менән үтте, бер ҙә бушаманы. Бер үҙе булһа ла, тырышып донъя көттө”, - тип хәтерләй ҡәҙерлеһен Нурия Аҙаубай ҡыҙы. 

Элек­ке­ләрҙе иҫ­­кә тө­шөргәс, бер аҙ моң­һоу­ла­нып, үткән­дәргә әйләнеп ҡайт­ты ул:

-Иң бәләкәс ҡустыбыҙ Фәсихте үҙен ҡалдырып, ағай, апайым менән уға ярҙамға йөрөнөк. Баҫыуҙа аш сәстек, билсәнен дә утаныҡ, ботаҡ ботарға йөрөнөк. Әсәйем урынына совхоз ҡушыуы буйынса икмәк бешерә торған инем. Иң тәүҙә уны әүәләп әҙерләйем дә, мейескә һалып бирһендәр тип, ауыл буйлап үҙемдән олораҡ берәй апайҙы эҙләп сығып китәм... Тормош еңелдән булманы. Ашау яғы наҡыҫ, йүнле кейем юҡ. Малайҙар менән тоҡлап ем дә ташыныҡ. Шулай ҙа бушыраҡ ваҡытыбыҙ килеп сыҡһа, әхирәттәрем менән “Марш”, “Өсмөйөш” бейеүҙәрен өйрәнгәнебеҙ хәтеремдә ҡалған. Бергә йыйылышып сигеү сигергә, бәйләнергә ярата торғайныҡ. Дүртенсе класта уҡыған сағымда үҙем мандолинала уйнарға өйрәндем. Әсәйем һөйләүе буйынса, атайымдың ҡустыһы был музыкаҡоралында һулаҡай ҡулы менән уйнар булған.

5 кенә класты тамамларға насип була Нурия Аҙаубай ҡыҙына. 5-се кластан һуң ныҡлап совхозда эшләй башлай ул. Келәттә үлсәүсе була, һуңынан һарыҡ ҡарай, уның араһында аш утарға йөрөй, ҡыҫҡаһы, етәкселек ҡайҙа ҡуша, шунда эшләй.

1958 йылда, 20 йәшлек еткән ҡыҙҙы, Муса ауылынан Зариф Закирйән улы Шакиров атлы егеткә димләйҙәр.

-Бергә йәшәүебеҙгә бер йыл тигәндә тормош иптәшем әрме сафына алынды. Шул уҡ йылда Рәиф улыбыҙ тыуҙы. Миңә балам менән әсәйем эргәһенә ҡайтып торорға тура килде. Ҡәйнәм ул саҡта Тирләнгә улы һәм ҡыҙҙары янына йәшәргә китеп барҙы. 3 йыл да 3 ай хеҙмәт итеп, иптәшем әйләнеп ҡайтты. Ҡайтҡас, өй һалып керҙек, Зариф Наурыҙға барып МТС-та тракторсылар курсын тамамланы. 34 йыл ошо һөнәре буйынса эшләне. Эштән ҡурҡманы ул. Минең ҙур таянысым, ғаиләбеҙҙең терәге булды, балаларыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырайыҡ тип тырышты. Зариф бабайығыҙ менән яҡшы йәшәнек, бынамын тигән балалар үҫтерҙек, тик иртәрәк донъя ҡуйҙы шул, 60 ҡына йәш ине үҙенә, - тип ауыр һулап, тормош юлдашын иҫкә алды Нурия әбей.

Шакировтар күптәргә өлгө булырлыҡ матур ғүмер кисергәндәр, биш ул һәм өс ҡыҙ үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Уларҙың һәр береһе үҙ урынын табып, тырыш, матур донъя көтә. 

-Балаларҙың барыһы ла һөйөндөрә, изгелеклеләр. Рәиф, Рим, Жәмил улдарым ошо уҡ ауылда өй һалып сыҡтылар, хәләлдәре менән матур ғүмер кисерәләр. Фәнил улым үҙем менән тора. Ғабдрахим, Нурзилә, Рәүзилә, Илзирәләр ҙә тыуған йорттоң тупһаһын һыуытмай, йыш ҡайтып торалар. Фәйрүзә, Гүзәл, Нилә, Римма килендәремде ҡыҙҙарымдай күрәм, бигерәк игелеклеләр, ярҙамдарынан ташламай, хәлемде көн дә белешергә килеп торалар.

Нурия әбей яратҡан өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә һөйөнөп йәшәй. Уның ҡартлығы бәхетле, нурлы йөҙөндә бәхет сатҡыһы балҡый. Шулай булмай ни! Ошондай олпат йәшкә етеп, аң-зиһене теүәл, үҙе донъя көтә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул донья хәлдәре менән ҡыҙыҡһына, гәзит- журналдар уҡый.

Ошо бәхет түгелме ни?! Илде аяҡҡа баҫтырыуҙа көсөн, йәнен аямаған Нурия әбей кеүектәр быуыны, ысын мәғәнәһендә, маҡтауға, ололауға, бәхеткә лайыҡ. Ағинәйҙең артабан да атыр таңдары тыныс, көндәре имен, бәхетле булһын тигән теләктә ҡалабыҙ.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас