

Һуңғы ике аҙнала ғына Учалы халҡы телефон һәм интернет аша мутлашыусыларға 3 миллион һумдан ашыу аҡса күсерә. Йыл башынан – 33 миллион һумдан күберәк!
Һуңғы миҫалдар. 20 йәшлек яҡташыбыҙ интернет аша уйын ноутбугы алмаҡсы була. Реклама буйынса бәйләнешекә сыға, тегеһен-быныһын уйлап тормайынса, түләү һылтанмаһында үҙенең банк картаһының йәшерен шәхсән мәғлүмәттәрен күрһәтә. Тәбиғи, жуликтар ноутбук хаҡын ғына түгел, картала күпме бар, бөтә һыпырып алалар - 50 мең һум тирәһе.Әлбиттә, уйын ҡоролмаһын ебәреп тормайҙар. Ярар, был осраҡта йәш кеше һабаҡ алды, ә үҙенә, компьютер артында кәкрәйеп ултырыуҙан саф һауала йөрөү, юғалтыуҙы ҡаплау өсөн аҡса эшләү файҙалыраҡ, тиергә мөмкин. Бер ауылдан уҡытыусы кеше күпкә аянысыраҡ хәлдә ҡалды. Уға кемдер “валюта биржаһынан” шылтырата. Криптовалюта тураһында быға тиклем ҡолаҡ сите менән генә ишеткән ауыл кешеһе арбай ҙа ҡуя – жуликтар күрһәткән счетҡа 800 мең һум күсерә. Тиҫтә меңе генә үҙенеке, ҡалғаны – кредит аҡсаһы. Бюджет хеҙмәткәренең эш хаҡына байтаҡ йылдар был бурысты түләргә тура киләсәк....
Закондар шулай булғас, жуликтар һирәк-һаяҡ тотолған осраҡта ла, еңел ҡотола. Бик уйланған схемалар буйынса эш итәләр бит. Арттарынан төшмәһендәр өсөн банда ағзалары бер-берен белмәй ҙә торған. Магнитогорск ҡалаһынан 20 йәшлек егет шәрәмәте интернет аша билдәһеҙ бәндә менән килешә – Учалыға килеп фәлән-фәлән адрестан аҡса аласаҡ та, алдан әйтелгән счетҡа күсерәсәк. Ә ул үҙе ошо ваҡытта беҙҙең яҡташ апайҙы ҡармаҡҡа эләктергән була инде: “прокуратура хеҙмәткәре” булып шылтыратып, ҡыҙығыҙ кеше тапатты, төрмәгә ултыртмаһын өсөн авария ҡорбанын дауалау өсөн 800 мең һум талап итә. Бахыр әсә кеше ышана, күпме бар (127 мең һум), шул тиклем Магнитогорсктан такси яллап килгән егет шәрәмәтенә тоттора. Был осраҡта, исмаһам, уныһы тотолдо, суд ҡарары менән 1 йылға шартлы рәүештә (!) иркенән мәхрүм ителде. Мәҡәлә яҙылғанда суд ҡарары көсөнә инмәгәйне әле. Ярар ҙа енәйәтсенән апайға аҡсаһы кире ҡайтартыла.
Ә быныһы икенсеррәк даирәнән. ЮХХДИ хеҙмәткәре былтыр көҙ «Toyota Corolla Fielder» автомобилен туҡтата, руль артында – “права”нан мәхрүм ителгән водитель. Уға енәйәт яуаплылығы янай. Инспектор үҙ автомобиленә 5 мең һумлыҡ запас частар теләнселәп ала ла, күрмәмеш була. Әммә аппетит ашағанда килә, тип әйтәләр, нәфсе тынғы бирмәй – 2 айҙан тәртипһеҙ водителдең 25 мең һумға автомагнитола алып биреүен талап итә. Теге ни, бының осо-сиге булмаҫ, тип ҡурҡҡандыр инде – исем өсөн генә ризалаша ла, үҙе хоҡуҡ һаҡлау органдарынан ярҙам һорай. БР прокуратураһы хәбәр итеүенсә, әүермән-полицей шундуҡ эске эштәр органдарынан ҡыуыла. Ошо арала суд үтеп, 4 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде, шулай уҡ 507 мең һум күләмендә штраф һалына. Мәҡәлә яҙылғанда суд ҡарары законлы көсөнә инмәгән ине.